Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 652


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ойомой
Уйынты. □ Выбоина. Ойомдонан атлау. Ойомдоларҙы ҡаплау.
ОЙОМОЙ и. диал. ҡар. ойомос 1. Ойо-мойға һөт ҡайнатыу. Ойомой әҙерләу серҙәрен өйрәнеу.
ОЙОМОС (Р.: закваска; И.: ferment; Т.: maya) и.
1. һөттө ойотоу өсөн һалына торған ҡатык; ойотҡо. □ Закваска. Һөткә ойомос һалыу. Ойомос яһау. Баланы куршегә ойомосҡа ебәреу. ■ Һөткә ойомос һалып ойоторға ҡуйҙым [Мәҙинә]. Г. Ғиззәтуллина.
2. диал. Үҙенән-үҙе ойоған ҡатыҡ; сей ҡатыҡ. □ Простокваша. Ойомос эсеу. Ойомос эсәк-ашҡаҙанға бик файҙалы.
ОЙОМҺОРАУ (ойомһора-) (Р.: дремать;
И.: doze; T.: uyuklamak) ҡ. диал.
Йоҡлар-йоҡламаҫ хәлдә булыу; йоҡомһорау. □ Дремать, задремать, навевать дремоту. Бесәй мейес башында ойомһорап ултыра. Эҫегә ойомһорай башлау. Тора алмай ойомһорап ятыу. Сәйҙән һуц ойомһорап ки-теу.
ОЙОНҺОҘ (Р: без ветвей; И.: ferment; T.: budaksız) с. диал.
Ботағы булмаған; ботаҡһыҙ. □ Без ветвей. Ойонһоҙ ағастарҙы бер урынға йыйыу. ■ Ойонһоҙ ағас рамға һәйбәт була. Экспедиция материалдарынан.
ОЙОСҠОУ (ойосҡо-) ҡ. диал. ҡар. ойоҡ-hoy I. Көслө елдән туҙан ойосҡоп куккә ку-тәрелә.
ОЙОҪҠОТОУ (ойоҫҡот-) ҡ. ҡар. ойоҡһотоу 1. ■ Тышта буран ойоҫҡота башланы, бер нәмә куренмәй. Экспедиция материалдарынан.
ОЙОТҠАН (Р: катык; И.: kind of yoghurt; T.: yoğurt) и.
1. Йәш, сөсө ҡатыҡ. □ Катык, варенец. Туҫтаҡҡа ойотҡан һалыу. ■ [Ағаһы] ойотҡан эсереп, тамағын да туйҙырып сығармаған. Әкиәттән. [Хажисолтандыц әсәһе — Сәйҙеямалға] ярты икмәк, өҫтәуенә, ҡаймаҡҡа туғылған ойотҡан һалып бирҙе. Я. Хамматов. Кусәк бей килеп инеу менән, ҡатын баҙыян сеуәтәгә ойотҡан ҡойоп бирә. Халыҡ ижадынан. [Факиһа:] Бер биҙрә
һөтөм булһа, балаларыма ойотҡан ойотоп эсерер инем әле. Ж. Кейекбаев.
2. диал. ҡар. ойомос 2.
ОЙОТҠАН ТУҠЫШЫУ (Р: название детской игры; И.: sort of traditional game; T: çocuklar oyunu) и. этн.
Ҡыҙ балаларҙың яҙғы тәүге ҡатыҡты сеүәтә йәки бәләкәс кенә көбөсәк менән ҡырға алып сығып, матурлап туҡып, бер-береһенә күрһәтешеп, тәмләп ялап, ҡыҙыҡ итеп уйнауы. □ Название детской игры. Ойотҡан туҡышыу уйнау. Ойотҡан ту-ҡышыуҙың тәртибе.
ОЙОТҠО (Р: закваска; И.: ferment; Т.: maya) и.
1. Һөттө ойотоу өсөн һалына торған ҡатыҡ; ойомос. □ Закваска. Ойотҡо әҙерләу. ■ Миңнегөл, ойотҡо һалып, һөтөн ойоторға ҡуйҙы. Т. Килмөхәмәтов.
2. кусм. Нәмәнеңдер ғәмәлгә килеүенә сәбәпсе булған башланғыс. □ Начало чего-л.
■ Дуҫтарҙың куңеленә йәшәу мәғәнәһе тураһында ойотҡо һалды Павел Корчагин. М. Ғиләжев. Фәтхелислам да ныҡышманы, уй-фекер донъяһына ойотҡо һалдым, етеп торор, тип ҡәнәғәтләнде. А. Мағазов. [Атаһы:] Улым, мин һиңә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ әйберҙәр хаҡында һөйләрмен әле, — тип Барыйҙың куңеленә ойотҡо һалып ҡуйҙы ла урынынан торҙо. Й. Мостафин.
3. диал. Кешеләр араһын боҙоу, коллективты тарҡатыу маҡсаты менән таратылған насар һүҙ; ҡотҡо. □ Подстрекательство.
■ Сабиров уҙе менән бер палаткала йәшәгән егеттәр куңеленә лә һуҙ ыңғай ғына ғәйбәт ойотҡоһон һалды. Ш. Янбаев. Ул [Ислам] шул көндән башлап һуғышҡа ҡаршы ойотҡо һалыуҙа куп кенә хеҙмәт итте. А. Таһиров.
ОЙОТҠОЛОҠ (ойотҡолоғо) и. диал. ҡар. ойомос 1. Ойотҡолоҡ әҙерләу. Ойотҡо-лоҡ һалыу. Ойотҡолоҡ әсетеу.
ОЙОТҠОС I и. диал. ҡар. ойомос 1. Ойотҡос эшләу. Куршегә ойотҡосҡа барыу.
ОЙОТҠОС II (Р: навевающий сон; И.: sleepy; T: uyutucu) с.
Йоҡо килтергес, йоҡо баҫҡан. □ Навевающий сон, дремотный. ■ Аттарҙың һирәк-һаяҡ бышҡырыуы ғына ойотҡос, һалҡын
652