Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 630


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОБАЛ
ОБАЛ [ғәр. Д] (Р.: грех; И.: sin; T.: günah) и. иҫк. ҡар. яҙыҡ.
Хоҙай тарафынан хупланмай тип иҫәпләнгән эш; гөнаһ. □ Грех. Обалға төшөү. Күрәләтә обал алыу. Обалдан таҙарыныу.
ОБЕЛИСК [рус. < гр. obeliskos] (Р.: обелиск; И.: obelisk; T.: dikilitaş) и.
Ослайып барып бөткән ҡырлы бағана рәүешендәге таш һәйкәл. □ Обелиск. Обелиск ҡуйыу. Обелиск асыу. Обелискылағы исемлек. ■ Ҡаланың үҙәк майҙанының .. тап уртаһында ҡыҙыл һәм ҡара мәрмәрҙән бейек обелиск ҡуйылған. Ғ. Әмири.
ОБЕРТОН [рус. < нем. obertöne} (Р.: обертон; И.: obertone; T.: ahenk sesi) и. муз.
Төп тауышҡа өҫтәмә (юғарыраҡ) төҫмөр бирә торған эйәрсен тауыш. □ Обертон. ■ Регистр яғынан был эйәрсен тауыштар төп тауышҡа ҡарағанда юғарыраҡ була, шуға обертон тип атала. Ғ. Сөләймәнов.
ОБЗОР [рус.] (Р: обзор; И.: survey; review; T.: görüş sahası) и. ҡар. күҙәтмә.
Ниҙеңдер яңылыҡтарын, үҫеш-барышын ҡарап тикшереү эше. □ Обзор, обозрение. Ҡыҫҡаса обзор. Обзор яһау. Обзор биреу. Обзор эшләу. Гәзит-журналдарға обзор яһау.
ОБКАТКА [рус.] (Р: обкатка; И.: run-in test; T.: silindiraj; yuvgulama) и. махе. ҡар. һынау.
Обкатка яһау (йәки үткәреү) яңы яһалған йәки ремонттан үткән машина һәм механизмдарҙы эшләтеп, һынап ҡарау. □ Обкатка. Машина двигателен алыштырғас, обкатка яһау. Транспортҡа башта обкатка уткәреу. Обкатканан һуң оҙон юлға сығыу. ■ Обкатка ваҡытында бөтә етешһеҙлектәр күренеп ҡала. Ә. Бикчәнтәев.
ОБКАТКАЛАНЫУ (обкаткалай-) ҡ. төш. ҡар. обкаткалау, страд, от обкаткалау. Заводтан сыҡҡан һәр машина, салондарҙа һатылғансыға тиклем, обкаткалана. Машинаны сервистан алыр алдынан обкаткаланыҡ.
ОБКАТКАЛАТЫУ (обкаткалат-) ҡ. йөкм. ҡар. обкаткалау, понуд. от обкаткалау. Двигателен алыштырғас, машинаны об-
каткалатыу. Яңы стартер ҡуйғас, Ниваны обкаткалаттык.
ОБКАТКАЛАУ (обкаткала-) (Р: проводить обкатку; И.: have run-in test; T.: silindiraj yapmak) ҡ. ҡар. һынау.
Яңы яһалған йәки ремонттан үткән машина һәм механизмдарҙы эшләтеп, һынап ҡарау. □ Проводить обкатку. Тракторҙы обкаткалау. Йөк машиналарын обкаткалау.
ОБКАТКА ҮТКӘРЕҮ (обкатка үткәр-) ҡ. ҡар. обкаткалау. Машина двигателен алыштырғас, обкатка үткәрҙек.
ОБКАТКА ЯҺАУ (обкатка яһа-) ҡ. ҡар. обкаткалау. Транспортҡа башта обкатка яһайһың.
ОБЛАВА [рус.] (Р: облава; И.: raid; round-up; T.: sürek avı) и. ҡар. ҡамау II, 2.
Берәй урынды тотош ҡамап, эҙәрләнеүселәрҙе тотоу өсөн үткәрелә торған сара. □ Облава. Облавала ҡатнашыу. Облаваға сығыу. ■ Һуңғы ваҡытта ҡалала урлау, талау күбәйеп китте. Полиция облава яһап, иллеләп кешене тотто. И. Насыри.
ОБЛИГАЦИЯ [рус. < лат. obligatio] (Р: облигация; И.: bond; T.: tahvil) и.
Билдәле һөйләшелгән ваҡытҡа эйәһенә отош йәки процент рәүешендә табыш бирә торған ҡиммәтле ҡағыҙ. □ Облигация. Облигациялар һатыу. Облигация ярҙамында байыу. Процентҡа облигациялар һалыу. ■ Облигация — ул займдың бер торо, өҫтәмә рәүештә аҡса килеүгә булышлыҡ итә. Интернет селтәренән.
ОБМОТКА [рус.] (Р: обмотка; И.: puttee; T.: dolaklar) и.
1. Балтырға урай торған ҡалын киң таҫма; сылғау. □ Обмотка. Обмоткалы ботинка. Обмотка урау. Обмоткаһын урамағас, аяғы өйкәлгән. ■ [Суминов] ботинкаһын сисеп, сылғауҙарын, обмоткаларын ыҡсымлап ҡабат ураны. Ә. Хәкимов. [Мәхмүттең] аяғында ботинка, балтырына обмотка уралған. «Ағиҙел», № 4,2010.
2. эл. Электр машинаһында, трансформаторҙа һ. б. ток үтеп, магнит майҙаны барлыҡҡа килтерә торған сымдар системаһы; урама. □ Обмотка. Ротор обмоткаһы.
630