Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 653


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЙОУ
тынлыҡты боҙа. Ә. Хәкимов. Әммә бөгөн ундай йәнле минут та тыумаҫ, ауыл өҫтөн баҫып алған йән ойотҡос моңһоулыҡтың, хәлһеҙлектең иге-сиге булмаҫ төҫлө тойолдо хәҙер Емешкә. 3. Биишева. Ҡарт, арба ыңғайына сайҡала-сайҡала, бөтә тәнен биләп алған ойотҡос бер рәхәтлектән куҙҙәрен ҡыҫҡан хәлдә, уҙе лә әкрен генә йырлап ебәрҙе. Ғ. Лоҡманов.
ОЙОТОУ I (ойот-) (Р.: квасить; И.: acidify; T.: mayalamak) ҡ.
1. Ойотҡо һалып әсетеү. □ Квасить, заквашивать. // Квашение, заквашивание. Ҡатыҡ ойотоу. Һөт ойотоу. ■ [Айбикә] быҙауҙарын, егерме-утыҙ башлап һарыҡты ҡыуҙы, унан ҡайтҡас, сепараттан һөт уткәрҙе, самауыр ҡуйҙы, ул арала йылҡы көтөуе төшөп, бейәләрҙең ҡолондарын айырҙы, дурт-биш көйәнтә һыуға барҙы, икмәк баҫты, иҙәндәрен һеперҙе, һөтөн бешереп ойотто. Һ. Дәүләтшина. Ярай әле, ерҙә шул ҡарсыҡ бар, көтөп тора, ойотоп ҡатығын. Т. Ғәниева. Һөттө ферменттар йәки һөт ойотҡос бактериялар ярҙамында эретеп, шулай уҡ төрлө һөт ризыҡтарын махсус тоҙҙар ярҙамында эркетләндереу юлы менән дә сыр эшләйҙәр. Интернет селтәренән.
2. кусм. Ҡуйы хәлгә килтереү, ҡатырыу (ҡанды, аҡһымды). □ Сгущать, сгустить (кровь, белок). Ҡанды ойотоу. Аҡһымды ойотоу. Холестерин ҡанды ойота.
3. диал. Балды шәкәрләндереү. □ Засахаривать мёд. ■ Яңы балды ойоторға иҫке бал кәрәк, шунһыҙ шәкәрләнмәй. Экспедиция материалдарынан.
ОЙОТОУ II (ойот-) (Р.: клонить ко сну; И.: feel sleepy; T.: uyku gelmek) ҡ.
1. Тәнде иҙрәтеп, йоҡоно килтереү. □ Клонить ко сну, навевать дремоту. Ҡымыҙ тәнде ойота. ■ Йылы өй, ҡайнар аш нисектер ойотоп алып бара. Н. Мусин.
2. кусм. Күңелде иретеп, рәхәтләндереп, бөтә нәмәне оноттороу. □ Вводить в забытьё. ■ Татлы уйҙар Шаҡманды ойотоп ебәрҙе, һәм ул Әпҡадирҙың килеп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. К. Мәргән. Бәхет миҙгеле оҙаҡҡа һуҙылһа, был хәл кешене һәлкәуләндерә, ҡанын ойота, аңын йоҡлата, һәм кеше, башҡалар
куҙлегенән бәхетле булып куренгән мәленең ҡәҙерен онотоп, уҙенән-уҙе бәхетһеҙлек көҫәй башлай. Ә. Үтәбаев. Ҡешенең аңын ойотоп, ғумерҙең, яҡыныңдың, кеше ҡәҙерен онотторор бәхет, ғөмумән, кешегә ни өсөн кәрәк һуң? «Киске Өфө», № 46, 2012.
3. кусм. Килешле, йомшаҡ хәрәкәттәр менән бейеү. □ Танцевать, делая плавные движения. Ойота баҫыу. ■ [Уңғанбикә] орсоҡ кеуек, ойотоп бейергә кереште, һай, бейей ҙә һуң! М. Кәрим. [Әлифә әбейҙәрҙең] өйҙәрендә биш бала ла кескәйҙән башҡортса ойотоп тыпырлата. «Йәшлек», 6 март 2010.
4. эйһ. ф. ҡар. ойоу II. безл. от ойоу II. Ойота башланы. Ойотоп алып китеу. ■ Ҡояш нурҙары аҫтында рәхәт, хатта бер аҙ ойотоп та ебәрә. «Аманат», № 2, 2010.
ОЙОТОУ III (ойот-) (Р: вызывать онемение; И.: cause a numb; T: uyuşturmak) ҡ.
Ҡан тибешен һүлпәнләтеп йәки быуып иҫһеҙләндереү. □ Вызывать онемение, отсидеть (о частях тела). Хәрәкәтһеҙ ултырыу тәнде ойота.
ОЙОТТОРОУ (ойоттор-) ҡ. йөкм. ҡар. ойотоу I, 1. понуд. от ойотоу I, 1. Ҡатыҡ ойоттороу. Һөт ойоттороу. Өләсәһенән ҡатыҡ ойоттороп алды.
ОЙОУ I (ойо-) (Р: скисать, кваситься; И.: turn sour; T: ekşimek) ҡ.
1. Әсеп, һөттән ҡатыҡҡа әүерелеү. □ Скисать, кваситься. // Скисание, квашение. Һөт ойоған. Ойоу процесы. ■ Ҡорот эшләу сере тураһындағы һорауға әйләнеп ҡайтһаҡ, тәуҙә ҡаҙанда һөттө оҙағыраҡ ҡына итеп талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан йылымысланғас, эсенә ойотҡо — әсе ҡатыҡ һалып, өҫтөн ябып ҡуйырға. Үҙенең йылылығы менән ул бер нисә көн ойоп ултыра. «Торатау», 20 ғинуар 2011.
2. кусм. Ҡуйы хәлгә килеү (ҡан, аҡһымға ҡарата). □ Засохнуть, запечься сгустками (о крови, белке). Ойоған ҡан. Ойоған аҡһым.
3. диал. Ҡабармай бешеү (икмәккә ҡарата). □ Быть недопечённым (о хлебе). Икмәк ойоп бешкән.
ОЙОУ II (ойо-) (Р: дремать; И.: doze (off); T: uyuklamak) ҡ.
653