ОКТАЭДР
Бензиндың баҫым көсәйгәндә янып шартлауға ҡаршы тороу һәләтен билдәләгән һан. □ Октановое число (число, обозначающее детонационную стойкость бензина). Юғары октан һанлы бензин. Бензиндың октан һанын кутэреу.
ОКТАЭДР [рус. < гр. okto ‘һигеҙ’ + hedra ‘ҡыр’] (Р.: октаэдр; И.: octahedron; Т.: sekizyüzlü) и. мат.
Тиң өсмөйөштәрҙән торған һигеҙ ҡырлы есем. □ Октаэдр (восьмигранник). Октаэдр ҡырҙары. Октаэдр рәуешендәге кристалл. Ҡағыҙҙан октаэдр яһау.
ОКТЯБРЬ [рус. < лат. October ‘унынсы’] (Р.: октябрь; И.: October; T: Ekim) и.
1. Календарь йылдың унынсы айы; ҡарасай. □ Октябрь. / Октябрьский. Октябрь айы. Октябрь башында. Октябрь уртаһы. ■ Октябрь аҙағында Тоня Йәғҙәне ял көнө уҙҙәренә саҡырҙы. А. Абдуллин. [Таңһылыу:] Әгәр Өфөлә төпләнһәм, сентябрь, октябрь айҙарында осрашырбыҙ ҙа әле, кем белә. Р. Камалов. Ишембай яландары, Ағиҙелдең уң яғындағы текә ярҙары һәм Иҙелдең һалҡын тулҡындары өҫтөндә октябрь айы төнөнөң йондоҙҙары йымылданылар. А. Кар-най. Октябрь башынан уҡ һалҡын елдәр иҫә, өй тубәләрен бер туҡтауһыҙ ямғырҙар дөбөрләтә башланы. X. Мохтар.
2. тар. (баш хәреф менән) 1917 йылғы революция. □ Октябрьская революция. ■ Үткән көҙ улар [Төлйөҙөмдәр] Октябрҙең ике йыллығын дан итеп уткәргәйнеләр. һ. Дәүләтшина. Россия һуғышта бер уңышһыҙлыҡтан икенсе уңышһыҙлыҡҡа осрай тора, Ер шарын дер һелкетәсәк Октябрь көндәре тимер аҙымдар менән яҡынлап килә ине. Б. Бикбай.
ОКТЯБРЯТ [рус. октябрята} (Р: октябрята; И.: octobrists; T: oktiabrionok) и. тар.
1990 йылға тиклем пионер дружиналары эргәһендә ойошторолоп, пионер ойошмаһына алыу өсөн әҙерләнгән 7—10 йәшлек мәктәп балалары. □ Октябрята. ■ Икенсе класта беҙҙе октябрят итеп алдылар. М. Садыҡова. [Рәшит — Нәсимәгә:] Ниңә илайһың һин, етмәһә, октябрят булам тигән булаһың, һин бына, илап ултырғансы, яңы
нан эшкә кереш, өйөңдө тағы ла бейегерәк итеп ҡор\ И. Насыри.
ОКУЛИСТ (окулисы, окулистың) [рус.
< лат. okulist] (Р: окулист; И.: oculist; T: göz hekimi) и. ҡар. күҙ табибы.
Күҙ ауырыуҙары буйынса белгес. □ Окулист. Окулист булмәһе. Окулисҡа куренеу. Окулиста дауаланыу. ■ Окулистар ҙа ҙур ғорурлыҡ менән тулыһынса яңыртылған офтальмологии кабинетты курһәтте. «Йәйғор», 12 декабрь 2012. Йыл һайын, куҙҙәр яҡшы кургән хәлдә лә, окулисҡа куренеу мотлаҡ. «Шоңҡар», № 11, 2011.
ОКУЛЯР [рус. < лат. oculus ‘күҙ’] (Р: окуляр; И.: ocular; T.: göz merceği) и.
Оптик приборҙың күҙгә ҡуя торған яғындағы линза йәки шулар системаһынан ҡоролған өлөшө. □ Окуляр. Окуляр линзаһы. Микроскоп окуляры. Телескоп окуляры. Окуляр аша куҙәтеу.
ОҠЛАШЫУ (оҡлаш-) (Р: уславливаться; И.: come to terms; T.: sözleşmek) ҡ. диал. ҡар. һүҙ ҡуйышыу.
Һөйләшеп, бер һүҙгә килеү, бер үк нәмә эшләргә булыу. □ Уславливаться, уговариваться, договариваться. Оҡлашып килеу. Оҡлашып барыу. Алдан оҡлашып ҡуйыу.
ОҠОН (Р: неизвестного происхождения, не имеющий родственных корней; И.: of по origin; T.: köklerini bilmeyen kimse) с. диал.
Үҙ ырыуын белмәгән (кеше). □ Неизвестного происхождения, не имеющий родственных корней. Оҡон кеше. Туғандарың менән ҡатышып йәшә, оҡон булма.
ОКОТ (Р: кадык; И.: adam’s apple; T.: adem elması) и. анат. диал. ҡар. күмәгәй.
Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Оҡот алмаһы. Оҡото булкел-дәп уйнай.
ОҠШАТЫЛЫУ (оҡшатыл-) ҡ. төш. ҡар. оҡшатыу 1, 2. страд, от оҡшатыу 1, 2. ■ Мәшһур «Ҡутадғу билик» вә уға оҡшатылып яҙылған «Мәхбуб әл-кәлеб» китаптарында уйын вә музыка хеҙмәттәре һаналған. Ә.-З. Вәлиди. Был улаҡтар ҙа, өйҙөң ҡыйығына оҡшатылып, ҡуйы йәшел буяуға буятылып ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин.
662