ОБЫВАТЕЛЛЕК
ваҡ кешеләрсә. □ По-обывательски. Обы-вателдәрсә эш итеу. Обывателдәрсә йәшәу.
ОБЫВАТЕЛЛЕК (обывателлеге) (Р.: обывательщина; И.: consumerism; T.: küçük burjuvalık) и.
Тар ҡарашлыҡ, мәғәнәһеҙлек. □ Обывательщина. / Обывательский. Уйҙарында, ҡараштарында обывателлек һыҙаттары ярылып ята. Обывателлеккә юл ҡуйырға ярамай.
ОБЫВАТЕЛЬ [рус.] (Р.: обыватель; И.: philistine; T: filisten) и.
Үҙ мәнфәғәтен генә күҙәткән, ижтимағи тормош менән ҡыҙыҡһынмаған тар ҡарашлы ваҡ кеше. □ Обыватель. / Обывательский. Обыватель мөнәсәбәте. Обывателдәрҙән ҡотолоу. Обывателдәр заманы килде. Обывателдәргә ҡаршы көрәш алып барыу.
ОВАЛ [рус. < фр. ovale < лат. ovum ‘йомортҡа’] (Р: овал; И.: oval; T: oval şekil) и.
Оҙонсараҡ итеп, уратып һыҙылған геометрик фигура; оҙонса түңәрәк. □ Овал. Овал һыҙыу. Овал формаһында. Овал - геометрик фигура.
ОВАЛЬ [рус.] (Р: овальный; И.: oval; Т: oval) с.
Оҙонса түңәрәк рәүешендә булған. □ Овальный. Оваль көҙгө. Оваль өҫтәл. Оваль туңәрәк һыҙыу. Оваль формалағы сәғәт.
ОВЧАРКА [рус.] (Р: овчарка; И.: sheep dog; T: çoban köpeği) и.
Ҡарауыллау, эҙәрләү өсөн файҙаланылған эт тоҡомо. □ Овчарка. Овчарка аҫрау. Овчарканы бәйҙә тотоу. Һәр өй алдында башмаҡтай овчарка һәм мыҡты кәуҙәле ҡарауылсы. ■ Ишек төбөндә йәшәгән немец овчаркаһының сыйылдап ҡуйғаны ишетелде. Т. Ғарипова.
ОГНЕМЁТ [рус.] (Р: огнемёт; И.: flame thrower; T: alev makinesi) и.
Ялҡынлы шыйыҡлыҡ һибә торған һуғыш ҡоралы. □ Огнемет. Огнемёттан ут асыу. Огнемётты йәшереп китеу. ■ «Санкт-Петербургта енәйәт төркөмөнөң ҡорал келәте табыла, унда атыу ҡоралы һәм боеприпастарҙан тыш, танкыларға һәм пехотаға ҡаршы миналар, огнемёт һаҡлан
ған», - тип билдәләне ул [Маркин]. «Башҡортостан», 15 октябрь 2011.
ОҒРО и. диал. ҡар. уғры. Оғроно тотоу. Оғролар төркөмө. Оғроларға ҡушылып китеу.
ОҒРОЛОҠ (оғролоғо) и. диал. ҡар. уғрылыҡ. Оғролоҡ менән шөғөлләнеу. Оғро-лоҡҡа бирелгән. Оғролоҡта ғәйепләнгән.
ОДА [рус. < гр. odd} и. ҡар. мәҙхиә. Ода ижад итеу. Ода башҡарыу. Ода һөйләу. Батырлыҡҡа арналған ода. Изгелек данланған ода. ,
ОДЕКОЛОН [рус. < фр. eau de Cologne ‘Кёльн һыуы’] (Р: одеколон; И.: cologne; eau de Cologne; T.: kolonya) и. ҡар. хушбый.
Хуш еҫле нәмәләрҙең спирт һәм һыуҙағы иретмәһе. □ Одеколон. / Одеколонный. Одеколон һөртөу. Сәскә одеколоны. Одеколон менән ыуыныу. Одеколон менән таҙартыу. ■ Индрилдың да бер флакон одеколоны йөрөй икән. Д. Юлтый.
ОДЕЯЛ [рус. одеяло} (Р: одеяло; И.: blanket; T.: battaniye) и. ҡар. юрған.
Кейеҙ һымаҡ баҫылып эшләнгән мамыҡһыҙ йоҡа юрған. □ Одеяло. Ион одеял. Мамыҡ одеял. Байка одеял. Балалар одеялы. ■ Теҙелеп киткән бер төҫлө карауаттарҙың өҫтө бер төҫлө һоро одеялдар менән ябып ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин.
ОҘАЙЛЫ (Р: длительный; И.: continuous; T.: urunüresli) с.
Оҙаҡ дауам иткән. □ Длительный, продолжительный. Оҙайлы эш. Оҙайлы сәфәр. Оҙайлы командировка. ■ Оҙайлы дәуерҙәр һиндостан менән мосолмандар хакимлыҡ иткән. Ғаилә календарынан.
ОҘАЙЛЫҠ (оҙайлығы) (Р: длительность; И.: duration; T.: uzunluk) и.
Оҙаҡ дауам иткән ваҡыт арауығы. □ Длительность, продолжительность. Ту мер оҙайлығы. Сәфәр оҙайлығы ике ай самаһы. ■ 70 йәштә уртаса ғумер оҙайлығы яҡынса 600 мең сәғәт тәшкил итә. «Киске Өфө», № 9, 2013.
ОҘАЙТА бәйл. ҡар. оҙайы. Көн оҙайта эшһеҙлектән йонсоу. Көн оҙайта баҡсала эш менән булыу. Кыш оҙайта септә һуғыу менән шөғөлләнеу. Яҙ оҙайта кейеҙ баҫып
636