Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 650


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЙҠАШТЫРЫУ
ОЙҠАШТЫРЫУ (ойкаштыр-) (Р.: скучивать; И.: accumulate; pack; T.: kümeleştirmek) ҡ.
1. Тығыҙлап, бергә беректереү, бергә туплау. □ Скучивать. //Скучивание. Ойҡаш-тырып ултыртыу. ■ Бына килтереп еткерҙем, бөтәбеҙ ҙә имен-аман, ҡалғанын уҙец кур, тигәндәй, айғыр уларҙы [йылҡыларҙы] урам ҡаршыһында уҫкән тарбағай йыуан имән тирәһенә ойҡаштырып яһалған еҙелек янына өйөрөлтөп туҡтатты. Ғ. Ибраһимов.
2. кусм. Бер уй, бер теләк тирәһенә туплап, берләштереү; ойоштороу. □ Сплотить. // Сплочение. Халыҡты ойҡаштырыу.
■ Яуҙан ҡайтып, куҙ-баш алғас та, хан илселекте ойҡаштырҙы. Ғ. Хөсәйенов.
ОЙҠАШЫУ (ойкаш-) (Р.: скучиваться; И.: huddle; T: kümeleşmek) ҡ.
1. Тығыҙланып, бергә тупланыу. □ Скучиваться. Ойҡашып ултырыу. ■ Йорттар, ойҡашып тугел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла. Интернет селтәренән.
2. кусм. Бер уй, бер теләк менән берләшеү; ойошоу. □ Сплачиваться. // Сплачивание. Халыҡ менән бергә ойҡашып йәшәу.
ойҡо и. иҫк. кит. ҡар. йоҡо I, 1. Төнгө ойҡо. Ойҡо бирмәу. Ойҡо бөтөу. Ойҡонан тороу. Ойҡонан уяныу.
ОЙМАШЫУ (оймаш-) ҡ. диал. ҡар. ойошоу 1. Һалма оймашҡан. Сәсе оймашып бөткән. Эттец йөнө оймашып киткән.
ОЙМОС и. диал. ҡар. ойомос 1. Оймос әҙерләу. Оймос һалыу. Оймосҡа һөт әҙерләу.
ОЙОГӨЛ (Р: дрёма белая; И.: evening campion; T: beyaz campion) и. бот.
Ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ аҡ сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Дрёма белая (лат. Melandrium album). Ойогөл сәскәһен йыйыу. ■ Был уләнде, башын эйеп йоҡлаған кеуек ултырғанға, ойогөл тип атағандар. Интернет селтәренән.
ОЙОҒАН (Р: прокисший; И.: turn sour; T: ekşi) с.
Әсегә әйләнгән, әсегән. □ Прокисший.
■ Перәниктәр .. тубәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ойоған һөткә бер стакан шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ сода һалып болғатырға; он ҡушып, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ
итеп баҫырға ла 1,5—2 см ҡалынлығында йәйергә кәрәк, артабан туцәрәкләп ҡырҡып, мейескә ҡуйырға. «Йәшлек», 27 сентябрь 2011. • Ҡайнамаған һөт — алтын, ҡайнаған — көмөш, ойоған — баҡыр. Әйтем.
ОЙОҘОУ (Р: заклинание; И.: charm; Т: büyü sözleri) и. этн.
Башҡорттарҙа им-том менән имләү ысулы. □ Заклинание (магический способ лечения у башкир). Ойоҙоу һәләтенә өйрәнеу. Ойоҙоу тәртиптәре.
ОЙОҠ (ойоғо) (Р: чулок; И.: stocking; Т: çorap) и.
Еп, йөндән һ. б. бәйләп эшләнгән оҙон ҡуныслы йоҡа аяҡ кейеме. □ Чулок; чулки. / Чулочный. Ебәк ойоҡ. Еп ойоҡ. Йөн ойоҡ. Тула ойоҡ. Баҙар ойоғо. ■ Уныц [Сә-миғулланыц] өҫтөндә ҡыҫҡа ҡыптыр тун, аяғында ап-аҡ тула ойоҡ менән ап-аҡ сабата. М. Кәрим. [Әсәһе — Сабирға:] Ошо йөндән һицә ойоҡ бәйләр өсөн тегәр еп йыуанлығы иттереп, нәҙек кенә итеп иләйем әле. Ғ. Хәйри. Зөбәржәт кулдәген, ойоҡтарын йәһәт кенә кейҙе, ойпаланған сәстәрен һыйпаштырғылап, капрон яулығын ябынды, өҫтәл эргәһенә килде. Н. Мусин. [Ихсанбайҙыц] әсәһе тур башында, ойоҡмо, бейәләйме бәйләй. Т. Ғарипова.
ОЙОҠБАШ (Р: носок; И.: sock; T: kısa çorap) и.
1. Ҡыҫҡа ҡуныслы ойоҡ; башалтай. □ Носок; носки. ■ Ишек алдында бер нисә ҡарсыҡ куләгәлә бейәләй, ойоҡбаш бәйләп, тел сарлап ултыра. И. Абдуллин. [Мәликә әбей] колхозда эшләргә хәле ҡалмағас, көндө нисек уҙғарырға белмәйенсә, ауылдаштары йыйған йөндән фронтҡа ебәреу өсөн ойоҡбаштар, йылы бейәләйҙәр бәйләне, йөн иләне, йөн тетте. Я. Хамматов. Өҫтөнә нәҙек кенә ҡайыш менән быуылған ҡара кук гимнастёрка, балаҡтары ҡыҙыл ойоҡбашына тығылған шул уҡ төҫтәге галифе, аяғына аяҡ йөҙлөгөнән арҡыры ҡайыш менән тартылған һары сандали кейгән Уйылданды хәҙер танырлыҡ та тугел. Р. Өмөтбаев.
2. миф. Бүҫерҙе магик дауалау өсөн ҡулланылған мифлаштырылған әйбер. □ Носок (мифологизированный предмет,
650