Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 634


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОБХОДНОЙ
ҡалған куп көс менән обход яһап, ашлыҡ баҙары яғынан килергә булдылар. А. Таһиров.
2. һөйл. Урмандың бер урман ҡараусыһына беркетелгән өлөшө; объезд. □ Объезд, обход. ■ Атайым обходы .. Аҡйегет урманынан башлана инде. Н. Мусин.
ОБХОДНОЙ [рус.] (Р.: обходной лист; И.: departure clearance; T: izin belgesi) и. һөйл.
Кемдер эштән бөтөнләй йәки ваҡытлыса киткәндә матди бирәсәге юҡлығын белдереп төрлө бүлектән тамға ҡуйҙыра торған документ; обходной ҡағыҙ. □ Обходной лист. Обходной тултырыу. Обходной тапшырыу. Обходнойға ҡултамға ҡуйҙырыу. Обходнойға мисәт һуҡтырыу.
ОБХОДНОЙ ҠАҒЫҘ и. ҡар. обходной. Обходной ҡағыҙ тултырыу. Обходной ҡағыҙҙы тапшырыу. Обходной ҡағыҙға мисәт ҡуйҙырыу.
ОБЩИНА [рус.] (Р.: община; И.: community; T: komün) и.
1. Етештереү саралары уртаҡ милектә булған, уртаҡ хеҙмәт һәм тигеҙ бүлеү, тулы йәки өлөшләтә үҙидара менән характерланған йәмғиәт ҡоролошоноң иң боронғо формаһы. □ Община. / Общинный. Ырыу общинаһы. Территориаль община.
2. Боронғо һәм урта быуаттарҙа: ниндәйҙер бер территориаль берәмектә йәшәүселәрҙең үҙидара ойошмаһы. □ Община. / Общинный. Ауыл общинаһы. Крәҫтиән общинаһы. ■ Хорунжай Дәуләтбайҙыц был урманды һатырға хаҡы юҡ, ул мирҙыҡы, йәғни общинаныҡы. 3. Ураҡсин.
3. Милләт-ара, профессиональ, етештереү, дини, территориаль һ. б. ерлектә уртаҡ эшмәкәрлек өсөн ойошҡан кешеләр төркөмө. □ Община./Общинный. Дини община. Община ағзалары. Общинаға ҡабул итеу.
ОБЩИННИК (общиннигы) [рус.] (Р.: общинник; И.: member of rural community; T.: komün üyesi) и. тар.
Ауыл общинаһы ағзаһы, крәҫтиән. □ Общинник. Общинниктарҙың бурысы. Общин-ниҡтар йыйылышы. Общинник булып инеу.
ОБЪЕЗД [рус.] и. һөйл. ҡар. обход 2. Объезға барып ҡайтыу. Объезды куҙәтеу. Бер объезда 13 мец гектар самаһы урман.
ОБЪЕЗДЧИК (объездчигы) [рус] и. ҡар. урман ҡарауылсыһы. ■ Беҙ һыртағас кордонында йәшәйбеҙ. Оло кешеләрҙең бөтәһе лә урмансы. Атайым улар араһында объездчик. Н. Мусин.
ОБЪЕКТ [рус. < лат. objectum ‘әйбер’] (Р.: объект; И.: object; T.: nesne) и.
1. Кемдеңдер хеҙмәте, иғтибары йүнәлтелгән шәхес, нәмә, күренеш. □ Объект. Куҙәтеу объекты. Тикшереу объекты. ■ Бөгөн, әлбиттә, куп нәмә онотолған, шулай ҙа тирә-яҡ ауылдарҙағы мәктәп балалары килә, кешеләр тауҙы курер, тирә-яҡ мөхит менән һоҡланыр өсөн менә, куптәр өсөн ул [Торатау] геологик объект булараҡ ҡыҙыҡ. Ә. Әминев. Куҙәтеу мәлендә иғтибарға алырбыҙ: шағирә [Факиһа Туғыҙбаева] һурәтләгән даирә тормоштоң уҙе кеуек ук ҡатмарлы, ҡапма-ҡаршылыҡлы, әммә бер бөтөн, сөнки автор һурәтләу объекты ниндәй — әҫәрҙә лә шул килеш бирергә ынтыла. Ф. Күзбәков.
2. фәлс. Субъектҡа ҡаршы торған, субъекттың практик һәм танып белеү эшмәкәрлеге йүнәлтелгән нәмә. □ Объект (явление внешнего мира, материальной действительности). Объектты билдәләу. Бөтә нәмә объектҡа бәйле. Объектты асыҡлау.
3. Айырым әһәмиәткә эйә булған хужалыҡ, төҙөлөш йәки башҡа нәмә берәмеге. □ Объект. Сәнәғәт объекты. Төҙөлөш объекты. Хужалыҡ объекты. Хәрби объект. ■ Беҙҙең полк 1943 йылдың июленән һуғыш аҙағына тиклем 2 822 осош яһап, дошмандың 301 танкыһын, 1 835 автомашинаһын, 292 төрлө типтағы батареяһын, 157 орудиеһын, 38 самолётын, 27 тимер юл эшелонын, 49 тимер юл объектын, 16 переправа-һын, 22 дзотын, 8 200 офицерын һәм һалдатын юҡ итә. А. Мағазов.
4. лингв, ҡар. тултырыусы. Һөйләмдә әйтелгән хәрәкәт объектҡа йунәлгән. Объектты билдәләп, өҙөк һыҙыҡ һыҙығыҙ.
634