Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 643


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

оҙон
борҡоп торған курек кутәреп килеп тә етте. Р. Байбулатов.
3. Буйға ҙур булған, бейек (кешегә ҡарата). □ Высокий (о человеке). Кәуҙәгә оҙон ҡыҙ. ■ Оҙон буйлы, шоморт ҡара куҙле йәш кенә бер ецгә, аласыҡ мөйөшөндә бер уҙе бер ерҙә ултырған тумәр умарта һымағыраҡ бер сәйер һауыт янына барып, гөбөрләтеп ҡымыҙ бешә башланы.
3. Биишева. Кабинетҡа оҙон, айыу кеуек, килбәтһеҙерәк кәуҙәле, иҫ киткес асыҡ йөҙлө, саллана башлаған сәсле кеше керҙе. И. Абдуллин. Оҙон малай һуҙ һайын уҙенец оҙонлоғо менән маҡтанып бара. С. Агиш.
4. Ҙур араға һуҙымлы; алыҫ аралы, алыҫ. □ Долгий, далёкий. Оҙон ара. Оҙон аҙым. ■ Урал уцға киткән һуц, оҙон юлға төшкән һуц, куп һыуҙарҙы кискән, ти, куп тауҙарҙы ашҡан, ти. «Урал батыр». Оҙон, оҙон, оҙон юл, осона сыҡҡан бар микән, Арҡауылдыц утынан ат утлатҡан бар микән? «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
5. Ваҡыт талап иткән; күләмле. □ Длинный, продолжительный. Оҙон һуҙ. Оҙон телмәр. ■ Йондоҙҙар, асыу килтереп, куҙ ҡыҫтылар, телефон бағаналары эс бошорғос оҙон һәм ялҡытҡыс бер көйҙө йырланылар. И. Абдуллин.
6. Күп ваҡытҡа һуҙымлы; дауамлы, оҙаҡ. □ Долгий. Оҙон ғумер. Оҙон төн. ■ Ҡыш ни тиклем оҙон булмаһын, көн артынан көн, ай артынан ай утеп, яҙ ҙа килеп етәсәк. Ә. Хәкимов. Оҙон көн утте, әммә, гөнаһ шомлоғона ҡаршы, Нур өмөтләнеп көткән һал да, катер ҙа килеп сығып, уны ҡотҡарманы. И. Абдуллин. • Көндәшлегә төн оҙон. Әйтем.
7. Һуҙып, яйлап йырланыла йәки уйнала торған (көйгә, йырға ҡарата). □ Протяжный (о мелодии, песне).
♦ Оҙон ғүмерле бул (һын) {йәки оҙон ғүмер бирһен) яҡшы теләк һүҙе. □ Живи долго! ■ «Хәҙер бына Хәсбиямал бер уҙе эшләй, бурабыҙ тулы иген, — тип ҡыуана Бибекәй әбей. — Инде был ширкәт тигәненә Аллаһы Тәғәлә оҙон ғумер генә бирһен». 3. Биишева. Оҙон ҡолаҡлы {йәки ҡолағы оҙон) ҡар. ҡолаҡ. ■ Нур оҙон ҡолаҡлыларҙан
Илисәнец ялға ҡайтҡан командирға кейәугә сығып, әллә ҡайҙа китеп барғанын ишетте. И. Абдуллин. Оҙон ҡуллы {йәки ҡулы оҙон) кеше нәмәһенә тейеп барыусан; ҡулсыр. □ Нечист(ый) на руку. ■ Был хаҡта [Мораҙым тураһында] төрлө һуҙҙәр булды, ләкин төп фекер шуға ҡайтып ҡалды: «Ун йылға ебәреу ҙә бәләкәй яза тугел, башҡа «оҙон ҡуллы» кешеләргә һабаҡ булыр». Ғ. Әмири. Оҙон телле {йәки теле оҙон) артыҡ хәбәр, ғәйбәт һөйләүсе. □ Болтливый, склонный к сплетням. ■ Байгилде ағай ҙа оҙон телле булғаны өсөн шахтанан ҡыуып ебәрелде. 3. Биишева. Рәхмәт оҙон телле Минзадаға. Ул тәу башлап ҡыҙҙыц куҙен асты. М. Кәрим. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы хәбәрҙе оҙаҡҡа һуҙмай, төп фекерҙе йыйып ҡына әйтергә теләүҙе белдерә. □ Одним словом, короче говоря. ■ Ағай бер өләсәйемә, бер мицә ҡарап алды ла һуҙ башланы: «Зөлхизә инәй, Нурия һецлекәш, оҙон һуҙҙец ҡыҫҡаһы: мин Гәуһәргә әйләнер инем, әгәр һеҙҙец яҡтан да ризалыҡ булһа?» Г. Яҡупова. Оҙон һуҙҙец ҡыҫҡаһы, республиканыц дәуләт теле булған башҡорт телен һаҡлау һәм уҫтереу эшенә тотонорға кәрәк. «Киске Өфө», № 48, 2011.
ОҘОН II (Р.: долго; И.: for a long time; T.: uzun) р.
1. Күп ваҡытҡа һуҙымлы, күләмле итеп; оҙаҡ. □ Долго, длинно, продолжительно, пространно. Оҙон итеп яҙыу. Оҙон итеп һөйләу. ■ Оҙон һөйләй ул Ғилман ағай. С. Агиш. Поезд китергә сәғәттән аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, ул [Зәки] кәрәкле әйберҙәрен сумаҙанға әштер-өштөр генә тултырҙы ла Гәуһәргә оҙон итеп хат яҙҙы. И. Абдуллин. Бибекәй әбей, туцәрәк куҙҙәрен тағы ла туцәрәкләндереп, һәр һуҙҙе һаман шулай көйләп, оҙон һуҙып әйтеп, ҡыуанысын, көйөнөсөн һөйләне. 3. Биишева. «Мин оҙон һөйләргә профессор тугел», — Фатима, уҙҙәренә агробиологиянан ҡыҫҡаса курс уҡыусы Ожегановты иҫенә төшөрөп, көлдө. Б. Бикбай.
2. Буйға йәки оҙонлоҡҡа ҙур итеп. □ Длинно. ■ [Әҡлимә — Әлфиәгә:] Артыҡ оҙон ҡырҡырға ярамай [сәсецде], әтеу бө
21*
643