Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 633


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОБХОД
1. Образдар аша. □ Образно. Образлы фекерләу. Образлы һөйләшеу.
2. Асыҡ итеп, күҙ алдына баҫтырырлыҡ итеп. □ Образно, ясно, живо представляя. Образлы итеп һөйләу. Образлы итеп һурәтләу.
ОБРАЗЛЫЛЫҠ (образлылығы) (Р.: образность; И.: imagery; T.: renkli oluş) и. әҙ.
1. Образдар менән һүрәтләнеш. □ Образность. Шиғырҙарҙа образлылыҡ етешмәу. ■ Художестволы әҙәбиәттең уҡыусыларға тәьҫир итеу, уны тәрбиәләу көсө .. образлылыҡҡа ҡайтып ҡала. Ә. Вәли.
2. Телдәге йәнлелек, матурлыҡ, асыҡлыҡ. □ Образность, живость. Һөйләуе буталсыҡ, бер ниндәй образлылыҡ юҡ. ■ Әҙәбиәттең милли уҙенсәлеге иң тәуҙә телдең образлылығында куренә. К. Мәргән.
ОБРЕЗ [рус.] (Р: обрез; И.: sawn-off gun; T: kısa tüfek) и. ҡар. ҡыҫҡа мылтыҡ.
Көбәге ҡырҡып ҡыҫҡартылған мылтыҡ. □ Обрез. Обрезды таҙартыу. Обрезды уҙең менән алыу. И Анатолий обрезын тартып сығарҙы ла оҙон буйлы фетнәсегә төҙәп атты. Теге эсен тотоп ергә тәгәрәне. Р Хәкимов.
ОБРОК (оброгы) [рус.] (Р: оброк; И.: fuit-rent, rent-in-kind; T: derebeylik döneminde mülkün itibari kirası) и. тар. ҡар. яһаҡ.
Крепостнойлыҡ хоҡуғы ваҡытында крәҫ-тиәндәрҙән алпауыттар алған яһаҡ. □ Оброк. / Оброчный. Оброк туләу. Оброктан баш тартыу. Оброкты бөтөрөу. ■ .. Башҡорттарға унынсы ревизия буйынса йән башына 15 дисәтинәнән артҡанын иркен һатырға һәм оброкка оҙаҡ мөҙҙәткә бирергә ихтыяр тип әғлам ҡылғас, мәҙкур урындарҙа [ерҙе] ҙур хыянаттар менән кәм хаҡҡа һатып, тәләф иттеләр. М. Өмөтбаев.
ОБСЕРВАТОРИЯ [рус. < лат. observare ‘күҙәтеү’] (Р: обсерватория; И.: observatory; T: gözlemevi) и.
Астрономик йәки геофизик күҙәтмәләр өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған бина һәм шундай күҙәтеүҙәр алып барған ғилми ойошма. □ Обсерватория. Пулково обсерваторияһы. Обсерва
тория куҙәтеуҙәре. Кук есемдәрен куҙәтеу обсерваторияһы. ■ 7, 5 йыл элек донъялағы иң беренсе обсерватория Караудж төҙөлгән. Интернет селтәренән.
ОБСИДИАН [рус. < лат. Obsidianus] (Р: обсидиан; И.: pitch-stone; T: obsidiyen) и. геол.
Быяла, цемент, эзбиз етештергәндә ҡушылыусы ҡара быяла рәүешендәге вулка-ник тау тоҡомо. □ Обсидиан. / Обсидиановый. Обсидиан ҡатламы. Обсидиан мәғдәне. Обсидиан — магматик тау тоҡомо. М Мая ҡәбиләләренең сәнсеу-ҡырҡыу ҡоралдары обсидиандан эшләнгән булған. Интернет селтәренән.
ОБСКУРАНТ [рус. < лат. obscurans ‘ышыҡлаусы’] (Р: обскурант; И.: obscuran; T.: obskürantist) и. кит.
Обскурантизм яҡлы кеше; реакционер.
□ Обскурант. Обскуранттар демонстрацияһы. Обскурант булып йөрөу.
ОБСКУРАНТИЗМ [рус. < лат. obscurans] (Р: обскурантизм; И.: obscurantism; Т.: obskürantizm) и. кит.
Аң-белем, мәҙәниәт үҫешенә ҡарата булған дошманлыҡ. □ Обскурантизм. Обскурантизм яҡлы кеше. Обскурантизмға юл ҡуймау.
ОБСТРУКЦИЯ [рус. < лат. obstructs ‘тотҡарлыҡ’] (Р: обструкция; И.: obstruction; stonewalling; T.: obstrüksiyon) и.
Нимәнелер (парламент ултырышын, йыйылышты һ. б.) шау-шыу ҡуптарыу, кәрәкһеҙ оҙон телмәрҙәр һөйләү йәки башҡа сара ҡулланыу юлы менән юрамал боҙоу ысулы. □ Обструкция. Обструкцияны башлау. Алдан уйланған обструкциялары барып сыҡманы.
ОБХОД [рус.] (Р: обход; И.: round; Т.: dolaşıp yoklama) и.
1. Бер-бер артлы ҡарап, күҙәтеп, тикшереп сығыу ниәте менән яһалған йөрөш.
□ Обход. Обход яһау. Табип обходы. Обход мәле. Дауаханалағы иртәнге обход. ■ Бер мәлде обход яһап йөрөгән өлкән табип-мөдир уҙе килеп инмәһенме. Р. Байбулатов. Бер нисә казак ҡына иген урамынан штабҡа куренеп,
633