ойомдо
используемый в магическом лечении грыжи).
■ Буҫерле баланы ойоҡбаш менән тибеп имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ОЙОҠ-БЕЙӘЛӘЙ (Р.: чулки и варежки; И.: socks and mittens; T.: çorap ve eldivenler) и. йыйн.
Ойоҡ һәм бейәләйҙәр. □ Чулки и варежки. ■ Кис ултырып, һалдаттарға ойоҡ-бейәләй бәйләп оҙата инек. «Ағиҙел», № 4, 2010. [Катын-ҡыҙ] аш-һыу әҙерләу, мал тәрбиәләуҙән тыш, яуҙа йөрөгән ирҙәренә, улдарына ебәреу өсөн биленә тиклем һарыҡ тиреһе ҡуйып сәкмән, бурек, сарыҡ тегә, ойоҡ-бейәләй бәйләй. Н. Мусин. Ауылдарҙа ирҙәрен һуғышҡа оҙатҡан ҡатындар ҡыуыҡһыҙ шәм яҡтыһында атлыларға нағышлап ҡулъяулыҡ, тәмәке янсыҡтары сикте, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләне. Р. Өмөтбаев. [Фә-риттец әсәһе] һыуы һарҡып кипшенгән торф кирбестәренән иртәнән кискә тиклем оҙон-оҙон эҫкерт өйә, эштән ҡайтҡас та ял итмәй — ҡамыр баҫа, энә тотоп, ниҙер ямай, ойоҡ-бейәләй бәйләй. М. Садыкова.
ОЙОҠСАН (Р: в одних чулках; И.: in socks only; T: sadece çorap giyerek) р.
Ойоҡ тышынан бер нәмә лә кеймәгән көйө. □ В одних чулках. Ойоҡсан йөрөу.
■ Ҡысҡырышҡан тауышҡа уянған ауыл халҡы кем ойоҡсан, кем яланбаш урамға йугерешеп сыҡты. Я. Хамматов. Шамил, ҡурҡыуҙан йөҙө ағарып, артына сигенде, утын ағасы менән һелтәнеп өҫтөнә менеп килгән Дәуләттән ҡасып, ойоҡсан көйө тышҡа уҡ сығып китте. Н. Мусин. Ҡараһаҡал ойоҡсан тороп ҡалды, етмәһә, һул ҡулында сынйыр һөйрәлә. Б. Рафиҡов.
ОЙОҠҺОТОУ (ойоҡһот-) (Р: кружиться; И.: make whirl; T.: dönmek) ҡ.
1. Төрлө яҡлап өйөрөлдөрөү (ел, буранға ҡарата). □ Кружиться, кружить. Ойоҡһотоп өргән ҡарлы ел. ■ Тәуҙә аҙна буйы ойоҡһотоп епшек ҡар яуҙы, унан буран ҡотора башланы. Р. Солтангәрәев. Әгәр ҙә ел көслө булһа, барлы-юҡлы кәртә-ҡураның стеналары елгә тура йөрөргә ирек бирмәгәнгә, ойоҡһотоп, аш-һыу тора торған ыҙыстарға тулып бөтә. Ғ. Дәүләтшин.
2. кусм. Тыныслыҡты алыу; болоҡһотоу. □ Беспокоить, тревожить. Куцелде ойоҡһотоу. Бөгөн ойоҡһотоп тора әле. Ойоҡһотоп китте.
3. кусм. Дәртле, етеҙ хәрәкәт менән ниҙер башҡарыу, эшләү. □ Быстро делать что-л., проворно работать. Ойоҡһотоп бе-йеу. ■ Бына таҡмаҡ әйтә Хәйерниса, бына хәҙер Әсҡәбе. Ойоҡһотоп баҫа тыпыр-тыпыр, көйгә ҡушыла уның сәсҡабы. Т. Йәнәби. Салғыя тауы яғынан ҡыҙарып ҡояш ҡалҡып килгәндә, Абдрахман атаһының ағас көрәге менән урамда ойоҡһотоп ҡар көрәп йөрөй ине. Р. Өмөтбаев.
4. эйһ. ф. Йоҡоно килтереү; йоҡомһоратыу. □ Клонить ко сну, нагонять сон, дремоту. Сәйҙән һуң ойоҡһота. Көн болотло булғас, ойоҡһотоп тора. Кискә табан ойоҡһотоп китте. Куҙ йомолоп, ойоҡһота башланы. ■ Ямғыр ҙа, әкренәйеп, ҡабаланмай ғына ойоҡһотоп ҡыштырлауын белә. Ә. Хәкимов.
ОЙОҠҺОУ I (ойоҡһо-) (Р: кружиться; И.: whirl; T: dönmek) ҡ.
Төрлө яҡлап өйөрөлөү (ел, буранға ҡарата). □ Кружиться. Кар-буран ойоҡһой. Ойоҡһоп туҙан кутәрелә. И Ойоҡһоп ҡына һибәләгән ҡар ҡатыш һирәк ямғыр менән өҙөп-өҙөп иҫкән ҡырыҫ ел иһә яҡынлашып килгән дауыл тураһында хәбәр иткәндәй. Ә. Хәкимов. Капыл ойоҡһоп кутәрелгән ел, тоҙ туҙанын өйөрөлтөп, һауаға кутәрҙе.
3. Ураҡсин.
ОЙОҠҺОУ II (ойоҡһо-) (Р: привыкать; И.: cling to; T: alışmak) ҡ. диал. ҡар. эйәләшеү.
Кемгә йәки нимәгә булһа ла өйрәнеп китеү. □ Привыкать, льнуть, тянуться, тяготеть к кому-чему, примыкать к кому-чему. Балаға ойоҡһоу. Кешегә тиҙ ойоҡһоу. Ойоҡһой алмай интегеу.
ОЙОҠ ЭНӘҺЕ (Р: чулочные спицы; И.: kind of needle; T: çorap şişi) и.
Биш сымдан торған, ойоҡ бәйләүҙә ҡулланылған энә. □ Чулочные спицы, игла чулочная. Ойоҡ энәһе һатып алыу. Ойоҡ энәһе яһау. Ойоҡ энәһен ослау.
ОЙОМДО (Р: выбоина; И.: dent; T: çukur) и. диал. ҡар. уйым.
651