ОҘАҢЛАУ
ОҘАҢЛАУ (оҙаңла-) (Р.: петь песни неприятным голосом; И.: sing out of tune; T.: çirkin sesle şarkı söylemek) ҡ.
Йәмһеҙ тауыш менән оҙон көйгә көй-ләү. □ Петь песни неприятным голосом. Оҙаҡ итеп оҙаңлау. Йырлайым тип оҙацлап ултыра.
ОҘАРТЫУ (оҙарт-) ҡ. диал. ҡар. оҙонайтыу 1. Оҙартып киҫеу. Оҙартып тегеу. Оҙартып ҡуйыу. ■ Иҫке сәкмәнде оҙартып алдым әле. Экспедиция материалдарынан.
ОҘАРЫУ (оҙар-) ҡ. диал.
1. ҡар. оҙайыу 1. Төндәр оҙара башланы. Көн оҙарҙы. Хәбәре оҙарҙы.
2. ҡар. оҙонайыу 1. Сәс оҙарған. Оҙарып уҫеп китеу. Баҡса йыуаһы шаҡтай оҙарған.
ОҘАТҠЫС I (Р.: сновальная рама; И.: detail of a loom; T.: dokuma tezgâhının yolluk makarası) и. туҡ.
1. Тешле ҡыҫан формаһындағы еп оҙатыу ҡоралы; тырма. □ Сновальная рама. Епте оҙатҡысҡа һалыу. Оҙатҡыс һатып алыу. Оҙатҡыс менән эш итеу. Оҙатҡыс ярҙамында буйлыҡ әҙерләу.
2. диал. Ҡыҫҡа кәләп. □ Короткая мотушка. Оҙатҡысҡа урау. Йөндө оҙатҡысҡа һалып уратыу. Ағастан оҙатҡыс яһау.
ОҘАТҠЫС II (Р: провожатый; И.: guide; T: rehber) и. этн. диал. ҡар. арсый.
Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙата барған кеше. □ Провожатый (родственник, сопровождающий невесту в дом жениха после свадьбы). Оҙатҡыс ҡоҙалар. Кейәугә бирелгән ҡыҙға ағаһы менән еңгәһе оҙатҡыс булды.
ОҘАТМА (Р: сопровождение; И.: accompaniment; T: eşlik) и. муз.
Йырлағанға йәки берәй музыка ҡоралы уйнағанға икенсе бер музыка ҡоралының эйәреүе. □ Сопровождение, аккомпанемент. Гармун оҙатмаһы. Оҙатма ярҙамында башҡарыу. Йырҙарҙы баян йәки фортепиано оҙатмаһында башҡарыу. Симфоник оркестр оҙатмаһында башҡарылған ария.
ОҘАТТЫРЫУ (оҙаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. оҙатыу I. понуд. от оҙатыу I. ■ Әлфиә Ар-дыуановтан оҙаттырманы — төнгө ҡараңғылыҡҡа яңғыҙы кереп юғалды. И. Абдуллин. «Китәм мин, — тине Бибекәй. —
Тыуып уҫкән ҡалама ҡайтам. Ат ектер ҙә оҙаттыр мине». Ғ. Лоҡманов. Шәңгәрәйҙең Судбаҙарҙағы эштәрен аҡтарып сығарып, төрмәгә оҙаттырыусы шул Бәҙәр апайың булды инде. С. Агиш.
ОҘАТЫЛЫУ (оҙатыл-) ҡ. төш. ҡар. оҙатыу I, 1—8. страд, от оҙатыу I, 1—8. ■ Кыуактар йолҡоноп, машиналарға тейәлеп оҙатыла торҙо. И. Ғиззәтуллина. Григо-рийҙың алыҫ Нарымский крайына һөргөнгә оҙатылыуына ла оҙаҡламай дурт йыл тула. Һ. Дәүләтшина. Оҙатылып, ят ергә килен булып төшәсәген Фатима яҡшы белә һәм бынан башын алып ҡала алмаясағына ла бик яҡшы төшөнә. Ж. Кейекбаев. Һалымдар яҡшы йыйылды һәм ылау менән Өфөгә оҙатыла торҙо. Н. Мусин.
ОҘАТЫУ I (оҙат-) (Р: провожать; И.: see off; T.: geçirmek) ҡ.
1. Киткән кеше менән хушлашып, өйҙән ебәреү. □ Провожать. Ку пакты оҙатыу. Оҙата сығыу. ■ Сәрбиямал менән Иштуған [ҡунаҡтарҙы] ҡапҡа төбөнә хәтле оҙата сыҡты. 3. Биишева. • Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар. Әйтем.
2. Кемделер бергә бара биреп, хушлашып ебәреү йәки алып барып еткереү. □ Провожать. Өйгә тиклем оҙатыу. Оҙатып барыу. ■ Шәрәф, иртук алаһы кустәнәстәрен алып, нәмәләрен тейәнеп, юлға сығырға әҙерләнеп бөткәйне. Уны Фатима менән Кадир оҙата төшәсәктәр. Б. Бикбай. «Әйҙә мин һине оҙатып ҡу яйым», — тип алға ынтылды ла Гөлдәрҙең портфелен ҡулына алды Таһир. Р. Байбулатов.
3. Кемдер менән бергә йөрөү (юл кур-һәтеу, һаҡлау, ҡарау йәки хөрмәтләу маҡсаты менән). □ Сопровождать, провожать. Оҙатып йөрөу. Илселәрҙе оҙатыу. Сит ил ҡунаҡтарын оҙатыу. ■ Кунағын Мәжит Гафури Мырҙаҡайға тиклем уҙе оҙата килде. Р. Байымов.
4. Кешене китә торған еренә әҙерләп ебәреү, юлға сығарыу. □ Провожать, отправлять. // Проводы. Уҡыуға оҙатыу. Хеҙмәткә оҙатыу. ■ Уларҙы [ете туғанды] бөтә йәйләу .. хәйерле юл теләп оҙатып ҡалған. И. Абдуллин. «Әсәй, беҙҙең башҡорт
640