НӘХЕҮСӘЛӘҮ
һүҙҙәрҙең бер-береһенә бәйләнеү закондарын, һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен, һөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнеүсе тел бүлеге. □ Синтаксис. Нәхеү бүлеге. Телдец нәхеүе. Нәхеү бүлегендә тыныш билдәләренә ныҡлы иғтибар итеү кәрәк. ■ Дәрес гәрәйсә нәхеүҙән бара ине. М. Ғафури.
НӘХЕҮСӘЛӘҮ (нәхеүсәлә-) (Р.: сделать грамотно; И.: make gramatically correct; T.: yanlışsız yapmak) ҡ. иҫк.
1. Грамматик йәһәттән төҙөк, дөрөҫ итеү. □ Сделать грамотно. Нәхеүсәләп һөйләү. Нәхеүсәләп яҙыу. Тексты нәхеүсәләү. Хикәйәне нәхеүсәләү.
2. Китапсаға тарттырыу; китапсалау. □ Дать или сделать в книжном стиле.
■ Уны [Новиковты] бер генә ҡатлы итеп һүкһәц, ул һине ун ҡатлы итеп, нәхеүсәләп һүгә башлай. Д. Юлтый.
НӘҺАНИ [фарс. инМ (Р: скрытный; И.: clandestine; T.: nihan) с. иҫк. ҡар. йәшерен.
Сит күҙҙән ҡасырып эшләнгән, һиҙҙертмәй башҡарылған. □ Скрытный; секретный. Нәһани һөйләшеү. Нәһани рәүештә эш ҡылыу. Ҡағыҙҙарҙы нәһани алып ҡуйыу.
■ Замана хакимы оҡшар йыланға, ғадәүәт эҙләмештәрҙәр нәһаниҙа. Һ. Салихов.
НӘҺАР [ғәр. jtfrj] (Р: светлое время дня; И.: daytime; T.: nehar) и. иҫк.
1. Ҡояш ҡалҡҡандан байығанға тиклемге ваҡыт; көндөҙгө ваҡыт, көн. □ Светлое время дня. Нәһар мәле. Нәһар буйы. Нәһар оҙоно. Ҡыҫҡа нәһар эсендә эш бөтөрөп ҡалырға кәрәк. ■ Яҡшылыҡ менән бергә кисерелде ләйлә вә нәһар. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»нан.
2. күсм. Яҡты донъя. □ Этот мир. Нәһар менән хушлашыу. Нәһарҙа йәшәп ҡал. ■ Был юлда бар нисәмә олуғ шәһәр, Сибирия үҙе һәм тулы нәһар. М. Ғафури.
НӘҺЕР [ғәр. (Р: река; И.: river; Т.: nehir) и. иҫк. ҡар. йылға.
Үҙ үҙәне буйлап туҡтауһыҙ ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыуҙар иҫәбенә байыҡҡан тәбиғи һыу. □ Река. Нәһер яры. Нәһер төбө. Нәһер һыуы сәс йыуыу өсөн шифалы. Нәһер һыуы йомшаҡ була. ■ Нәһер
Иҙелдә Тура тимәктә [бер тау] мәшһүрҙер. Ул Турахандыц һарай урынылыр. Башҡорт шәжәрәләренән.
НӘҺИ [ғәр. (Р: запретный; И.: forbidden; T.: nahi) с. иҫк.
Ярамай торған, килешмәгән, килешһеҙ; тыйыулы, ярамаған; хилаф. □ Запретный. Нәһи эштәр. Нәһи ризыҡ. Нәһи эсемлек.
НӘҺИЛЛӘНЕҮ (нәһиллән-) ҡ. диал. ҡар. йонсоу I. Көн нәһилләнеп тора. Эш күплектән нәһилләнеү. Арығанлыҡ нәһилләтте.
НӘШАН [ғәр. ûbîu] и. ҡар. нишан. Нәшан һалыу. Нәшан ҡалдырыу. Нәшанға төҙәү. Нәшанға атыу. Нәшан үҙәге. Нәшан биреү. Нәшан алыу. Нәшанға балдаҡ биреү.
НӘШЕР [ғәр. j^] (Р: издательское дело; И.: publishing industry; T.: neşir) и.
Матбуғатта баҫтырып таратыу эше. □ Издательское дело. И 1924 йылдың аҙағында Дауыт Юлтый йәнә «Башкнига» китап нәшер итеү ширкәтенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. Башҡортостан календарынан.
НӘШЕР ИТЕҮ (нәшер ит-) (Р: издавать; И.: publish; T.: neşretmek) ҡ.
Матбуғатта баҫтырып сығарыу. □ Издавать, печатать. // Издание, печать. Kuman нәшер итеү. Монография нәшер итеү. Нәшер итеүҙә ҡатнашыу. Нәшер итеү өсөн аҡса бүлеү. ■ .. Александр Горчаков бөйөк шағирҙың шиғырҙарын сәғәттәр буйы яттан һөйләй, тиҙәр. Александр Пушкиндың китаптарын нәшер итеүҙә лә ярҙамлаша. «Ағиҙел», № 2, 2010. Сит әлкәләрҙә башҡорт телендә нәшер ителгән гәзиттәргә ярҙам итеү кәрәклеге хаҡында ла фекер алышыу булды. Ә. Әминев.
НӘШЕР ИТЕҮСЕ и. ҡар. нәшриәтсе. ■ Мин [Ә.-З. Вәлиди] «Шура» журналын нәшер итеүселәрҙән шағир Закир Рәмиев менән дә өйөнә барып күрештем. Ә.-З. Вәлиди.
НӘШЕР ИТТЕРЕҮ (нәшер иттер-) ҡ. йөкм. ҡар. нәшер итеү. понуд. от нәшер итеү. Шәхси нәшриәттә китап нәшер иттереү. Башҡорт халыҡ әкиәттәренән ба
628