Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 631


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОБОРОНА
Обмотканы уратып ҡуйыу. Өсмөйөшләп ялғанған беренсел обмотка.
ОБМУНДИРОВАНИЕ [рус ] (Р.: обмундирование; И.: outfit; clothing; T.: üniforma) и.
Формалы кейем комплекты; хәрби кейем. □ Обмундирование. / Обмундировочный. ■ 112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола. Республика хужалыҡтарынан 13, 3 мец ат, йугән, обмундирование, фураж һ. б. дивизияға тапшырыла. Башҡортостан календарынан.
ОБОЗ [рус.] (Р.: обоз; И.: string of carts; T.: atli araba katari) и. тар. ҡар. ылау.
Йөк тейәп, бергә юлға сыҡҡан күмәк ат йәки машина төркөмө. □ Обоз. / Обозный. Обоз аттары. Обоз йөрөтөу. ■ Обоздар фураж һәм аҙыҡ алырға киткән ерҙән ҡайтмаған. С. Әлибаев.
ОБОЗСЫ (Р: извозчик; И.: coachman; Т.: arabaci) и. тар. ҡар. ылаусы.
Ылау йә обоз йөрөтөүсе күсер. □ Извозчик. Обозсы булып йөрөу. Обозсылар менән һөйләшеп килеу. Обозсынан юл хаҡында белешеу. ■ Һуғыш ваҡытында барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа обозсы булып эшләп, ауыр-ауыр тоҡтар ташый торғайны. Экспедиция материалдарынан.
ОБОЙ [рус.] (Р: обой; И.: wall paper; T.: duvar kağıdı) и.
Бинаның эске стенаһына йәбештерә торған биҙәкле, киң ҡағыҙ таҫма. □ Обой. / Обойный. Винил обой. Йыуылмалы обой. Һыҙырылған обой. Яцы обой йәбештереу.
ОБОЙЛАНЫУ (обойлан-) ҡ. төш. ҡар. обойлау, страд, от обойлау. Стена яцы ғына обойланған. Фатир бик матур итеп зауыҡ менән обойланған.
ОБОЙЛАТЫУ (обойлат-) ҡ. йөкм. ҡар. обойлау, понуд. от обойлау. Өй стеналарын обойлатыу. Ишек алдын йыуылмалы обой менән обойлатыу.
ОБОЙЛАУ (обойла-) (Р: клеить обои; И.: paper hang wall-paper; T.: kağıtlamak, kağıt kaplamak) ҡ.
Обойлы итеү, обой йәбештереү. □ Клеить обои, обклеивать обоями. // Обклеивание обоями. Обойлап бөтөу. Ҡунаҡ булмәһен
обойлау. Балалар булмәһен асыҡ йәшел төҫлө обой менән обойланылар.
ОБОЙМА [рус.] (Р: обойма; И.: magazine charger; T.: fişek bağı) и. хәрби.
1. Мылтыҡ, пистолет патрондарын магазин ҡумтаһына тултырыу өсөн йәтешләп, теҙеп ҡуя торған рамка. □ Обойма. Пистолет обоймаһы. ■ Һаҡ, һиҙгер бул, дарың ҡоро булһын, обоймаңа, дуҫым, һал патрон! Ғ. Әмири.
2. Шундай бер рамкаға һыйырлыҡ патрон һаны. □ Обойма (всё количество патронов, находящихся в такой рамке). Бер обойма патрон. Ос обойма патрон әҙерләу. ■ Беҙ дошман ҡамауында икән, ҡаршы торорлоҡ хәл юҡ. Патрондар ҙа бөтөп килә, һәр кемдә берәр обойма (биш дана) ғына ҡалды. Башҡортостан календарынан.
ОБОРОНА [рус.] (Р: оборона; И.: defence; T.: koruma) и. хәрби. ҡар. ҡарғауыл.
1. Яуға, һөжүмгә ҡаршы ҡуйылған һаҡ. □ Оборона, защита; охрана. Оборонала ятыу. Оборона тотоу. Ҡала оборонаһы. Оборона һуғыштары. Оборона тактикаһы. ■ Был немецтың төп көстәренең һөжуме тугел ине әле, беҙ әкренләп фронт һыҙығын тигеҙләп, оборонаға әҙерләнә башланыҡ. 3. Ураҡсин.
2. Илдең йә башҡа нәмәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе һаҡлау, ҡурғау өсөн кәрәк булған саралар йыйымы. □ Оборона (совокупность средств, необходимых для защиты от вооружённого врага, для безопасности страны). Оборона сәнәғәте. Илдең оборона һәләтлеге. Ил оборонаһын нығытыу. ■ Туймазыларға оборона заказы купләп килә: фуфайкалар, тундар йыуыу һәм ямау, автоматтар приклады, авиация фанераһы өсөн ҡайындан яйланмалар әҙерләу, дарыу уләндәре йыйыу, утын әҙерләу. «Ағиҙел», № 3,2010.
3. Һөжүмдән һаҡланыу өсөн кәрәк булған ҡоролмалар, нығытмалар. □ Оборона (укрепление или система, линия оборонительных сооружений). / Оборонительный. Оборона һыҙығы. Әйләнә оборона. Дошман оборонаһын ҡыйратыу. ■ Дивизияның
631