Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 639


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОҘАНЫУ
ҡунаҡтарыңды. И. Ғиззәтуллин. Көҙгө эңер, саҡырыусының үксәһенә баҫып килеп еткән әрһеҙ ҡунаҡ шикелле, оҙаҡлатманы. Ш. Янбаев. Кайтып етеү менән Энверҙан уға [ҡыҙға] һөйөү тулы хат килә, ул да яуапты оҙаҡлатмай. «Йәшлек», 28 сентябрь 2012.
ОҘАҠЛАУ (оҙаҡла-) (Р.: задерживаться; И.: procrastinate; T.: gecikmek) ҡ.
1. Оҙаҡ ваҡыт ҡыланыу, оҙаҡҡа һуҙыу, тотҡарланыу. □ Задерживаться, медлить. ■ [Фариза — Айбулатҡа:] Самауырға һала һалайым, оҙаҡлап киттем, һ. Дәүләтшина. Сәрбиназ, бәлештең бөкөһөн асып, ҡайнар һыу өҫтәне: Азат оҙаҡлап, бәлештең рәте китмәгәйе. Т. Ғарипова. Яҙ һуң килде, ташыу оҙаҡланы быйыл. Р. Кинйәбаев. [Ҡуҙыйкүрпәс:] Әйҙә, ханым, бик оҙаҡланың, һинең килеүеңә тип бешергән ҡош һурпаһы ла һыуый башланы. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Оҙаҡҡа ҡалыу, һуңлау. □ Засиживаться, засидеться. ■ [Сафия:] Бара-тора Кәбир беҙҙә көндөҙ генә түгел, кистәрен дә оҙаҡлап ҡала башланы. 3. Биишева. Гәүһәргә оҙаҡлап бында [Ғәйшә әбейҙә] ҡалыуҙың кәрәге ҡалманы. И. Ғиззәтуллин.
ОҘАҠТАШЫУ (оҙаҡташ-) (Р: становиться парами; И.: stand in pairs; T: eşleşmek) ҡ. диал. ҡар. уҙаҡлашыу.
Уйнағанда пар-пар булып бүленешеү; парлашыу. □ Становиться парами, распределяться по парам. Оҙаҡташып ҡуйыу. Оҙаҡташып бөтөү. Балалар оҙаҡташып уйнайҙар.
ОҘАҠҺЫҘ/?, диал. ҡар. оҙаҡ II. Оҙаҡһыҙ кипмәй. Оҙаҡһыҙ килмәй ул. Оҙаҡһыҙ ҡайтмай улар. Оҙаҡһыҙ эш бөтмәй ул.
ОҘАМ I с. диал.
1. ҡар. оҙаҡ I, 1. Оҙам эш. Оҙам ғүмер. • Оҙам һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы. Әйтем.
2. ҡар. оҙаҡ I, 2. ■ Оҙам юлдан килеүселәргә һурпа, ысынлап та, бик һәйбәт булып ҡалды: улар маңлайҙарынан борсаҡ тир сыҡҡансы ашанылар. Ж. Кейекбаев.
3. Оҙаҡ юлға сыҙаусан, сыҙамлы, оҙамлы (атҡа ҡарата). □ Выносливый. Оҙам ат. Оҙам бейә. Оҙам йүгерек. ■ Аттың оҙам
булғаны яҡшы. Экспедиция материалдарынан.
ОҘАМ II р. ҡар. оҙаҡ II. Оҙам яуған ямғыр.
ОҘАМАЙ р. диал. ҡар. оҙаҡламай. Оҙамай яҙ ҙа етер. Оҙамай килеп етеү. Оҙамай ҡайтып төшөү. ■ «Оҙамай таң ата бит инде», — тине ул [Кәбир], сәғәтенең ҡапҡасын ҡабат бикләп. Н. Мусин. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡылығы шаҡтай үҙгәрҙе [Әмилдең], инсафлы, тыйнаҡлы булып китте оҙамай. Ғ. Хөсәйенов.
ОҘАМЛЫ с. ҡар. оҙам I, 3. ■ [Айбикә — Аҙнабайға:] Һатырбыҙ ҙа ул, инәһе күк бейәгә оҡшап, үҙе оҙамлы, үҙе һөтлө. Урынына туры бейәне һатып, йәш бейә беҙгә ҡалһа, тигәйнем, һин нисек уйлайһың? «Ағиҙел», № 4, 2012. Эш аты ул, ҡустым, оҙамлы ла, талталы ла була, быны бел! С. Кулибай.
ОҘАМСЫЛ с. диал. ҡар. оҙам I, 3. Оҙамсыл йылҡылар. Аттың оҙамсылын һайлап алыу.
ОҘАН (Р: тетерев; И.: grouse; Т.: ҫаһ horozu) и. зоол. диал.
Ата ҡор. □ Тетерев, косач (лат. Lyrurus tetrix). Оҙан аулау. Оҙан ите. И Оҙандар ерҙә уйнаясаҡ, көс һынашасаҡ. Ғ. Хисамов.
ОҘАН ИНӘҺЕ (Р: тетёрка; И.: grey-hen; T: dişi çalı horozu) и. зоол. диал.
Инә ҡор. □ Тетёрка (лат. Lyrurus tetrix). Оҙан инәһе һоро сыбар төҫтә була. ■ Оҙан инәһе һуғышмай, ҡарап ҡына ултыра. Экспедиция материалдарынан.
ОҘАН КҮКӘЙ (Р: веснушка; И.: freckles; T: çil) и. диал. ҡар. һипкел.
Тәнгә йә биткә сыға торған ваҡ-ваҡ көрән йәки һары тап. □ Веснушка. Яҙғы оҙан күкәй. Биткә сыҡҡан оҙан күкәй.
ОҘАНҠАШ (Р: мыльнянка; И.: soap wort; T: sabunotu) и. бот. диал. ҡар. һабын үләне.
Һыулап ыуғанда күперә торған үлән. □ Мыльнянка (лат. Saponaria). Оҙанҡаш йыйыу. Оҙанҡаш үҫтереү. Оҙанҡаштың тамырын һабын урынына ҡулланырға була.
ОҘАНЫУ (оҙан-) ҡ. диал. ҡар. оҙонайыу. Көндәр оҙанған. Ҡыш оҙанып китте. ■ Күңелдең тәрәндәргә оҙанған тамыры бар. Ш. Бабич.
639