Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 654


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОЙОУ
1. Йоҡоға иҙрәү; йоҡомһорау. □ Дремать. // Дремота. Ойоп ултырыу. Ойоп барыу. Ойоп китеу. Ойой башлау. ■ [Кәрим:] Әбузәр ҡустым,.. йоҡоң килһә, ҡайын төбөндә әҙерәк серем итеп ал. .. Бар,.. ойоп ултыраһың [бит]. Я. Хамматов. Нур, ҡараңғы төшә башлағас, һалдың ике башы ла куренер-лек итеп, усаҡ яғып ебәрҙе, йоҡо баҫмаһын өсөн өҙлөкһөҙ ҡарағай энәләре сәйнәне, берәй ерен семтеп алды, ә шулай ҙа арыу уҙенекен итте, ул таң алдынан ойоп китте һәм шунда уҡ тертләп уянды. И. Абдуллин. Малай инәһенең туҡтауһыҙ ниҙер һөйләгәнен, йыр һымаҡ куреп, тынрай-тыцлай ойоп китте һәм тәмле йоҡоға талды. «Шоңҡар», № 7, 2010. Һоросай ҙа сер бирмәй: сысҡан таба алмай асыҡҡан булыуына ҡарамаҫтан, ойоп ҡына ултырған була. Әкиәттән.
2. кусм. Йоҡомһораған һымаҡ, тыныс, һүрәнке булыу. □ Дремать, млеть. ■ Арғы яҡтағы яланғас тирәктәр тып-тын ойоп ултыра. 3. Биишева. Ошо моңға тирә-яҡтағы ҡайындар һағышҡа тарып ойоған, тулы ай иһә, кук киңлегендә йөҙөшөн туҡтатып, ғәжәпләнеп, ергә баҡҡан төҫлө тойола. Н. Мусин. Быйыл, юҡ, яңы уҡыу йылы башланған көндө, Зәкиә дәрескә килмәгәс кенә, әлегәсә ойоған аңлайышһыҙ хис уяныуҙан [Мицлеғәлиҙең] куңеле болоҡһоно. Я. Хамматов.
3. кусм. Күңел иреп китеп, рәхәтләнеп, бөтә нәмәне онотоу. □ Замирать, млеть от наслаждения. Йырға ойоу. Ойоп китеп тыңлау. ■ Шундай талғын, рәхәт ойоп йөҙҙө Емеш. 3. Биишева. Ҡамыр батырҙың сикһеҙ моңло йырынан бөтә ҡунаҡтар ҡайҙа икәндәрен онотоп, ойоп киткән. Әкиәттән.
4. кусм. Матур һүҙҙәргә иреп алданыу; мөкиббән булыу. □ Поддаваться чему-л., обмануться. ■ [Яппар — муллаға:] Иманға ойоп, һиңә саҙаҡа биреп йөрөгән мин — дурәк. Б. Бикбай.
5. кусм. Килешле, йомшаҡ ҡына, йәнде иретерлек итеп бейеү. □ Плавно танцевать. Ойоп бейеу. ■ Бейегәндә ойоп бейейҙәр ҙә, йырлап ебәрәләр кәрәкһә. X. Ғиләжев.
ОЙОУ III (ойо-) (Р.: неметь; И.: grow numb; T.: uyuşmak) ҡ.
Ҡан тибеше һүлпәнләнгәндән йәки быуылғандан иҫһеҙләнеү. □ Неметь, деревенеть (о частях тела). ■ Аяҡ бик ныҡ ойоған. Уны кутәреп булмай. Д. Юлтый. Хатта ҡыбырламай бер хәлдә ултырған Батыр аяғының ойой башлауын тойҙо. Н. Ғәйетбай. Уның [Саяфтың] байтаҡ юл йөрөп килгән аяҡтарына ҡан һауып киткән булырға кәрәк, улар тиҙ генә ойоған кеуек, аяҡ тамырҙарындағы ҡандары йылы ғына булып өҫкә бәрелгәндәй булды. С. Агиш.
ОЙОШ (Р: сбитый в комок; И.: lumpy, glob; T.: keçeleşen) с. диал.
Уҡмашҡан, ойошҡан. □ Сбитый в комок, комком. Ойош туҡмас. Ойош һалма. Ойош ҡамыр.
ОЙОШҠАҠ (Р.: быстро скатывающаяся (о шерсти)', И.: prone to roll (up); T.: keçeleşmiş) с. диал.
Ойошоп барыусан (йөнгә, мамыҡҡа ҡарата). □ Быстро скатывающаяся (о шерсти). Ойошҡаҡ йөн. Ойошҡаҡ кәзә мамығы.
ОЙОШҠАН I (Р: слипшийся; И.: stuck together, clotted; T.: yapışkan) c.
1. Бергә ҡушылып йәбешкән, уҡмашҡан. □ Слипшийся. Ойошҡан һалма. Ойошҡан туҡмас. ■ Иншар, ҡулындағы әйберен өләсәһенә тоттороп, эттең ойошҡан йөндәрен һыпырғыланы, унда йәбешкән дегәнәктәрҙе супләне. Р. Байбулатов. Тотош сайырға ҡатып ойошҡан .. йөндәрҙе тартып-һуҙып, тетә-тетә Емештең кескәй, нәҙек бармаҡтары талып, һыҙлап бөттө. 3. Биишева. [Ҡорбан ҡарт] бурылдың муйынынан һөйөп-иркәләп ҡуя, ҡамыт аҫтында ҡыҫылып ҡалған шырт ялын сығарып, урмесләнеп ойошҡан ҡылдарҙы тағата. Ш. Янбаев.
2. Уҡмашҡан, төйөлгән (ҡанға, аҡһымға ҡарата). □ Свернувшийся (о крови, белке). ■ Ышанмаһағыҙ, ана [Вәғизовтың] итегенә ҡарағыҙ. Ойошҡан ҡанға саң ҡунып, инде ул танымаҫлыҡ хәлгә килгән. И. Насыри.
ОЙОШҠАН II (Р: сплочённый; И.: unified; T.: birleşik) с.
1. Билдәле бер тәртипкә буйһоноп, берләшкән. □ Сплочённый, единый, солидарный. Ойошҡан хеҙмәт. Ойошҡан хәрәкәт.
654