ОҘАТЫУ АШЫ
ҡатындары уландарын һуғышҡа йәшһеҙ оҙаталар», — тине Хаммат, ипләп кенә.
3. Биишева. Байназар больницаға оҙатыу кәрәклегенә ышанып уҡ бөтмәне, ләкин Ғамир, ысын күңелдән бирелеп, бик ныҡығас, ат егә башланылар. Б. Бикбай.
5. Кешене ҡайҙалыр бер ергә ирекһеҙләп ебәреү. □ Сослать. // Ссылка. ■ Ташкент, Жиззахта ихтилал бигерәк тә көслө була. Ә аҙаҡ Төркөстан буйлап баҫҡынсы генералдарҙың карат отрядтары ҡуҙғала, халыҡты ата, ҡыра, Себергә оҙата. Р. Байымов. [Тимербай:] Мин Себерҙә бер ҡарт эшсе менән осраштым. Уны теге бишенсе йылда баш күтәргән өсөн ғүмерлек каторгаға оҙатҡандар. 3. Биишева.
6. этн. Ҡыҙҙы кейәү йортона ебәреү. □ Провожать (девушку в дом жениха), выдать замуж. Кейәүгә оҙатыу. ■ Усман бай, икенсе ҡыҙын Ғөмәр ауылына кейәүгә биреп, артынан байтаҡ мал һәм йорт йыһазы менән оҙатты. Ж. Кейекбаев.
7. Нимәнелер һатыр, тапшырыр өсөн ебәреү. □ Отправлять, отправить; экспедировать. // Отправка. Иген оҙатыу. Һалам оҙатыу. Ағас оҙатыу. ■ «Вагондар әҙер, паровоз бар, уларҙы мин үҙем оҙатасаҡмын», — ти офицер. И. Абдуллин. [Буранбай ағай — улына:] Нефтте шлангылар менән күлдән туп-тура цистерналарға тейәр ҙә оҙатыр инек. 3. Биишева.
8. күсм. Китеүсе, йырағайыусы кемделер йәки ниҙелер иғтибар менән күҙәтеү, карап ҡалыу. □ Проводить, провожать (глазами). ■ Фатима ҡыҙҙар төркөмөнә инеп йәшенгәнсе, Талха уны күҙе менән оҙатып ҡалды. Ж. Кейекбаев. Кисә, пассажирҙар поезын ситтән ҡарап ҡына оҙатҡанда, башында тыуған шиғри юлдар әле уға [Сергейға], уныц икеләнеү-ҡаушау тойғоһон сағылдырып һәм ҡапма-ҡаршы уйҙар уятып, күңелендә ҡайтанан яңғырап үтте. А. Абдуллин. Ринат Әлмираның көн аша тигәндәй сәғәт дүрттән фигуралы шыуыу секцияһында шөғөлләнеүен белә һәм тәҙрәнән уны ҡарашы менән оҙатып ҡала. Р. Байбулатов.
♦ <Йәнен> йәһәннәмгә оҙатыу ҡар. йәһәннәм. ■ «Әҙ генә көс етмәй ҡалды, йәһәннәмгә оҙата инек воеводаһы менән бер ус ярандарын, хыянатсы подпоручигын», — ти Невзоров. Ғ. Хөсәйенов. [Мохтасир:] Уйым — барып, Рәсүлдең йәнен йәһәннәмгә оҙатыу. Н. Мусин. Ҡаршы ала, оҙатып ҡала кешенең оло ихтирамы хаҡында һөйләгәндә әйтелә. □ Встречает и провожает (с улыбкой, с радостью). ■ [Ғәлиә апай:] Балаларым ҡайтһа, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, ҡунаҡ итеп оҙатып ҡала киленем. «Торатау», 19 июнь 2011. Үлемгә оҙатыу иҫән ҡалыуы икеле булған ергә ебәреү. □ Послать на верную смерть. ■ Әсәйем мине үлемгә оҙатҡандай, үкереп илап ҡалды. 3. Биишева. Ҡотлоярға күптән түгел генә дошман булып йөрөгән Үмәр ҙә бөгөн уны оҙатыу кисенә килмәй ҡалмаған, сөнки ул кешене һуғышҡа оҙатыуҙы үлемгә оҙатыу менән бер күрә. һ. Дәүләтшина. Аҡһаҡ Тимерҙең Арғын егеттәрен, юрамал тигәндәй, үлемгә оҙатыу ы .. билдәле булғас, Боғара ғәскәрендә яман тауыш ҡупты. Ә. Хәкимов.
ОҘАТЫУ II (оҙат-) (Р: сновать; И.: warp; T.: ip uçlarım yolluk makarasına uzatmak) ҡ. туҡ.
Киндер, тула, шәл һуғырға әҙерләгәндә буйлыҡ епте һуҙыу. □ Сновать. ■ Әсәләре ятып ауырымаҫтан аҙна-ун көн элек, еп оҙатҡан сағында уҡ әле, баштан түҙә алмай йөрөнө. Ж. Кейекбаев.
ОҘАТЫУ III (оҙат-) ҡ. диал. ҡар. оҙайтыу. Хәбәрҙе оҙатыу. Ваҡытты оҙатыу. Эш көнөн оҙатыу. ■ Етәр инде, Тәүкә, һиңә! һин шул Хәнәли байҙың һүҙен һөйләйһең. Юҡҡа оҙатмағыҙ! М. Буранғолов.
ОҘАТЫУ АШЫ (Р: прощальное угощение; И.: farewell, repast; T.: düğünün son günündeki yemek ikramları) и. этн.
Туйҙың һуңғы көнөндә ҡунаҡтарҙы һыйлай торған хушлашыу ашы; хуш ашы. □ Прощальное угощение в последний день свадьбы. Оҙатыу ашына йыйылыу. Оҙатыу ашында ит һоғондоралар. ■ Оҙатыуға торна булып кейенеп керәләр... Торна кереү — иң һуңғы оҙатыу ашы. Хуш ашын өйҙәрендә атҡарыу өсөн бер йола ул. Ф. Нәҙершина.
21 - 1.0062.14
641