Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 635


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОБЫВАТЕЛДӘРСӘ
ОБЪЕКТИВ I [рус. < лат. objectum ‘әй-бер’] (Р.: объектив; И.: lens; objective; T.: objektif) и. махс.
Оптик приборҙарҙың тикшерелгән йәки фотоға төшөрөлгән нәмәгә йүнәлтелгән линзалы өлөшө. □ Объектив. Фотоаппарат объективы. Микроскоп объективы. Телескоп объективы. Объектив аша ҡарау.
ОБЪЕКТИВ II [рус. объективный] (Р: объективный; И.: objective; T.: nesnel; objektif) с.
1. Кеше аңынан тыш, уға бойондороҡһоҙ булған. □ Объективный. Объектив шарттар. Объектив ысынбарлыҡ. К Социалистик реализм лирикаһында субъектив момент тормош куренештәре, объектив донъя менән тығыҙ бәйләнгән. Ә. Хәкимов. Жанр төрҙәрен айырыуҙағы ҡыйынлыҡтар, нигеҙҙә, объектив сәбәптәр менән аңлатыла. Ф. Нәҙершина.
2. Ғәҙел башҡарылған; дөрөҫ. □ Объективный. Объектив анализ. Объектив баһа. Объектив һөҙөмтә. Объектив ҡараш. Объектив хәҡиҡәт. ■ .. Ата-бабаларҙың тарихи хәтеренә, уларҙың мәҙәни мираҫына иғтибарҙы йунәлтеуҙең мәғәнәһе айырыуса оло. Тик был мираҫҡа ғилми, тарихи куҙлектэн ҡарай белеу, объектив баһа биреу шарт. Ф. Нәҙершина.
ОБЪЕКТИВ III [рус. объективно] (Р: объективно; И.: objectively; T.: nesnel, objektif olarak) р.
Ғәҙел башҡарылған; дөрөҫ. □ Объективно, беспристрастно, справедливо. Объектив баһалау. Мәсьәләне объектив хәл итеу. Донъяға объектив ҡарау. ■ Иҙеукәй уҙенең дошманын, берҙән, объектив баһалай. Икенсенән, сабырлыҡ һәм әхлаҡи яҡтан уҙенең унан өҫтөн икәнен курһәтә. Н. Зарипов.
ОБЪЕКТИВЛАШТЫРЫЛЫУ (объек-тивлаштырыл-) ҡ. ҡар. төш. ҡар. объектив-лаштырыу. страд, от объективлаштырыу. Эшкә ҡарата баһа һәм мөнәсәбәт объектив-лаштырылды.
ОБЪЕКТИВЛАШТЫРЫУ (объектив-лаштыр-) (Р: объективировать; И.: objectify; T.: objektifleştirmek) ҡ.
Объектив ысынбарлыҡҡа яраҡлаштырыу. □ Объективировать. // Объективирование. Хәҡиҡәткә булған ҡарашты объективлаштырыу. Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеуҙе объективлаштырыу.
ОБЪЕКТИВЛЫҠ (объективлығы) (Р: объективность; И.: objectivity; T.: nesnellik; objektiflik) и.
1. фәлс. Кешенең йә кешелектең теләгенән, ихтыярынан тыш булған объектив ысынбарлыҡ. □ Объективность. Шарттарҙың объективлығына ҡарап эш итеу. ■ Объективлыҡ — материалистик диалектиканың мөһим принциптарының береһе. Интернет селтәренән.
2. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк, туралыҡ. □ Объективность, беспристрастность. Баһаның объективлығы. Анализ объективлығы. Фе-керләуҙең объективлығы. Рецензияның объективлығы куҙгә ташланып тора. ■ Оло ҡәләмдәштәренең семинар эшендә объективлығын, ихлас куңелдән, йөҙ йыртыуһыҙ, кәйеф ҡырышыуһыҙ алып барылған һөйлә-шеуҙән бөтәһенең дә ҡәнәғәт булыуын билдәләнеләр йәш прозаиктар. Ҡ. Аралбай. Шиғриәттән айырмалы рәуештә, прозаны анализлау, баһалауҙа объективлыҡҡа ирешеу .. еңелерәк һымаҡ. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ОБЪЕКТИВИЗМ [рус. < лат. objections] (Р: объективизм; И.: objectivism; T.: nesnelcilik; objektivizm) и. фәлс.
Йәмғиәт тормошондағы күренештәргә, үҙгәрештәргә, хәл-ваҡиғаларға нейтраль мөнәсәбәт, ҡараш. □ Объективизм (нейтральный подход к событиям, явлениям общественной жизни ).
ОБЪЕКТИВИСТ [рус.] (Р: объективист; И.: objectivist; T.: nesnelci; objektivist) и.
Объективизм яҡлы кеше. □ Объективист. Объективистың мөнәсәбәте. Объективист булып ҡалыу. Объективистарса эш итеу.
ОБЫВАТЕЛДӘРСӘ (Р: по-обывательски; И.: philistine like; T.: küçük burjuvalara özgü)/?.
Үҙ мәнфәғәтен генә күҙәткән, ижтимағи тормош менән ҡыҙыҡһынмаған тар ҡарашлы
635