Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 638


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОҘАҠ
2. Ҙур араға һуҙылған; алыҫ, оҙон. □ Длинный. Оҙаҡ юл. Оҙаҡ ара. Оҙаҡ сана юлы.
♦ Оҙаҡ ваҡыт уйлап тормай күпкә һуҙмай, шунда уҡ. □ Долго не задумываясь. ■ Тимербулат, оҙаҡ уйлап тормай, тотҡан да шул тишектән аҫҡа төшөп киткән. Әкиәттән. Ҡыйыу егет [Ҡу-ҙыйкурпәс], бынан нисек утергә икән, тип оҙаҡ уйлап та тормай, эйәренең айылын бушатып, йылға ағышына табан төшөп тә китә. «Ҡуҙыйкүрпәс». Оҙаҡ та үтмәй {йәки тормай) тиҙ ваҡыт эсендә. □ Вскоре. ■ Оҙаҡ та утмәй, алты аҡҡош килеп, мамыҡ тундарын һалып, кулгә төшкән. Әкиәттән. Ошонан һуң оҙаҡ та утмәй, Сарыбай йәйләуенә хандан өс илсе килеп төшә. «Ҡуҙыйкүрпәс». Иҙеукәй оҙаҡ тормай у леп, Нарыҫ тауҙың битенә кумелә. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ОҘАҠ II (Р.: долго; И.: for a long time; T.: uzun süre) p.
1. Күп ваҡыт дауам иткән, күп ваҡытҡа һуҙылған; дауамлы. □ Долго; длительное время. Оҙаҡ көтөу. Оҙаҡ тороу. Оҙаҡ йәшәу. ■ Алпамыша оҙаҡ ҡайтмай торғас, Әйләр хан уны эҙләргә уҙенең сапҡындарын ебәргән икән. «Алпамыша». Ғаилә ҡорған ирҙәр оҙағыраҡ йәшәй. Башҡортостан календарынан.
2. Алыҫ, йыраҡ. □ Далеко. ■ Әй, матур саҡ! Әлфираҡ! Ҡалдың оҙаҡ. Ш. Бабич.
ОҘАҠҠА (Р: надолго; И.: for long; T.: uzun bir süre için) p.
Күп ваҡытҡа; күпкә. □ Надолго. Оҙаҡҡа ебәреу. Оҙаҡҡа китеу. Оҙаҡҡа ҡайтыу. Оҙаҡҡа һуҙылыу. Оҙаҡҡа барыу. Эште оҙаҡҡа һуҙыу. ■ Бик оҙаҡҡа китеп барҙы ошо герман һуғышы. Бәйеттән. Шеф эште оҙаҡҡа һуҙманы. Ә. Байрамов.
ОҘАҠҠА ҠАЛЫУ (оҙаҡҡа ҡал-) (Р: оставаться допоздна; И.: stay for long; T.: geç kalmak) ҡ.
Һуңға ҡалыу; һуңлау. □ Оставаться допоздна, опоздать. Оҙаҡҡа ҡалып ҡайтыу. Оҙаҡҡа ҡалғас, ҡараңғы төштө. Эштә оҙаҡҡа ҡалып эшләп ултырыу. ■ Йәмил ҡала
эсендә һис тә оҙаҡҡа ҡалырға ярамағанын белә ине. Р. Байбулатов.
ОҘАҠЛАМАЙ (Р: вскоре; И.: soon; Т.: yakında) р.
1. Бер аҙ ваҡыттан; тиҙҙән. □ Вскоре, в скором будущем, скоро. ■ Оҙаҡламай ямғыр яуа башлаясағы көн кеуек асыҡ. Н. Мусин. [Сергейҙы уй баҫты:] Оҙаҡламай сәсеугә төшәсәкбеҙ. Фуражға борсаҡ менән арпа сәсергә. А. Абдуллин.
2. Күп тә тормай; тиҙ арала. □ В скором времени, немедля, не мешкая. ■ Оҙаҡламай бында Зөләйхә әбей менән Гөлйөҙөм еңгә лә килеп етте. 3. Биишева. Оҙаҡламай машинаның геуләп ҡуҙғалып киткәнлеге ишетелде. Д. Бүләков. Ғәбиттең Торатауҙан бөркөт балаһы алып ҡайтып, һунар ҡошо итеу теләге менән көн дә битләуҙәге шырлыҡҡа алып барып өйрәтеп йөрөуе оҙаҡламай бөтә ауылға мәғлум булды. Ә. Әминев. Оҙаҡламай атаһының таныш һыны яңынан куренде. Илгиз уны биҙаланып ҡаршыланы. Р. Байбулатов.
ОҘАҠЛАР р. диал. ҡар. оҙаҡ II. Оҙаҡлар йөрөнөк. Оҙаҡлар ҡайттыҡ. Оҙаҡлар эшләнек. Ҡунаҡта оҙаҡлар ултырҙыҡ.
ОҘАҠЛАТМАЙ (Р: безотлагательно; И.: without delay; T.: geciktirilmeden)^.
Оҙаҡ ваҡытҡа һуҙмай, оҙаҡ көттөрмәй. □ Безотлагательно, не затягивая, не задерживая. Оҙаҡлатмай килеу. Оҙаҡлатмай килтереу. Оҙаҡлатмай ҡар ҙа яуҙы. ■ Нәзирә инәйең ҡайҙалыр сыҡҡан икән, ярай инде, улым, туҙеп торорһоғоҙ, оҙаҡлатмай берәйһе аша ебәрермен, — тигән булды Гәуһәр. М. Ҡаһарманова. Ат мәсьәләһендә Төлкөсуринға инеп һөйләште ул [Зөбәржәт]. Лесничий оҙаҡлатмай бирергә вәғәҙә итте. Н. Мусин.
ОҘАҠЛАТЫУ (оҙаҡлат-) (Р: задерживать; И.: protract; T.: geciktirmek) ҡ.
Оҙаҡ ваҡытҡа һуҙыу, көттөрөү. □ Задерживать, затягивать, медлить. // Задержка. И «Өйгә хат яҙыуҙы ла оҙаҡлаттым. Атайым менән әсәйем ныҡ уртәлә торғандарҙыр инде, бахырҡайҙар», — тип Миң-леғәле икенсе тапҡыр ҡағыҙ-ҡәләм алды. Я. Хамматов. [Зөһрә:] Фәһим, оҙаҡлатма
638