Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 644


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

оҙон
төнләй бала-саға һымаҡ буласаҡһың, һинең былай ҙа йөҙөң «аристократический». И. Абдуллин. Матвей Иванович та һуҙендә торҙо, Украинанан оҙаҡламай оҙон итеп төрөлгән ауыр посылка килеп төштө. Р. Байымов. Ҡыҙырас кепканы алып кейҙе лә Йомғаҡҡа: «Инде арт аяғыңа ултыр! — тип бойорҙо. — Телеңде сығар, оҙон итеп сығар!»
3. Биишева.
ОҘОН III (Р.: весь; И.: whole, entire; T.: tüm) бәйл.
Төп килештәге ваҡыт һәм араны аңлатҡан һүҙҙәр менән эйәлек мөнәсәбәтендәге бәйләнешкә инеп, эш-хәлдең дауамын белдерә. □ Весь. Кыш оҙоно. Төн оҙоно һаташып сыҡты. Яҙ оҙоно һыуыҡ булды. ■ Егет-елән көн оҙоно тимерлек янында. Ә. Хәкимов. Их, уйындарҙың куплеге! Уларҙың һәр ҡайһыһын берәр тапҡыр ғына уйнаһаң да, көн оҙонона етерлек. Н. Мусин.
ОҘОНАЙТТЫРЫЛЫУ (оҙонайтты-рыл-) ҡ. төш. ҡар. оҙонайттырыу. страд, от оҙонайттырыу. Каникулдар оҙонайтты-рылған.
ОҘОНАЙТТЫРЫУ (оҙонайтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. оҙонайтыу, понуд. от оҙонайтыу. Ялды оҙонайттырыу. Оҙонайттырып алыу. Оҙонайттырып ҡуйыу.
ОҘОНАЙТЫЛЫУ (оҙонайтыл-) ҡ. төш. ҡар. оҙонайтыу, страд, от оҙонайтыу. Арҡан оҙонайтылған. Оҙонайтылған дәрес. Өҫтәл оҙонайтылды.
ОҘОНАЙТЫУ (оҙонайт-) (Р: удлинять; И.: lengthen; T: uzatmak) ҡ.
1. Буй үлсәмен арттырыу; оҙонораҡ итеү. □ Удлинять. // Удлинение. Итәкте оҙонайтыу. Арҡанды оҙонайтыу. Оҙонайтып биреу. Тартып-киреп оҙонайтыу. ■ Ҡыуандыҡ .. туҡтаған саҡта ла, менгеһенең теҙгенен арҡан менән оҙонайтып, ҡулдан ыскындырманы. Ә. Хәкимов. [Ҡартатай — Салауатҡа:] Мин бит уның [ҡурай] менән һоҡланып, уны яратып, уның ғумерен куп йылдарға оҙонайтыр өсөн ҡырҡып алам. Н. Ғәйетбаев. Куп тә утмәй [Насирҙың]теҙгенен оҙонайтып аяғына бәйләгән аты ҡапыл тертләп бышҡырынды. 3. Ураҡсин. Бикмо
рат дилбегәһен сисеп алды, уға арҡан ялғап оҙонайтты. Н. Мусин.
2. Бейеклек үлсәмен арттырыу; оҙонораҡ итеү. □ Удлинять. // Удлинение. Оҙонайтып ебәреу. Оҙонайтып ҡуйыу. Тартып-һуҙып оҙонайтыу. Оҙонайтып ултыртыу.
3. Ара һуҙымын арттырыу; алыҫыраҡ итеү; алыҫайтыу. □ Удлинить; продлевать. // Удлинение. Араны оҙонайтыу. Һуҡмаҡты оҙонайтыу. Еумерҙе оҙонайта. ■ Ә Мәҙинә кеуек халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар милләт ғумерен һәр береһе кәмендә йөҙ йылға оҙонайта. Т. Ғарипова.
4. ҡар. оҙайтыу 2. Хәбәрҙе оҙонайтыу. Эште оҙонайтыу. Ваҡытты оҙонайтҡандай ҡыланыу.
5. ҡар. оҙайтыу 1. Эш көнөн оҙонайтыу. Ялды оҙонайтыу.
ОҘОНАЙЫУ (оҙонай-, оҙоная) (Р: удлиниться; И.: elongate; T.: uzamak) ҡ.
1. Буй үлсәме артыу; оҙонораҡҡа әйләнеү, оҙонораҡ булыу. □ Удлиниться, прибавляться. // Удлинение. Көн оҙоная. Оҙоная бара. Бер сәғәткә оҙоная бара. Хәбәр оҙоная. ■ Барый ҡарттың хәбәре оҙонайған һайын, Фәруәз Лоҡмановичтың туҙемлеге ҡыҫҡара барҙы. М. Ямалетдинов. Ҡояш байтаҡ тубән төшкән, кеше, ат куләгәләре оҙонайғайны. С. Агиш.
2. Бейеклек үлсәме артыу; бейегерәккә әйләнеү, бейегерәк булыу. □ Удлиниться, прибавляться. // Удлинение. Үҫеп оҙонайыу. Оҙонайып уҫеп китеу. ■ Ҡул буйындағы сиҙәмлек өҫтөндә куләгәләр ҙә бер оҙонайып, бер кесерәйеп йугергеләне. Ғ. Хәйри.
3. Ара һуҙымы артыу; алыҫыраҡҡа әйләнеү, алыҫыраҡ булыу; алыҫайыу. □ Отдаляться; удаляться. // Отдаление, удаление. Юлдар оҙоная. ■ Ҡыҫҡа юлдар оҙоная, төн ҡараһы ҡаплаһа. Халыҡ йырынан.
4. ҡар. оҙайыу 2. Хәбәр оҙонайҙы. Оҙоная бара.
5. ҡар. оҙайыу 1. Төн оҙонайған мәл. ■ Ҡараңғы төшөугә лә байтаҡ ваҡыт утте инде, көндәр ҡыҫҡарған, төндәр оҙонайған мәл — декабрь башы. Н. Мусин.
644