Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 645


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

оҙонлоҡ
ОҘОНАЯҠ (оҙонаяғы) (Р.: долгоножка вредная; И.: European cranefly; T: tipula sineği) и. зоол.
1. Кәбеҫтә, һуған, картуф һ. б. үҫемлектәрҙе ашай торған оҙон аяҡлы ҡоротҡос бөжәк. □ Долгоножка вредная (лат. Tipula paludosa). Инә оҙонаяҡ. Ama оҙонаяҡ. Оҙонаяҡ йомортҡалары. Оҙонаяҡтыц ҡарышлауығы.
2. диал. Ике тар ҡанатлы, оҙон аяҡлы, нәҙек кәүҙәле ҡан һурғыс бөжәк; серәкәй. □ Комар. / Комариный (лат. Culex). Оҙонаяҡ тешләуе. Оҙонаяҡтыц безелдәуе. Утҡа йыйылған оҙонаяҡтар.
ОҘОНАЯҠ СӘПСӘҮ (Р.: ходулочник; И.: stilt; T.: bayağı uzunbacak) и. зоол.
Рәсәйҙең көньяғында тоҙло һыу буйҙарында йәшәй торған бик оҙон аяҡлы көйөлдөләр. □ Ходулочник (лат. Himantopus himantopus). Оҙонаяҡ сәпсәуҙең суҡышы. Оҙонаяҡ сәпсәу ояһы. Оҙонаяҡ сәпсәу йомортҡаһы.
ОҘОНБАРМАҠ (оҙонбармағы) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған тырнаҡлы ырыуы аймағы. □ Название родового подразделения башкир рода тырнаҡлы племени ай. Оҙон бармаҡтар тармағы. Оҙон бармаҡтар йәшәгән ауыл.
ОҘОНБОРОН (Р: кулик; И.: sandpiper; T.: dere düdükçünü) и. зоол. диал. ҡар. көйөлдө.
Оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө ҡош (йылға, ҡул буйында, һаҙамыҡ ерҙә йәшәй). □ Кулик (лат. Actitis hypoleucos). Ҙур оҙонборон. Оҙонборон тәпәйе. Оҙонборон тауышы. Йугереп йөрөгән оҙонборон.
ОҘОНҒА ЕБӘРЕҮ (оҙонға ебәр-) ҡ. ҡар. оҙаҡлатыу. ■ Нәсимә Хәмитовна һуҙҙе оҙонға ебәрмәне. Р. Байбулатов.
ОҘОНҒА ҺУҘЫУ (оҙонға һуҙ-) ҡ. ҡар. оҙаҡлатыу.
ОҘОНҠОЙРОҠ (оҙонҡойроғо) (Р: хомяк; И.: hamster; T.: cırlak sıçan) и. зоол. диал.
Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған, нәҙек оҙон ҡойроҡло, һоро төҫлө йәнлек; сысҡан; ҡомаҡ. □ Хомяк (лат. Cricetus cricetus). Оҙонҡойроҡ сыйылдауы. Оҙонҡойроҡ ояһы. Оҙонҡойроҡтар килтергән зарар.
ОҘОНЛАР (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени табын.
ОҘОНЛОҠ (оҙонлоғо) (Р: длина; И.: length; T: uzunluk) и.
1. Һыҙыҡтың, яҫылыҡтың, есемдең ике сик нөктәләре, бер-береһенән йыраҡлашҡан йүнәлештә һуҙылып киткән буйы; бер-береһенән иң алыҫ торған ике нөктә араһы. □ Длина, протяжённость. Оҙонлоҡто улсәу берәмеге. Булмәнец оҙонлоғон һәм киңлеген билдәләу. ■ Бейеклеккә һикереуҙә лә, оҙонлоҡҡа һикереуҙә лә Хафиз бөтә чемпиондарҙы уҙып китте. Ф. Иҫәнғолов. Йөҙшишмә ауылы Аҡнөгөш уҙәнендә урынлашҡанға курә, уның оҙон өс урамы ла бер-береһе менән бер тигеҙлектә, оҙонлоҡтары ла типә-тиц. Д. Бүләков.
2. Нимәнеңдер ике осо араһындағы алыҫлыҡ, ара, оҙонға һуҙылыу дәрәжәһе. □ Длина, протяжённость. Юлдың оҙонлоғо. Йылғаның оҙонлоғо. S Шәғәле куҙен асҡанда, ҡояш һөңгө оҙонлоғо кутәрелгән ине инде. К. Мәргән. Улар [Әйләр хан сапҡындары] шулай уҡ бер ағас төбөндә Алпамышаның уҙенән башҡа бер кем дә тарта алмаҫ ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янын, алмас башаҡлы уҡтарын табып алып ҡайталар. «Алпамыша».
3. Билдәле бер ваҡыттың һуҙымы. □ Продолжительность. Эш көнөнөң оҙонлоғо. Хикәйәнең оҙонлоғо. ■ Ҡышҡы көндөң оҙонлоғо ни бары бер һаплам еп саҡлы ғына тип әйтерлек. И. Ғиззәтуллин. Кеше ғумеренең оҙонлоғона илдәге тормоштоң нисек булыуы, әлбиттә, туранан-тура тәьҫир итә. Н. Мусин. Йәшәй белмәуебеҙҙең сере — ана шул тарих оҙонлоғонда килә-килә
645