ОАЗИС
тырҙар тураһындағыһын йыйып нәшер иттереү.
НӘШЕРЛӘҮ (нәшерлә-) (Р.: издавать; И.: publish; print; T.: neşretmek) ҡ.
Китап йә гәзит-журналдарҙы баҫтырып сығарыу. □ Издавать. Икенсегә нәшерләу. Яңынан нәшерләу. ■ Талха Ғиниәтуллиндың айырым хикәйә, повестары, рус теленән тыш байтаҡ сит телдәргә тәржемә ителеп, куп кенә илдәрҙә нәшерләнде. «Ағиҙел», № 10,2010.
НӘШИР [ғәр. j^] и. ҡар. нәшриәтсе. Нәшир булып эшләу. Нәшир ризалығын алыу. Нәшир ҡуйған талаптар.
НӘШӨКӨР [фарс. (Р.: неблагодарный; И.: ungrateful; T.: nankör) с. иҫк.
Яҡшылыҡты аңламаған, шөкөр итеүҙе белмәгән. □ Неблагодарный. Нәшөкөр кеше. Нәшөкөргә изгелек ҡылыуҙан фәтуә сыҡмай.
НӘШРИӘТ [ғәр. (Р: издательство; И.: editorial house; publishers; T.: neşriyet) и.
Китап, журнал, календарь һ. б. баҫмаға әҙерләп, баҫып сығарыу эше менән шөғөлләнгән идара. □ Издательство; типография. Нәшриәткә томды тапшырыу. «Китап» нәшриәте. Нәшриәттә эшләу. ■ Әҙерлекле әҙип [С. Шәрипов] оҙаҡ йылдар Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте булеген етәкләй. Башҡортостан календарынан.
НӘШРИӘТСЕ (Р: издатель; И.: publisher; T.: yayımcı; editör) и.
Матбуғат әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыусы шәхес йә ойошма. □ Издатель. / Издательский. Нәшриәтсегә мөрәжәғәт итеу. Нәш
риәтсе талабы. Нәшриәтселәр көнө. Нәшриәтсе булып эшләу. Нәшриәтсе ойошма.
НӘШӘ [ғәр. (Р: гашиш; И.: hashish; cannabes; T.: haşhaş) и.
Һинд киндеренең орлоғон онтап әҙерләнгән иҫерткес психотроп матдә. □ Гашиш. Нәшә оно. Нәшә яһау. Нәшә менән мауығыу.
НЮАНС [рус. < фр. nuance} (Р: нюанс; И.: shade; nuance; T.: nüans) и.
Нимәнеңдер асылы, сифаты йәки мәғәнәһенә хас нескәлек. □ Нюанс. Нюанстарына иғтибар итмәу. Беҙ аңлап бөтмәгән байтаҡ нюанстары бар икән. ■ Дауыт Юлтыйҙың мөхәббәт лирикаһы ла хисапһыҙ бай поэтик тирбәнеуҙәр, төрлө нюанстар менән тулы. Ғ. Хөсәйенов.
НЯНЯ [рус.] (Р: няня; И.: baby-sitter; nanny; T.: dadı) и. ҡар. тәрбиәсе.
1. Балалар баҡсаһында балаларҙы ашатып эсереүсе, һауыт-һаба йыуыусы, таҙалыҡ, тәртип һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙ. □ Няня. һәр төркөмдә берәр няня. Няняның эш хаҡы. Няняларҙың бурыстары. Балалар баҡсаһына няня булып эшкә урынлашыу.
2. Билдәле хаҡҡа ялланып балаға күҙ-ҡолаҡ булып, уны тәрбиәләп, ашатып тороусы. □ Няня. Няня яллау. Няня өсөн талаптар. Няня менән баланы ҡалдырып китеу. Няня ҡарамағында уҫеу.
3. Хәстәханала ауыр хәлдә ятып ауырыусы ауырыуҙарҙы тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙ. □ Няня, санитарка. Няняларҙың бурыстары. Ауырыу янындағы няня. Хәстәханала няня булып эшләу.
О (Р: двадцатая буква башкирского алфавита; И.: the twentieth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin yirminci harfi)
Башҡорт алфавитының егерменсе хәрефе; иренләшкән, урта күтәрелеш ҡалын артҡы рәт [о] һуҙынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — О, бәләкәй — о формаһында яҙыла. □ Двадцатая буква башкирского ал-
о
фавита. О хәрефен матур итеп яҙыу. О хәрефенә башланған һуҙҙәр.
ОАЗИС [рус. < гр. oasis} (Р: оазис; И.: oasis; T.: vaha) и. ҡар. вәһә.
Сүлдәге һыулы, йәшеллекле урын. □ Оазис. / Оазисный. Һыу сулдәрҙе сәскә атып ултырған оазистарға әйләндерә. Оазисҡа килеп сығыу. Оазисҡа табан юлланыу. Картала был оазис билдәләнмәгән булып сыҡты.
629