Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 647


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЖМАХЛЫ БУЛЫУ
куҙле. 3. Биишева. Атаһына оҡшап, аҡһыл сырайлы, оҙонса йөҙлө, ҙур ҡара куҙле матур егет булып уҫте ҡолонсағы. Т. Ғарипова. Ул [Ғимай] артына әйләнеп ҡарау менән оҙонса буйлы, ҡалын ғына кәуҙәле, йөҙҙәрен оҙон һары һаҡал һәм мыйыҡ баҫҡан, һоро шинелле, аяғында сабата, башына һоро папаха эләктереп алған бер кеше курҙе. И. Насыри.
ОҘОНСАЛАНЫУ (оҙонсалан-) (Р.: вытягиваться; И.: stretch; T.: uzanmak) ҡ.
Оҙонсаға әйләнеү, оҙонса булыу. □ Вытягиваться. Кәуҙәһе оҙонсаланған. Йөҙө оҙонсаланған. Оҙонсаланып тора. Оҙонсаланып киткән.
ОҘОНСАЛАУ (оҙонсала-) (Р: делать продолговатым; И.: do oblong; T.: uzunca yapmak) ҡ.
Оҙонса итеү. □ Делать продолговатым; удлинять. // Удлинение. Оҙонсалап сабыу. Оҙонсалап ҡырҡыу. Оҙонсалап эшләу.
ОҘОНТОРОҠ (Р: с длинным туловищем; И.: long torso; T.: uzun gövdeli) с.
Оҙон һынлы. □ С длинным туловищем. ■ Уға [Юлдашҡа] инәһенең һөтөн имә алмай торған был оҙонтороҡ ҡына һылыу ҡолонсаҡтар ҡыҙғаныс була башланы.
3. Биишева. Ҡолон сағынан уҡ ҡарап уҫ-тергән һәм әлеге мәшәҡәтле юлды бергә ут-кәргән оҙонтороҡ, кикел сәсле Турысайы, юғалтҡан хужаһын [Шағәлене] танырға теләгәндәй, икеләнеп ҡарап тора. К. Мәргән.
ОҘОНТОРОҠЛАНЫУ (оҙонтороҡлан-) (Р: вытягиваться; И.: long torso; T.: uzamak) ҡ.
Оҙон һынлыға әйләнеү, оҙонораҡ булыу. □ Вытягиваться. ■ Клиниканан буйға тағы ла оҙонтороҡлана төшөп, аҡһыл сырайлы, уйсаныраҡ моңло куҙле малайға әйләнеп ҡайтты Рауил. Б. Бикбай.
ОҘОН-ҺЫҘА (Р: широко, длинно (шагать)-, И.: long; T.: uzun) p.
Оҙон итеп, һуҙып. □ Широко, длинно (шагать). Оҙон-Һыҙа атлау. Оҙон-Һыҙа баҫыу. ■ Мөлөк ағай әйләнеп бер ҡараны ла оҙон-һыҙа баҫып атлауын дауам итте. Т. Хәйбуллин.
ОЖМАХ (Р: рай; И.: Eden; T.: cennet) и.
1. Дини ҡараш буйынса, үлгән гөнаһһыҙ бәндәләрҙең йәне урынлаша торған матур, рәхәт, мул донъя; йәннәт. □ Рай. / Райский. Ожмах емеше. Ожмахҡа тиң. Ожмах туре. Ожмахҡа инеу. ■ Бибисара абыстай .. Емешкә тәмләп-яйлап теге донъя, тамуҡ, ожмах хаҡында уҙенең бөткөһөҙ оҙон, йөрәк өшөткәс ҡурҡыныс әкиәттәрен һөйләне. 3. Биишева. Берәуҙәр, тиҙерәк сират куперен кисеп сығып, ожмахтан яҡшыраҡ урын алырға тырыша, икенселәр, фани донъяла эшләгән гөнаһтарынан ҡурҡып, артҡараҡ китергә, ҡасырға ынтыла. И. Абдуллин. [Рябчинский:] Әгәр «теге донъя» тигәндәре була ҡалһа, һин [әсәй], моғайын, ожмахтың туренән төшмәҫ инең, ә фәрештәләр минең хаҡта хәбәрҙәр һөйләп торорҙар ине. А. Мағазов.
2. кусм. Матур, рәхәт урын. □ Рай. / Райский. ■ Беҙҙә тиңһеҙ сахралар, сахралар — ожмах улар. Ш. Бабич. Оҙаҡ ҡарап тора [бер кеше] иҫе китеп ожмах кеуек йорттар эсенә, фәрештәләр кеуек матурланып, унда йөрөгән һәр бер кешегә. М. Ғафури.
♦ Урыны (йәки йәне) ожмахта (йәки ожмах түрендә) булһын йәки урынын ожмах ҡылһын үлгән кешегә ҡарата әйтелә торған теләк. □ Пусть его место будет в раю. И Башҡорт теленең байлығын, нәфислеген, моңон, шәукәтлелеген, илаһилығын аңлап яҙҙы Зәйнәб Биишева (йәне ожмахта булһын). С. Поварисов. «Урындары ожмахта булһын», — тип теләк теләйем. Б. Рафиҡов. [Ғиндулла хәҙрәт:] Сөләймән ҡарттың урыны ожмахтың турендә булһын. Ғ. Хәйри.
ОЖМАХ КҮЛДӘГЕ (Р: саван; И.: shroud; T.: kefen) и.рит.
Мәйеткә кәфен эсенән текмәй генә яһап кейҙерелгән күлдәк. □ Саван, доел. Райское платье. Ожмах кулдәге кейҙереу.
ОЖМАХЛЫ БУЛЫУ (ожмахлы бул-) (Р: войти в рай; И.: ascend to heaven; T.: cennete girmek) ҡ.
Ожмахҡа инеү. □ Войти в рай. ■ «Ғата ағайың янды ла был ғазаптарҙан ҡотолдо, туп-тура ожмахлы булды»,— тине әсәйем. Ғ. Ғүмәр.
647