ОҠШАУЛЫ
пов. Ҡыҙҙың белекле булыуы әсәгә оҡшаны. Л. Якшыбаева. Кейеҙбай үҙенә оҡшаған бер ҡып-ҡыҙыл алманы һайлап ала. Әкиәттән. • Ашай белмәгәнгә аш оҡшамай. Әйтем.
4. Тәртипкә һыйыу, урынлы булыу; килешеү, ярау. □ Быть уместным, соответствовать. ■ [Сәғиҙә:] Директор кеше менән улай итеп һөйләшеү оҡшамай ҙа инде. М. Тажи.
♦ Ике тамсы һыу кеүек оҡшау бер-береһенә ныҡ оҡшаған кешеләр йәки нәмәләр тураһында әйтелә. □ Быть похожим на кого или на что как две капли воды. И Икенсе катка менеп етер алда ҡаршыла үҙенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған кескәй ҡыҙҙы күргәс, ул [Емеш] бөтөнләй аптырап, туҡталып ҡалды. 3. Биишева. [Малайҙар] бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшағандар. Яр. Вәлиев.
ОҠШАУЛЫ с. ҡар. оҡшаш 1. ■ Ай менән ҡояш бер генә, йондоҙон һанаманым. Сәхрәләрҙән һеҙгә оҡшау лы бер сәскә табал-маным. Таҡмаҡ. Көндәребеҙ оҡшау лы төнөбөҙгә, ҡайтыр микән был һуғыштан баштарыбыҙ? Бәйеттән. Ҡоҙаларҙың аттары екән менән тышаулы. Яусы булған ҡоҙаһы шүрәлегә оҡшаулы. Халыҡ йырынан.
ОҠШАШ I (Р.: похожий; И.: like, similar; T: benzer) с.
1. Ҡайһылыр бер яғы менән тап килгән; оҡшаған. □ Похожий, схожий, подобный; аналогичный. Оҡшаш ҡыҙҙар. Оҡшаш хәл. Оҡшаш проблема. ■ Дейеү ҡотороноп үҙенең баяғы ғәләмәт суҡмарын күтәрә һәм ел-дауылға оҡшаш шау-шыу менән батырға һуға. «Ҡуҙыйкүрпәс». Бешерелгән миндек еҫе түгел, әллә ниндәй еҫ аңҡый, ҡарағаймы, әллә шуға оҡшаш хушбуймы еҫе. Б. Бикбай. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған, ти. Риүәйәттән.
2. Бер төрлө яңғырашлы. □ Созвучный. Оҡшаш исемдәр. ■ Илмырҙа ҡарттың оҡшаш исемле өс улы булған, ти: өлкән улы — Ишмырҙа, уртансыһы — Бикмырҙа, кинйәһе — Аҡмырҙа. Әкиәттән. Оҡшаш исемдәр ҡушыу йолаһы бөгөнгө көндә лә киң таралған. Т. Кусимова. Геройҙары оҡшаш исем
ле булыу арҡаһында, «Күсәк бей» поэмаһы менән риүәйәттәге ваҡиғалар буталған. Н. Зарипов.
ОҠШАШ II и. ҡар. оҡшашлыҡ. Тарихи оҡшашы булмаған ваҡиға. Оҡшашы булмаған итек. ■ [Батшаның ҡыҙы] итекселәргә иртәгә кискә тиклем донъяла ише лә, бер ниндәй оҡшашы ла булмаған, йөйө лә, теккән эҙе лә беленмәгән бер һыңар ҡата эшләргә ҡушып киткән. Әкиәттән.
ОҠШАШЛЫ с. ҡар. оҡшаш 1. Әсәһенә оҡшашлы ҡыҙ. И [Түләк ташы] өй ҙурлығында, дүрт мөйөшлө, өҫтәлгә оҡшашлы, бик тигеҙләп юнып яһалған шикелле булып тора. «Заятүләк менән һыуһылыу». Бал ҡорттарының эсендәге һуңғы дүрт ярым балдаҡтың аҫҡы яғында икешәр бәләкәй балауыҙ «көҙгөһө» — асыҡ төҫтәге биш мөйөшкә оҡшашлы хитиндың айырым өлөштәре урынлашҡан. «Башҡортостан», 25 апрель 2012.
ОҠШАШЛЫҠ (оҡшашлығы) (Р: сходство; И.: likeness, resemblance; T: benzerlik) и.
Ниҙеңдер үҙ-ара тап килеше. □ Сходство, подобие, тождество; аналогия. Тулы оҡшашлыҡ. Ҡараш оҡшашлығы. Характерҙар оҡшашлығы. ■ Ул [Маянһылыу] бында үҙе һәм тәү башлап әйттерелгән кейәүе Ҡуҙыйкүрпәс кисергән хәлдәргә күп оҡшашлыҡ таба, әммә уның Ҡарабай улы булыуын башына ла килтерә алмай. «Ҡуҙыйкүрпәс». Амурға оҡшашлыҡтары өсөн, башҡорттарҙы «Төньяҡ амурҙар» исеме менән йөрөтөүҙәре һис тә ғәжәп түгел. Я. Хамматов.
ОҠШАШЫУ (оҡшаш-) (Р: быть похожим; И.: resemble; T: benzemek) ҡ.
1. Ни менән дә булһа үҙ-ара тап килеү, үҙ-ара оҡшау. □ Быть похожим, походить друг на друга. ■ Беҙ, гүйә, бер-беребеҙҙең күңел баҡсаларына экскурсияға йөрөйбөҙ: улар оҡшашҡан, әммә һәр ҡайһыһы үҙенсә — ҡабатларлыҡ, күсермәһен алырлыҡ түгел. Г. Яҡупова. Улар [Аҡсәскә менән атаһы]бер-береһенә бына бит ниндәй оҡшатҡандар: икеһе лә һап-һары сәсле, күҙҙәре, көҙгө аяҙ күк шикелле, күм-күк. Б. Бикбай.
2. Бер-береңде яҡын күреү; яратышыу. □ Симпатизировать, нравиться друг другу.
664