ОЙПАЛАШ
4. Көрмәкләп алып, ян-яҡҡа тартҡылау.
□ Тянуть в разные стороны. Малайҙар ағаларын ян-яҡҡа ойпалап алды. ■ Айбулат уларҙың [балаларҙың] ойпалауынан бер аҙ бушағас, тағы берәмләп иҫәнләште лә берәмләп убеп сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
5. Туҡмау ҡыйратыу, кәрәген биреү.
□ Избить, поколотить (кого-л.). ■ [Барса:] Сатраш таҡҡан яттарҙы беҙ ныҡ ойпала-ныҡ ойпалауын. .. Тик тегеләр, ҙурыраҡ көс туплап, яңынан ябырыласаҡ. Б. Рафиҡов. Һуҡмаҡты, һәр ташты танып белгән дошман уңайлы позиция тота белә: әле ул, әле был нөктәлә пәйҙә булып, «юлсы»ларҙы ойпалап ҡына тора. «Йәшлек», 2 сентябрь 2010.
6. кусм. Йонсотоу, ыҙалатыу, интектереү, ғазаплау, ғазап сиктереү. □ Терзать (душу). Намыҫты ойпалау. Йәнде ойпалау. ■ Һис юғы, йәнен ойпалаған яңғыҙлыҡтан, билдәһеҙлектән ҡотолор ине ул [Ирназар]. Ә. Хәкимов.
7. диал. Берәй онтаҡ нәмә өҫтөндә төрлөсә әйләндергеләп тәгәрәтеү. □ Обвалять (в муке, сахаре). Ҡамырҙы онға ойпалау. Кумәс ойпалау.
ОЙПАЛАШ (Р: схватка; И.: skirmish, fight; T: güreş) и.
Үҙ-ара тартҡылаш; көрәш. □ Схватка, борьба. ■ Ойпалаш урынына кешеләр йыйылып киткәйне. Б. Рафиҡов. Был ойпалаш, бәлки, бер-икәуҙең танауы ҡанау менән генә бөткән дә булыр ине. Ғ. Хисамов. Уларға [ҡатын-ҡыҙҙарға] эсәк йыуыусылар ҙа килеп ҡушылғас, уҙ-ара ойпалаш һәм ҡысҡырышып көлгән тауыштар артты. Я. Хамматов.
ОЙПАЛАШЫУ (ойпалаш-) (Р: бороться; И.: fight; T: güreşmek) ҡ.
Үҙ-ара тартҡылашыу; көрмәкләшеү.
□ Бороться, схватываться в борьбе. // Борьба, схватка. Балалар ойпалаша. Ойпалашып тороу. ■ Осрашыу ҡыуанысынан ойпалашып көс һынашырға өлгөргән малайҙарын ғорурлыҡ менән куҙәткән Мәликә: «Йә, ба-лаҡайҙарым, ултырышығыҙ инде, сәйегеҙ һыуына», — тине. Я. Хамматов. Ике арала ойпалашыу китте, әле береһе, әле икенсеһе өҫкә сыҡты, ҡулдар боғаҙға урелде. Ғ. Хисамов. Турәләргә генә файҙа, уҙ-ара ойпала
шыусы кешеләр власҡа ҡурҡыныс тугел. Б. Рафиҡов.
ОЙПАЛДЫРЫУ (ойпалдыр-) ҡ. диал. ҡар. ойпаланыу 2. Салбары ойпалдырылған.
ОЙПАЛЫУ (ойпал-) ҡ. диал. ҡар. ойпаланыу 2. Кейеме ойпалып бөткән.
ОЙРА (Р: низина; И.: lowland; T: ingin yer) и. диал. ҡар. уйһыулыҡ.
Һуҙылып киткән түбән ер, уйһыу. □ Низина. Ҡар һыуы ойраға аға.
ОЙРОТ (Р: ойрот; И.: Oirot; T: Oirot) и. этн. иҫк.
Таулы Алтай Республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе; алтай. □ Ойрот. / Ойротский. Ойрот теле. Ойрот халҡы. Ойрот ҡатыны. Ойроттар йолаһы.
ОКЕАН [рус. < гр. okeanos} (Р: океан; И.: oceans; T: okyanus) и.
Ерҙең бөтә материк һәм утрауҙарын уратып алған һыуҙар. □ Океан. / Океанический. Атлантик океан. Тымыҡ океан. Һинд океаны. Төньяҡ боҙло океан. Донъя океаны. Океандарҙы өйрәнеу. Океан төбө рельефы. Океан балығы. ■ Сикһеҙ куп сопкалар һәм бейек тауҙар артында ятҡан Тымыҡ океандан болоттар кутәрелеп сыҡтылар һәм зәңгәр кук йөҙөнә йәйелделәр. Б. Дим. Йәшәй-йәшәй генә аңлаясаҡмын мин: ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте ир кешене океандарҙа батырмай, ғаләм уттарында яндырмай, өйөрмәләрҙә аҙаштырмай ҡурсалар икән. М. Кәрим. Ер һиңкетеусе шартлауҙарҙан ҡолаҡтары тоноп, баштары шаңҡып ҡалған кешеләр, һәммә ихтыяр көстәрен, өмөттәрен юғалтып, дауыл ҡоторған океанда йөҙгән юнысҡылар хөкөмөндә инеләр. Д. Юлтый.
ОКЕАНАВТ (океанавы, океанавтың) [рус.] (Р: океанавт; И.: oceanaut; T: okyanus-bilimci) и.
Океан тәрәнлектәрен тикшереүсе. □ Океанавт. Океанавҡа уҡыу. Океанавт һәнәре. Океанавт булып эшләу.
ОКЕАНАРИЙ [рус.] (Р: океанарий; И.: oceanarium; T: okyanus canlılarının bulunduğu akvaryum) и.
Диңгеҙ хайуандарын һәм балыҡтарын үрсетеү, уларҙың йәшәйешен күҙәтеү өсөн йыһазланған бассейн. □ Океанарий. Океа-
658