ОККАЗИОНАЛЬ
ОККАЗИОНАЛЬ [рус. < лат. occasio (occasionis) ‘осраҡлы'] (Р.: окказиональный; И.: occasional; T.: ara sıra meydana gelen) c. лингв.
Продуктив булмаған ҡалып буйынса яһалған (һуҙҙәр), мәҫәлән, туҡрау (туҡтау). □ Окказиональный. Окказионалъ һуҙ.
ОККУПАНТ [рус. < ингл. occupant ‘баҫып алыусы'] (Р.: оккупант; И.: occupant; T.: işgalci) и. ҡар. илбаҫар.
Оккупацияла ҡатнашҡан кеше. □ Оккупант. ■ Оккупанттарҙан тыш ҡара, йәшел мундир кейгән, еңдәренә аҡ таҫма таҡҡан, яурындарына карабин аҫҡан ярым хәрби кешеләр ҙә әленән-әле осрай. И. Абдуллин. Немец оккупанттары ҡулына төшмәҫ өсөн, тыуған ҡалаларын, ауылдарын ҡалдырып киткән кешеләр төркөмө өҙлөкһөҙ рәуештә беҙгә табан ағыла. Б. Дим. «Немец оккупанттарына улем!» тип алтын хәрефтәр менән яҙылған байраҡты һәр кем ҡулы менән тотоп ҡарарға, ҡайнар ирендәрен уның суҡлы мөйөшөнә тейҙерергә теләгәндер. Р. Өмөтбаев.
ОККУПАЦИЯ [рус. < лат. occupatio ‘баҫып алыу'] (Р: оккупация; И.: occupation; T.: işgal) и. ҡар. баҫҡынсыльгк.
Бер дәүләттең ҡораллы көс ярҙамында башҡа дәүләт ерен баҫып алышы. □ Оккупация. / Оккупационный. Оккупация ғәскәре. Оккупация яһау. ■ Полк оккупация ғәскәре иҫәбендә купмелер ваҡыт Венгри-яла торасаҡ икән. Ә. Хәкимов. Улар [Башҡортостан колхозсылары] дошман оккупацияһынан зыян кургән райондарға уҙ хужалыҡтарынан егерме биш һыйыр, илле баш һарыҡ, егерме баш сусҡа, биш һабан, биш пар тырма, бер урғыс, йөҙ илле ҡул тырмаһы булеп бирергә ҡарар иткәндәр. Ф. Әсәнов. Ул [Федя] Смоленск яғынан оккупациянан ҡасып килгән сауҙа эшсеһе. М. Кәрим.
ОККУПАЦИЯЛАНЫУ (оккупациялан-) ҡ. төш. ҡар. оккупациялау. возвр. от окку-пациялау. Оккупацияланған ерҙәр.
ОККУПАЦИЯЛАУ (оккупацияла-) (Р: оккупировать; И.: occupy, invade; T.: işgal etmek) ҡ.
Ҡораллы көс ярҙамында башҡа дәүләт ерен баҫып алыу. □ Оккупировать. Сит илде оккупациялау. ■ Көнбайыштан немец фашистары оккупациялаған яҡтарҙан ҡасҡан кешеләрҙең кубеһе кейемһеҙ ҡалған, шуларға таратып бирәбеҙ. Р Өмөтбаев. Америкалылар беҙҙең ғәскәрҙәр барып еткәнгә тиклем, Порт-Артур менән Дайренды оккупациялап, унда уҙҙәренең хәрби базаларын төҙөу тураһында план ҡорғандар икән. Ғ. Аллаяров.
ОКЛАД [рус.] (Р: оклад; И.: salary; Т.: maaş) и. ҡар. эш хаҡы.
Вазифаға ҡарап түләнә торған даими эш хаҡы. □ Оклад. Оклад алыу. Окладҡа эшләу. Оклад әҙ. ■ Бергә эшләйҙәр, бер ук төрлө оклад, гонорарҙары әллә ни Яубаҫаров-тыҡынан артыҡ тугел, кәм булмаһа. Д. Бүләков. [Исрафҡолов:] Оклад, уральский, премиялар — элекке урыным — шунан урләп киткәйнем. Т. Сәғитов. [Хәсән:] Миңә оклад кәрәкмәй ҙә. Ниндәй эш бирһәләр, шуға риза. Б. Рафиҡов.
ОКОП (окобы) [рус.] (Р: окоп; И.: trench; T.: siper) и. хәрби.
Пулянан, туптан һаҡланыу өсөн алдына тупраҡ өйөп ҡаҙылған соҡор. □ Окоп. / Окопный. Окоп ҡаҙыу. Окопта ятыу. Тәрән окоп. Окоп теҙмәләре. Окоп алды. ■ Окопҡа еуеш ҡыҙыл мәте өҫтөнән, селәусен кеуек шыуышып, ят бер һалдат килеп төшә. 3. Биишева. Блиндаж йәки окоп ҡаҙып, инде урынлаштым тигәндә генә, яңы урынға кусергә кәрәк булып сыға. X. Ғиләжев. Бында окоптар юҡ, сөнки рота урман эсенә, һаҙламыҡ урынға урынлашҡан, ышыҡланыр урын итеп бары ҡом тултырылған ҡапсыҡтар ғына өйөлгән. Д. Юлтый.
ОКОПТАШ (Р: товарищ по окопу; И.: fellow trench; T.: savaş arkadaşı) и.
Яуҙа бергә булған кеше; яуҙаш. □ Товарищ по окопу. ■ Хистәргә бирелгән Хәсән окопташының хатын йотлоғоп уҡырға тотондо. Ф. Әсәнов. Сәлимйәндең, ҡанға батып у леп ҡалыусы окопташтарын хәтерләп, йөрәге сымырланы. Й. Солтанов. Минең иң яҡын дуҫтарымдың береһен, Мәскәуҙән алып
660