ОЙОШТОРОЛОУ
ҡотланы һәм ҙур ғорурлыҡ менән, бер ғаилә булып ойошоп, татыу йәшәуҙәрен хәбәр итте. «Көнгәк», 10 август 2012. Ойошоп ятҡан ҙур йортто өрккән ҡуйҙай итер хан. Ҡобайырҙан. Яҡын-тирә ауыл халҡы, вагондан төшөу менән, ҡысҡырышып, бер-береһен табышып ала ла, төркөм-төркөм ойошоп, ҡайтыр яҡҡа китә. Ш. Бикҡолов.
2. Дөйөм эш башҡарыу маҡсаты менән барлыҡҡа килеү, төҙөлөү. □ Организовываться, формироваться, сформировываться. ■ Тәу башлап ойошҡанда, колхоздың бер нисә һабаны менән тырмаһынан башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине. М. Тажи. Ғәрәп тарихсыһы Әл-Кинди былай тип яҙып ҡалдырған: «Һижриәттең 199-сы йылында Искәндәрҙә суфыйҙар фирҡәһе тип атала торған төркөм ойошто». Интернет селтәренән.
3. Дөйөм уй менән бергәләп эш итеү өсөн берләшеү. □ Сплачиваться. // Сплачивание. Ойошоп эшләу. ■ Ҡасҡындар, бергә ойошоп, шыршы ботаҡтарынан ҡыуыштар ҡороп, көн курә башланы. Ғ. Лоҡманов.
4. Бер бөтөн, берҙәм булып тупланыу (әҫәргә, тел сараларына ҡарата). □ Создаваться, формироваться (о языковых средствах). ■ Героик эпос, хатта шау мифология нигеҙендә ойошҡан осраҡта ла, ысынлыҡҡа, дөрөҫлөккә дәғуә итә. Н. Зарипов.
ОЙОШТОРОЛОУ (ойошторол-) ҡ. төш. ҡар. ойоштороу II. страд, от ойоштороу II. Фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. ■ [Миңлеғәли] әҙәби китаптар уҡый, шахмат менән мауыға, шиғырҙар яҙа, нефтселәр клубында ойошторолған художестволы уҙешмәкәрлек туңәрәгендә ҡатнаша, мандолинала, гармунда оҫта уйнай, көйҙәр сығара. Я. Хамматов. Байрас инде кескәй, аңһыҙ малай тугел: ул куптән тугел олоҫ уҙәгендә ойошторолған йәштәр союзына ағза итеп алынған егет. 3. Биишева.
ОЙОШТОРОУ I (ойоштор-) (Р.: слеплять; И.: adhere; T.: birleştirmek) ҡ.
1. Бергә аралаштырып, уҡмаштырыу. □ Слеплять. Ҡаты һыу сәсте ойоштора. Йөндө ойоштороу. Һалманы ҡырҡҡанда ойоштороп бөтөу.
2. Бер нәмәне икенсе нәмәгә ҡушыу; ҡатнаштырыу. □ Смешивать, перемешивать. //
Смешивание, перемешивание. ■ Ҡартәсәйем, киндер тоҡсайға бер нисә төрлөнән дарыу уләндәре һалып, .. бергә ойоштороп бутаны. Г. Яҡупова.
ОЙОШТОРОУ II (ойоштор-) (Р.: образовывать; И.: organize; T.: birleştirmek) ҡ.
1. Бер эш башҡарған берәмек итеп төҙөү. □ Образовывать, организовывать, формировать. // Образование, организация, формирование. Спорт йәмғиәте ойоштороу. Музей ойоштороу. И Кусмә китапхана ла ойоштороп ебәрербеҙ, китаптар ҡул аҫты-ғыҙҙа булыр. Н. Мусин. Бер файҙаһы тейер, типтер, конторала йәштәр бригадаһы ойошторҙолар ҙа башына Булатты ҡуйҙылар. Р. Солтангәрәев. Яңыраҡ төҙөлгән цирк бинаһында башҡорт милли цирк труппаһын ойоштороу маҡсатында асыласаҡ студияға уҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡабул ителә ине. М. Садыҡова.
2. Берәй маҡсатҡа йүнәлтелгән эш өсөн берләштереү. □ Сплотить, сплачивать. Балаларҙы туңәрәккә ойоштороу. Халыҡты ойоштороу. ■ Ил өҫтөнә яу килгәндә, йөрәгендә Ватан тойғоһо йөрөткән ябай һуғышсы йә крәҫтиән дә тыуған ерҙе, намыҫты һаҡлау өсөн әйләнә-тирәһендәге кешеләрҙе ойоштора башлай. Б. Рафиҡов.
3. Берәй эш, сара йәки башҡа нәмәне ғәмәлгә килтереү. □ Устраивать, организовать. // Организация. Ярҙам ойоштороу. Ярыш ойоштороу. Осрашыу ойоштороу. Кисә ойоштороу. Ял ойоштороу. Байрам ойоштороу. ■ Ул [Наҙир шаһ — 1736—1747 йылдарҙа ил менән идара иткән фарсы шаһы] тирә-йунгә, шул иҫәптән Әзербайжанға, Хиуаға, Бохараға яулап алыу походтары ойоштороуы менән дан алған. Ғ. Ҡунафин. [Мостафа:] Ҡыҙҙар [кисә лә] ойошторалар, буғай, теләгән кеше шунда ҡатнашыр. Д. Юлтый. Аҡназар хан, ҡунаҡтың кәйефе булһын тип, тағы куп кенә тамаша ойошторҙо — думбыра сирттерҙе, бейеуселәр сығарҙы, йырау-сәсәндәрҙән әйтемдәр әйттерҙе. К. Мәргән. Сарыбайҙың уҙ дуҫы хаҡына ойошторған был йыйыны өс көн буйы бара. «Ҡуҙыйкүрпәс».
656