ОҘАҠ
һатыу. ■ Кисә көн оҙайта [Катайҙың] станогы буш ултырҙы. М. Тажи.
ОҘАЙТҠЫС (Р.: удлинитель; И.: extension cord; T: uzatma kablosu) и.
Электр приборҙарын розетка менән тоташтырыусы өҫтәмә электр шнуры. □ Удлинитель. Үтекте оҙайтҡыс аша ялғап утекләу. Оҙайтҡыс ҡулланып, тышта йышҡыны эшләтеу.
ОҘАЙТТЫРЫУ (оҙайттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. оҙайтыу, понуд. от оҙайтыу. Отпускыны оҙайттырыу. Китаптыц тапшырыу ваҡытын оҙайттырыу.
ОҘАЙТЫЛЫУ (оҙайтыл-) ҡ. төш. ҡар. оҙайтыу, страд, от оҙайтыу. Оҙайтылған көн. Тәнәфес ваҡыты оҙайтылды. Дәрестәр яцынан ҡырҡ биш минутҡа оҙайтылды. 218-се маршрут 18-се дауаханаға тиклем оҙайтылды.
ОҘАЙТЫУ (оҙайт-) (Р.: продлевать; И.: extend; T: uzatmak) ҡ.
1. Билдәле бер ваҡыт кимәленән арттырыу; оҙағыраҡ итеү. □ Продлевать. // Продление. Ялды оҙайтыу. ■ Ваҡыт игелекле, сөнки ул ошо ҡабатланмаҫ гузәл донъяны туҡтауһыҙ яңырта: йән эйәләренә ғумер бирә, ҡайһы саҡтарҙа шатлыҡ-ҡыуаныстары менән һөйөндөрә; ваҡыт шәфҡәтле: инде улем тушәгенә ятҡандарға сихәт килтереп, яҡты донъя менән бәйләнешен оҙайтып ҡуя. М. Хужин. «Фәлән диңгеҙ артында, фәлән утрауҙа, — ти батша, — ғумер оҙайта торған һыу булыр». Әкиәттән. • Араҡы һуҙҙе оҙайта, ғумерҙе ҡыҫҡарта. Мәҡәл.
2. Нимәнеңдер дауамын арттырыу; дауамлыраҡҡа әйләндереү; һуҙыу. □ Продолжать, затягивать. // Продление. Һуҙҙе оҙайтыу. Эште оҙайтыу. ■ Фәруҡша һуҙҙе оҙайтманы. Йәш саҡтарҙы хәтеренә төшөрөргә яратмай ине ул. М. Хужин.
3. Ара һуҙымын арттырыу, алыҫайтыу.
□ Удлинять; продлевать. // Удлинение; продление. Маршрутты оҙайтыу. Юлды оҙайтыу.
4. Буй үлсәмен арттырыу; оҙонораҡ итеү.
□ Удлинять. // Удлинение. Бауҙы оҙайтыу. Башалтай ҡунысын оҙайтыу. Арҡанды оҙайтыу. Сәсте оҙайтып йөрөтөу.
ОҘАЙЫ (Р: весь; И.: whole; T.: tüm) бәйл.
Ара һәм ваҡыт төшөнсәһендәге төп килеш һүҙҙәр менән эш-хәлдең дауамын белдерә; буйы. □ Весь. Йәй оҙайы. Көн оҙайы. Төн оҙайы һөйләшеп ултырыу. Егет-елән көн оҙайы тимерлек янында.
ОҘАЙЫМ I с. диал. ҡар. оҙам 2. Оҙайым ара йугереу. Оҙайым һуҡмаҡ барыу. Оҙайым юл утеу.
ОҘАЙЫМ II бәйл. ҡар. оҙайы. Төн оҙайым. Көн оҙайым. ■ Иңбашымдан һыпырып ырғытылды ҡыш оҙайым килгән йөктәрем. С. Кулибай.
ОҘАЙЫУ (оҙай-, оҙая) (Р: продлиться; И.: be extended; T.: sürmek) ҡ.
1. Билдәле бер ваҡыт кимәленән артыу; оҙағыраҡҡа әйләнеү, оҙағыраҡ булыу. □ Продлиться. Ғумер оҙайыу. Көн оҙайыу.
■ Көндәр оҙайҙы, йылынды. С. Ильясов.
• Көн оҙаймай, төн ҡыҫҡармай. Мәҡәл.
2. Нимәнеңдер йә ниндәйҙер процестың дауамы артыу; дауамлыраҡҡа әйләнеү, дауамлыраҡ булыу; һуҙылыу. □ Продолжаться, затянуться. Бәхәс оҙайыу. Һуҙ оҙайыу. Эш оҙая. Ултырыш оҙайып китте.
• һөйләһәң, һуҙ оҙайыр, ҡолағың шәмдәй төҙәйер. Мәҡәл.
3. Ара һуҙымы артыу, алыҫайыу. □ Отдаляться; удаляться. // Отдаление; удаление. Юл оҙая. һуҡмаҡ оҙая.
4. Буй үлсәме артыу, оҙонораҡҡа әйләнеү, оҙонораҡ булыу. □ Удлиниться. // Удлинение. Ағас оҙая. Һарыҡтарҙың йөнө оҙайып бөткән. • Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа-ҡырҡа ҡыҫҡарыр; тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙайыр. Мәҡәл. Урлағандан итәк-ең оҙаймаҫ. Әйтем.
ОҘАҠ I (Р: долгий; И.: long; T.: uzun) с.
1. Күп ваҡыт дауам иткән, күп ваҡытҡа һуҙылған; дауамлы. □ Долгий. Оҙаҡ ғумер.
■ Айыуғолаҡ, аҫҡа барып төшкәс, оҙаҡ ваҡыт иҫәңгерәп ятҡан, ти. Әкиәттән. Әле бер ҡабырғаһын, әле икенсеһен көн битенә биреп, буре кәбән ышығында оҙаҡ ҡына ваҡыт иҙрәп ятты. Ә. Хәкимов. • Көткәнгә көн оҙаҡ. Әйтем.
637