Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 661


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОКТАН ҺАНЫ
Будапештҡа саҡлы бер котелоктан ашап йөрөгән окопташымды, йотто ул Дунай. И. Абдуллин.
ОКРОШКА [рус.] (Р.: окрошка; И.: kind of cold soup; T.: bir tür çorba) u.
Кеүәҫкә йәшелсә менән ит турап әҙерләнгән һалҡын аш. □ Окрошка. Окрошка яһау. Окрошка ашау. Окрошкаға картуф һалыу.
ОКРУГ [рус.] (Р.: округ; И.: district, circuit; T.: bölge) и.
Дәүләт территорияһының администра-тив-сәйәси, хужалыҡ, хәрби һ. б. күҙлектән сығып бүленгән бер өлөшө. □ Округ. / Окружной. Округка ҡараған ҡала. һайлау округы. Хәрби округ. Округ суды. Округ депутаты. ■ Округтан килгән кеше, Хәки-мовтарҙыц ҡыйыулығына айырыуса туҡталып, Хан һәм уныц иптәштәренә рәхмәт иғлан итте. Н. Ҡәрипов. Үҙе [Әсмәбикә] ошо округтан депутат булып һайланғас, өҫтәүенә, депутат булыуы хаҡында хәтеренә төшөргәс, ул үтенесте кире ҡаҡманы. Р. Низамов. Волга буйы округы командующийының приказы менән ошо осорҙа округ ремонт комиссияһы ойошторола, уныц председателе итеп йәш командир Таһир Күсимовты тәғәйенләйҙәр. Р. Өмөтбаев.
ОКСИД [рус.] и. хим. ҡар. окисел. Углерод оксиды. Тимер оксиды.
ОКСИД Л АУ (оксидла-) (Р: оксидировать; И.: oxidize; T.: oksitlemek) ҡ. хим. ҡар. әсетеү.
Химик матдәне кислород менән ҡушыу. □ Оксидировать. Тимерҙе оксидлау. Баҡырҙы оксидлау.
ОКСИМОРОН [рус. < гр. oxymoron ‘тапҡыр-аҡылһыҙ’] (Р: оксиморон; И.: oxymoron; T.: sözleri ters anlam kullanarak kuvvetlendirme) и. лингв, әҙ.
Мәғәнә яғынан ҡапма-ҡаршы һүҙҙәрҙән торған һүҙбәйләнеш (мәҫәлән, һаҡаллы сабый; рәхәт ғазап; күҙле һуҡыр). □ Оксиморон. Оксиморондарҙы стилистик сара итеп ҡулланыу.
ОКТАВА [рус. < лат. octavo} (Р: октава; И.: octave; T.: oktav) и.
1. муз. Диатоник гаммалағы эҙмә-эҙлекле тауыштар рәтендәге билдәле бер тауышҡа яңғырашы менән тап килеп, юғарылығы менән айырылған һигеҙенсе баҫҡыс тауыш; диатоник гаммалағы шул ике тауыш араһындағы интервал. □ Октава (музыкальный интервал). ■ Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ. Интернет селтәренән.
2. Бастың бик түбәнге төрө. □ Октава (разновидность баса). Октава менән башҡарыу. Моңло октава тауышы. ■ Кисә моңһоп йөрөгән егеттәр ҙә октаванан тауыш күтәрә. X. Ҡунаҡбай.
3. әҙ. Беренсе юлы өсөнсө һәм бишенсе юл менән, икенсе юлы дүртенсе һәм алтынсы юл менән, етенсе юлы һигеҙенсе юл менән рифмалашып килгән һигеҙ юллыҡ шиғыр. □ Октава (стихотворная строфа в восемь строк). Октава менән яҙылған шиғыр.
ОКТАН [рус. < лат. oktan] (Р: октан; И.: octane; T.: oktan) и. хим.
Углерод менән водород атомдары берләшмәһен тәшкил иткән, үҙенсәлекле еҫе булған, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ. □ Октан (органическое соединение класса алканов). Октан етештереү цехы. Ректификация ысулы менән октан етештереү.
ОКТАНТ I [рус. < лат. octans ‘һигеҙенсе өлөш’] (Р: октант; И.: octant; T.: oktant) и. мат.
Үҙ-ара перпендикуляр өс проекция яҫылыҡтары киҫешеүҙән килеп сыҡҡан һигеҙ арауыҡ. □ Октант. Кубты октанттарға бүлеү.
ОКТАНТ II [рус. < лат. octans ‘һигеҙенсе өлөш’] (Р: октант; И.: octant; T.: oktant) и. астр.
Күк есемдәренең араһын мөйөшсә дәүмәлендә үлсәү өсөн ҡулланылған ҡорамал. □ Октант. Октант менән үлсәү. Октант менән билдәләү.
ОКТАН ҺАНЫ (Р: октановое число; И.: octane number; T.: oktan sayısı) и. хим.
661