ОЙОШОУ
Ойошҡан төркөм. Ойошҡан халыҡ. Ойошҡан ауылдар. ■ Бер һуҙ аҫтына ойошҡан биш кеше берҙәм аҙым менән атлай башланыҡ. Д. Юлтый.
2. Дөйөм маҡсат, дөйөм эш өсөн берләшкән берҙәмлек менән эш иткән. □ Сформированный, сформировавшийся. ■ Ни ти-һәц дә, быраулаусылар куптән ойошҡан, бөтәһе лә юлға һалынған предприятие, техникаһы етерлек, кешеләре лә куптәнге, ә Азаматтар яцы тупланып йөрөй. Р. Солтангәрәев.
3. Бер уй менән эшләнгән; берҙәм. □ Единый. Ойошҡан ғаилә. Ойошҡан коллектив. ■ Эштец тап һеҙ теләгәнсә булыуы өсөн, бер һуҙҙә бу лыу ығыҙ, ойошҡан бу-лыуығыҙ кәрәк. Ғ. Хәйри. Ул [Хәсән] өмәнең шулай ойошҡан төҫтә башланып китеуенә ҡәнәғәт ине, йырлы, уйынлы бындай өмәләр — уҙҙәре хеҙмәт, тормош мәктәбе бит улар, йәштәрҙе дуҫлаштырыу, таныштырыу, яҡынлаштырыу мәктәбе. Ф. Әсәнов.
4. Бер бөтөн, берҙәм булып тупланған (әҫәргә, тел сараларына ҡарата). □ Сформировавшийся (о произведениях, языковых средствах). ■ Әгәр ҙә силлабик шиғырҙа ритм берәмектәренең береһе булып — быуындар, ә тоник шиғырҙа баҫымдар тирәһенә ойошҡан фразалар торһа, силлабо-тоник әҫәрҙә бындай хеҙмәтте стопалар утәй. К. Әхмәтйәнов.
ОЙОШҠАНЛЫҠ (ойошҡанлығы) (Р.: сплочённость; И.: cohesion; T.: beraberlik) и.
Дөйөм маҡсат, эш өсөн берҙәм тупланғанлыҡ. □ Сплочённость, единство, солидарность. Ойошҡанлыҡ курһәтеу. ■ 1960— 1970 йылдарҙа башҡорт халыҡ ижадын туплау, фәнни өйрәнеу эше ҙур ойошҡанлыҡ менән һәм системалы рәуештә алып барыла. М. Сәғитов. Эш хәҙер тағы ла нығыраҡ ҡайнаны, тағы ла куберәк ойошҡанлыҡ, көс, иғтибар, энергия талап итте. К. Мәргән. Беҙ, башҡорттар, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға бик дәррәу әҙерлек һәм ойошҡанлыҡ менән килдек. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
ОЙОШМА (Р: организация; И.: body, organization; T.: örgüt, teşkilat; kuruluş) u.
Дөйөм бер маҡсат йәки эш башҡарыу өсөн төҙөлгән берләшмә. □ Организация. Үҙәк ойошмалар. Төҙөлөш ойошмалары. Сауҙа ойошмалары. Йәмәғәт ойошмалары.
■ Ҡала ойошмалары араһында «Иң яҡшы эш биреусе» конкурсы иғлан ителде. «Һаҡмар», 1 март 2013. Оҙаҡ йылдар Салауат төҙөлөш ойошмаларының береһендә кадрҙар булеге етәксеһе булып эшләгән Мәйсәрә апай — уҙе лә хаҡлы ялда. «Көнгәк», 15 май 2012.
ОЙОШМАУИ (Р: организационный; И.: organizational; T.: örgütsel) с.
Ойошмаға мөнәсәбәтле. □ Организационный. Ойошмауи уҙәк барлыҡҡа килеу. Ойошмауи төҙөлөш. ■ Тәуге саралар артел-дәрҙең ойошмауи төҙөлөшөн тикшереугә йу-нәлдерелде. Картотека фондынан.
ОЙОШОУ I (ойош-) (Р: слепляться; И.: adhere; T.: birbirine yapışmak) ҡ.
1. Бергә ҡушылып йәбешеү, уҡмашыу. □ Слепляться, комкаться. Туҡмас ойошоп бөткән. Сәстәре ойошоп бөткән. ■ Баҙҙа һайыҫҡан, атта ҡойошҡан, Фәтхиә еңгәй һалмаһы өсәре бер ойошҡан. Таҡмаҡтан. [Зөфәр] ҡуңыр терпе сәстәрен тарамаған да шикелле, өйкөм-өйкөм ойошоп, төрлөһө төрлө яҡҡа ятҡан. Ә. Бикчәнтәев. Зәңгәр кук йөҙөндәге мөғжизәле болоттарҙың нимәнән хасил булғанын мәктәптә Асия дәреслектәрҙән уҡып өйрәнһә лә, уларҙың диңгеҙ эргәһендә ошолай куҙ алдында ойошоп, куккә ашыуына тәу тапҡыр шаһит булды. М. Садыҡова.
2. Ҡуйырып уҡмашыу, төйнәлеү (ҡанға аҡһымға ҡарата). □ Свёртываться (о крови, белке). // Свёртывание. Ҡан ойоша.
■ [Өлфәттең] сикәһенән буй-буй булып сыҡҡан ҡан, тупраҡ менән аралашып, кук-һелләнгән битендә, ауыҙ тирәләрендә ойошҡан. Ғ. Лоҡманов.
ОЙОШОУ II (ойош-) (Р: сплачиваться; И.: close ranks; T.: birleşmek) ҡ.
1. Берҙәм булып тупланыу. □ Сплачиваться. // Сплочение. ■ Барҙы районы — ғәйнәләрҙең уҙәге, тиһәк тә, һис хата булмаҫ. Уларҙың ойошоп йәшәгән урындары ла нәҡ ошонда. «Йәшлек», 12 ноябрь 2009. Ошо урамдың уңған килендәренең береһе, китапханасы Дилә Шәрипова байрам айҡанлы
655