Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 663


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ОҠШАУ
ОҠШАТЫУ (оҡшат-) (Р.: уподоблять; И.: liken to; T.: benzetmek) ҡ.
1. Кешенең йәки бер нәмәнең ниндәй ҙә булһа яғына эйәреп, шуға тап килтереү. □ Подражать. // Подражание (манерам, речи). Атаһына оҡшатып һөйләшеу.
■ Йыраҡ та тугел таллыҡта бер турғай, һандуғасҡа оҡшатып, тырышып-тырышып сутылдарға кереште. Д. Бүләков. [Юлдаш] уҙенең бөтә торошон, уҙен тотошон, уҙ көсөнә ныҡ ышанған, уҙ дәрәжәһен белгән эшлекле өлкән кешеләргә оҡшатырға тырыша.
3. Биишева.
2. Кешенең йәки бер нәмәнең ниндәй ҙә булһа бер яғын башҡа берәүҙекенә тап килгән тип табыу. □ Уподоблять. // Уподобление.
■ [Заятуләк:] Тауҙы тауға оҡшатып, тимер менән ҡоршатып, алып бында килһәләр ҙә, Балҡантауым был тугел. «Заятүләк менән һыуһылыу». Уҙған ғумеремде оҡшатамын сылтырап аҡҡан һыуҙың ағышына. Халыҡ йырынан. [Караҡоломбәт — Аҡйегеткә:] Минең араға төшөп, мин алаһы ҡыҙҙы алдың, етмәһә, мине эткә оҡшатып, атайың алдында ауыҙ йырып көлдөң. «Ҡараҡоломбәт менән Аҡҡоломбәт».
3. Яҡшы тип ҡабул итеү, яҡшы күреү; яратыу. □ Нравиться; симпатизировать. Егет ҡыҙҙы оҡшатҡан. Бер-береңде оҡшатыу. Холоҡто оҡшатыу. ■ Батшаның ҡыҙҙары кемде оҡшатһа, шуға ҡулъяулыҡ менән һуғырға тейештәр. Әкиәттән. [Сөмбөл — Айһылыуға:] Эшемдә лә яраталар ине, уҡыуымды ла бик оҡшата инем, уҙемде еңерлек көс ҡайҙан табайым һуң, апаҡайым? Д. Булгакова.
ОҠШАТЫУ ҺҮҘҘӘРЕ (Р: подража тельные слова; И.: imitative; mimetic words; T.: yansıma) и. грам.
Нәмәләрҙең, тәбиғәт күренештәренең, шулай уҡ йәнлек йәки ҡош-ҡорттарҙың тауышына, хәрәкәтенә, һынына оҡшатып яһалған һүҙҙәр (өноҡшаш һуҙҙәргә (дөбөр-шатыр, дөп тә дөп) һәм һыноҡшаш һуҙҙәргә (йым-йым, былҡ) буленеп йөрөй). □ Подражательные слова. Оҡшатыу һуҙҙәренең фонетик төҙөлөшө. Оҡшатыу һуҙҙәрен морфологик яҡтан төркөмләу. Тамыр оҡшатыу һуҙҙәре. Яһалма
оҡшатыу һуҙҙәре. Ҡушма оҡшатыу һуҙҙәре. ■ Оҡшатыу һуҙҙәре, ғәҙәттә, бер телдән икенсе телгә уҙләштерелмәй, фонетик төҙөлөшө яғынан нығынған булалар. Интернет селтәренән.
ОҠШАТЫШЫУ (оҡшатыш-) ҡ. урт. ҡар. оҡшатыу 3. взаимн. от оҡшатыу 3. Оҡ-шатышып йөрөу. Оҡшатышып әйләнеу. Бер-береңде оҡшатышыу.
ОҠШАУ (оҡша-) (Р: походить; И.: look like; T.: benzemek) ҡ.
1. Ниндәйҙер яғы менән бер нәмәгә йәки кешегә тартым булыу; оҡшаш булыу. □ Походить; быть похожим. Әсәһенә оҡшаған. Көмөшкә оҡшаған. ■ Дурткел мөйөшкә оҡшаған был тауҙарҙың һәр яғы биш-алты уҡ атымы оҙонлоҡта була. «Ҡуҙыйкүрпәс». Ҡайҙа ғына барһаң, бер ук ҡояш, тыуған илкәйемә оҡшамай. Халыҡ йырынан. Ир-кем менән оҡшаным мин ҡоштарға, маҡсат ине алыҫтарға осорға... Р. Назаров. • Мал эйәһенә оҡшамаһа, харам булыр. Әйтем. Бай балаһы байға оҡшар, бәйләнмәгән тайға оҡшар. Әйтем. Атаһына оҡшап ул тыумаҫ, инәһенә оҡшап ҡыҙ тыумаҫ. Әйтем. Килен ҡәйнәгә оҡшар. Әйтем.
2. Асығын белеп әйтмәй, фараз итеп әйткәнде белдерә. □ Кажется, как будто, похоже (в форме единственного числа настоящего времени в сочетании с формой на -ғанға основного глагола выступает в значении предположения). Барғанға оҡшай. Кире уйлағанға оҡшай. Ямғыр яуғанға оҡшай. ■ [Кинйәнең әсәһенең] теләге ҡабул булырға оҡшай. Ғ. Ибраһимов. Бында [баҫыуҙа] ла ай ярым элек кенә һуғыш геуләгәнгә оҡшай. Ә. Хәкимов. Йылҡыбай .. [Зөһрәнең] Аллабирҙегә бик мөләйем куҙ һирпеп ҡуйыуын эләктереп ала ла эсенән генә, былай булғас, эштәр уң булып сығырға оҡшай, тип ҡуя. «Зөһрә менән Алдар».
3. Яҡшы булып күренеү. □ Нравиться. Куңелгә оҡшау. ■ Егеттең оҙон буйлы, киң кукрәкле батырҙарса һыны ҡыҙға бик оҡшай. «Ҡуҙыйкүрпәс». Сәлмәндең ныҡышлығы, уҙ-уҙенә ышанысы директорға бая уҡ оҡшап ҡалғайны, шунлыҡтан ул уҙенең уйҙарын да йәшермәне, ихласлана төштө. С. Шәри
663