Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 642


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОҘАТЫУСЫ
ОҘАТЫУСЫ I (Р.: провожающий; И.: escort; attendant; T.: geçiren) и.
1. Китеүсе кеше менән һаубуллашып, оҙатып ҡалыусы. □ Провожающий. ■ Купеға башҡа юлаусылар килеп ингәс, оҙатыусылары төшөп китте. Г. Ғиззәтуллина. Бына оҙон кукрәкле урман арбаһы ҡа-рыша-тартыша көскә ҡуҙғалып китте, оҙатыусылар уға эйәреп урамға сыҡтылар.
3. Биишева. Китер ваҡыт еткәс, бөтә йорт алды оҙатыусылар менән тулды; куршеләр ҙә, таныш-белештәр ҙә, бергә уҡыған дуҫтар, хатта уҡытыусылар ҙа йыйылған. Ә. Бикчәнтәев.
2. Кемдер менән бергә барған, бергә йөрөгән кеше (юл курһәтеу, ҡарау, хөрмәтләу, кешегә йәки берәй нәмәгә ҡарауыл булыу һ. б. ниәте менән). □ Проводник; сопроводитель, гид. ■ Әлфиә һәм уны оҙатыусылар бөгөн юлдың уңайһыҙлығын һиҙмәнеләр. И. Абдуллин. Оҙатыусы һөйләгәндәрен ауыҙ асып, шаҡ ҡатып тыңлай берәуҙәре, икенселәре, фотоаппаратын, кинокамераларын йәки мольберттарын йөкмәп, уҙ алдарына уйға сумып ҡыҙыра. Й. Солтанов. Был тирәләге тау, урмандарҙы биш бармағы һымаҡ белгән оҙатыусылары булмаһа, Зәки Вәлиди уҙе лә хәуефһеҙ генә килеп етә алыр инеме икән Шығайға! С. Агиш. Мәскәу эргәһендәге һуғышта ҡаты яраланған һәм хәрби госпиталдә бик оҙаҡ дауаланғандан һуң махсус оҙатыусы ярҙамында өйҙәренә ҡайтып төшкән Шәһисолтан. М. Садыкова.
3. Нимәнелер һатыр, тапшырыр өсөн ебәреүсе. □ Отправитель. Тауар оҙатыусы. Оҙатыусы булыу. Посылка оҙатыусы. ■ Ғәләу ҡарт — артель тарафынан ебәрелгән йөк оҙатыусы, артелгә кәрәк нәмәләрҙе алып ҡайтыусы ине. А. Таһиров.
ОҘАТЫУСЫ II (Р.: сновальщик; И.: warper; T: dokuma tezgâhı işçisi) и. туҡ.
Туҡыу эшендә буйлыҡ әҙерләүсе. □ Сновальщик; сновальщица. Яҡшы оҙатыусы. Тәжрибәле оҙатыусы. Оҙатыусы булыу. Оло оҙатыусы. Туҡыу эшенә йәш оҙатыусылар әҙерләнде.
ОҘАТЫШЫУ (оҙатыш-) ҡ. урт. ҡар. оҙатыу I. взаимн. от оҙатыу I. ■ Байгилде
ағайҙың йәп-йәш ҡыҙҙы курмәгән-белмәгән тол иргә һатып ебәреуен хупламаған курше-куләндең береһе лә ҡыҙ оҙатышырға килмәне.
3. Биишева. Макар, Рәмзиәнең юл сумкаһын тотоп, оҙатыша сыҡты. М. Садыкова. Бишек туйы уҙғарыу мәсьәләһе тураһында һөйләшеп килешелгәс, ҡатын-ҡыҙ сыр-сыу килеп кендек әбейен юлға оҙатышыуҙа ҡатнашты. Я. Хамматов. Беҙҙең ғумер гел оҙатышыуҙан да, һағынып курешеуҙән генә тора бит. Ш. Янбаев.
ОҘАУ (оҙа-, оҙая) ҡ.
1. диал. ҡар. оҙайыу 1. Көн оҙаны. Кышын төндәр оҙай. Ваҡыт оҙаны.
2. диал. ҡар. оҙонайыу 2. Юл оҙау. Аҙымдар оҙаны. Ара оҙау.
3. диал. ҡар. оҙаҡлау. Эштә оҙау. Я Беҙ ҙә оҙамабыҙ, ҡайта тор, ҡайным. Н. Мусин.
ОҘАҺЫ бәйл. ҡар. оҙон III. Тон оҙаһы. Кыш оҙаһы. Йәй оҙаһы. ■ [Рәхимә:] Мин әйтәм, ни булды, улай көн оҙаһына кеше йоҡламай. К. Кинйәбулатова.
ОҘОН I (Р: длинный; И.: long; T: uzun) с.
1. Буй үлсәме ҙур; киреһе — ҡыҫҡа. □ Длинный, долгий. Оҙон итәк. Оҙон ең. Оҙон арҡан. £ Тоняның йөҙө яҡтырҙы, оҙон керпектәре һирпелеп ҡуйҙы. А. Абдуллин. Оҙон сәсле, ҡара ҡашлы Айһылыуым бар микән? Ялы-ҡойроғо ергә тейгән туры толпарым бар микән? «Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән». [Карт] өҫтөнә оҙон йәшел сапан кейгән, башына ҙур аҡ сәллә ураған, ҡулына уҙенән оҙон таяҡ тотҡан. «Ҡуҙыйкүрпәс». Оҙон һаплы һәнәк менән бесәнде сәнсеп алып кутәреуе ҡыйыныраҡ икән шул. Н. Мусин. Шәурә килен, кейгән еләнеңдең итәк осҡайынан еңе оҙон. Халыҡ йырынан. • Бауҙың оҙоно, һуҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы. Әйтем.
2. Бейеклек үлсәме ҙур, бейек (сағыштырмаса нәҙек нәмәләргә ҡарата). □ Высокий. Оҙон ағас. Оҙон бағана. Оҙон торба. ■ Оҙон тимер бағаналарҙың башына яртылаш ҡалай ҡағылған был биналар, завод корпустары булыуҙан да бигерәк, колхозда әле төҙөлөп бөтмәгән мал һарайҙарын хәтерләтте. Ғ. Аллаяров. Куп тә утмәй, малай бер ҡулы менән оҙон баҫҡыс, төтөнө
642