ОЙПАЛАУ
4. Берәй эште тейешле тәртип индереп, яйға һалыу. □ Организовывать. Эште ойоштороу. Ваҡытты дөрөҫ ойоштороу. Ойоштороу эше. Ойоштороу һәләте. ■ Ауыл советы рәйесе .. юл ремонтлаусыларҙы маҡтаны, бигерәк тә оҫта етәкселек иткәне, эште һәйбәт ойошторғаны өсөн Ғибадулла Яхиндың исеме йыш телгә алынды. Н. Мусин. Басариевҡа ла бит бер алдыца, бер артыца сығып,.. бөтәһен дә табып, бөтәһен дә ойоштороп йөрөй торған кеше кәрәк. Р. Солтангәрәев.
ОЙОШТОРОУСЫ (Р: организатор; И.: organizer; T.: düzenleyici) и.
1. Берәй эште ойоштороп, башлап йөрөүсе. □ Организатор. Халыҡты ойоштороусы. Кисәләр ойоштороусы. ■ Бейеүҙәр таҡмаҡ менән оҙатылған йәштәр уйындарында һәр саҡ башлап йырлаусы, уйындың ойоштороусыһы була. М. Сәғитов.
2. Нигеҙ һалыу, башлап, ҡороп ебәреүсе. □ Создатель, учредитель. Фирма ойоштороусы. Акционерҙар фондының ойоштороусыһы. ■ Йәш Башҡортостан йөмһу-риәтенең мәғариф системаһын ойоштороусыларҙың да береһе ул [Фәтхелҡадир Сөләймәнов]була. «Ағиҙел», № 4, 2010.
3. Ойоштороу эшенә һәләтле булған кеше. □ Организатор. Яҡшы ойоштороусы. ■ Тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, планды һис көтмәгәндә үҙгәртеү — яҡшы ойоштороусылар, хәрби етәкселәрҙең сифаты. Ф. Аҡбулатова. Оҫта ойоштороусы, халыҡ менән аралаша белеүе, тырыш булғаны өсөн дә уны [Әнүәр Ғәйнуллинды] ауыл халҡы хөрмәт итә, ихтирам менән ҡарай. «Һаҡмар», 14 ноябрь 2012.
ОЙОШТОРОШОУ (ойошторош-) ҡ. урт. ҡар. ойоштороу II. взаимн. от ойоштороу II. Кисәләр ойошторошоу. Сара ойошто-рошоу. Төркөм ойошторошоу. ■ [Фәтхелҡадир Сөләймәнов] Башҡортостан тарихы һәм филологияһы хаҡындағы ҡиммәтле баҫма һәм ҡулъяҙма ҡомартҡыларҙы республикаға алып ҡайтыша һәм Стәрлетамаҡта фәнни китап фондын ойоштороша. М. Нәҙерғолов. «Карға бутҡаһы» байрамы барышында Маҡар ауылы хакимиәте башлығы Әмир Рәхи
мов сараны ойошторошҡан ошо эшҡыуарҙарыбыҙға, ауылдаштарыбыҙға рәхмәт әйтте. «Торатау», 4 июнь 2012.
ОЙОШТОРТОУ (ойошторт-) ҡ. йөкм. ҡар. ойоштороу II. понуд. от ойоштороу II. Кисәләр ойоштортоу. Уйындар ойоштор-тоу. ■ «Йәшлек»кә, конкурс булһа ла, булмаһа ла, һәр ваҡыт яҙылабыҙ инде ул, ентекләп уҡып барған, фекер алышыуҙар ойош-тортҡан баҫмабыҙ бит. «Йәшлек», 25 май 2012.
ОЙПАЛАНЫУ (ойпалан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ойпалау 1—3. страд, от ойпалау 1—3. Ойпаланған сәс. Ойпаланып бөтөү. И [Свей флоты] бер нисә тапҡыр Питерға һөжүм итә, .. әммә ҙур зыян килтерә алмай, үҙе ныҡ ҡына ойпаланып, ҡыуып ебәрелә. Б. Рафиҡов.
2. Йомарланып, бөкләнеп таушалыу (кейемгә ҡарата); әүһәләнеү. □ Мяться (об одежде). Ойпаланып бөткән кейем. Ойпаланып китеү. Ойпаланған күлдәк. ■ [Ырыҫҡолов] кеҫәһенән тарағын алып, көн буйы йөрөгәндә фуражка аҫтында ойпаланып ойошҡан, хәҙер инде бөтөнләй ағарып бөтөп барған, ләкин һаман ҡуйы, шырт сәсен һәйбәтләп тарағас ҡына яуап бирҙе. Н. Мусин.
ОЙПАЛАУ (ойпала-) (Р: мять; И.: brake; T.: buruşturmak) ҡ.
1. Бөрә тотоп сырыштырып ыуғылау; йомарлау. □ Мять. Хатты ойпалау. Ойпа-лап ҡарау. Ойпалап ташлау. Ойпалап тороу. Ойпалап алыу.
2. Ыуалап туҙғытыу; болартыу (сәсте). □ Трепать, взъерошивать (волосы). ■ Ниһайәт, Ирек, ҡапыл уянған кешеләй, шырт һаҡалын шытырлатып ойпалап алды. Д. Бүләков. «Әй улым, улым»,— тип йылмайып, Сажиҙә Каһымдың өлтөк сәсен ойпаланы. Я. Хамматов. Әнисә: «Йығаһың бит, һаташҡан!» — тип уң ҡулы менән егеттең [Зин-нурҙың] сәсен ойпаларға кереште. Р. Низамов. Әсә, улын иркәләп, ныҡ еткән сәсенән ойпаланы. Я. Хамматов.
3. Ҡәҙерһеҙләп, йомарлап таушалдырыу, әүһәләү (кейемде). □ Мять, помять (одежду). Кейемен ойпаланы. Салбарын ойпала-ғансы кейҙе.
657