ОЛАҠТЫРЫУ
Оҡшашып өйләнешеу. Оҡшашып йөрөу. Балалар бер-береһенә оҡшатһалар, туй яһайыҡ.
О Л АҒЫТЫУ (олағыт-) (Р.: отправлять; И.: send off; T.: göndermek) ҡ.
Ситкә ебәреү; ситкә ҡыуыу. □ Отправлять; угонять кого, что. Ете диңгеҙ артына олағытыу. Урманға олағытыу. ■ Аҙаҡ сиктә Алабай [кәзәне] ҡыуаларға башланы, ҡабат килмәҫлек итеп, олағытып ташланы. Ғ. Амантай.
ОЛАҒЫУ (олаҡ-) (Р.: исчезать; И.: disappear; T.: ortadan kalkmak) ҡ.
1. Ситкә китеү, ситкә табан ҡасыу. □ Исчезать, пропадать; задеваться, запропасть. Сығып китеп олағыу. ■ Ер, ҡосағыңдан яңылыш төшөп киткән ҡарбуз кеуек, ҡап уртаға ярылыр, йә булмаһа, бына-бына һынған кусәренән ысҡынып, йәһәннәм төбөнә олағыр һымаҡ тойола... Ш. Бикҡол. [Ит-бай — Алдарға:] Әйт әле, батыр, теге һаҡау ҡайҙа китеп олаҡты икән? — тип һорай һалды. «Зөһрә менән Алдар». [Харис — Дилбәргә:] Мин һинең урыныңда булһам, ҡайҙа булһа ла йыраҡҡараҡ олағыр инем. Г. Ғиззәтуллина.
2. Китеп юғалыу, ғәйеп булыу. □ Исчезать, пропадать бесследно; подеваться. Ҡайҙа китеп олаҡтығыҙ? ■ Был — бынан бер нисә йыл элек колхозды ташлап, ҡайҙалыр олағып йөрөгән Йәмил ине. Ғ. Лоҡманов. Ҡатынҡай бая ярты сәғәттәй өйөндә булды ла, мотоциклын дырылдатып, ҡайҙалыр олаҡты. Ф. Янышев.
3. Яҙлығыу, аҙашыу. □ Заблудиться. Юлдан ситкә сығып олағыу. Урманда олаҡҡанмын.
+ Баш олағыу ситкә китеп, юҡ булыу. □ Исчезнуть совсем. ■ [Алтынбай менән Ҡөмөшбай:] Таҙҙың башы олаҡты, ябаға дунәне әллә ҡайҙа китә алмаҫ, атайым янына ҡайтып китер. Әкиәттән.
ОЛАҒЫШЫУ (олағыш-) ҡ.ҡар. олағыу 2. Ҡайҙа олағышҡандар былар, береһе лә ку-ренмәй. ■ [Ҡыҙҙың әсәһе:] Эй Хоҙайым, әллә ҡайҙа олағышып бөттөләр, туй ҡапҡа төбөндә, береһе куренмәй. Интернет селтәренән.
ОЛАЙЫУ (олай-, олая) ҡ. диал.
1. ҡар. олоғайыу. Олайып китеу. Олайып барыу. Ҡурше апай олайған.
2. Йәш барыу, үҫеү, өлкәнәйеү; ҙурайыу.
□ Взрослеть, расти. Олайып килеу. Олайып китеу. Бала олайып киткән.
ОЛАҠТЫРЫЛЫУ (олаҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. олаҡтырыу, страд, от олаҡтырыу. ■ Ҡаршылыҡ курһәтеуселәр аҫылған, киҫелгән, бала-сағалар, сабыйҙар һөңгөнән ут-кәрелгән, ҡыҙ-ҡырҡын мәсхәрәләнгән, ҡоллоҡҡа олаҡтырылған. Ғ. Хөсәйенов. Төштө куҙем, тауҙың аҫтында куккә ҡарап, баҡырып, илап ятҡан олаҡтырылған бесәй меҫкенгә. Ш. Бабич. Ике балалы йәш ғаиләгә барса йыһазы ҡайҙалыр олаҡтырылған бәләкәс кенә ике булмә ҡалдырыла. Ә. Хәкимов.
ОЛАҠТЫРЫУ (олаҡтыр-) (Р: отправлять; И.: send (off); T.: yollamak) ҡ.
1. Кире ҡайтмаҫ ергә ебәреү, ебәреп, юҡ итеү. □ Отправлять; сослать. Сит яҡтарға олаҡтырыу. ■ Малайҙар ололарға йәбешә башлағас, ауыл халҡы быларҙы нисек тә булһа ситкә олаҡтырырға, ауылдан тайҙырырға уйлаша. Әкиәттән. Аяу ҡайҙа инде Салауатты, һуҡтырҙылар хатта атаһын, олаҡтырған саҡта ер ситенә — ҡош телендә хәбәр ҡайтмаһын! Ф. Туғыҙбаева. [Гөлбикә — Әлекәйгә:] Бөгөн Йәнгилделәр башҡортто сик һаҡларға оҙатабыҙ тип, уларҙы мәңге ҡайтмаҫҡа олаҡтыралар. М. Буранғолов.
2. Урынынан алып ырғытыу. □ Бросать, отбрасывать; выкинуть. Таяҡты олаҡтырыу. Бауҙы өй башына олаҡтырыу. ■ Арбала Әптерҙең таяғы онотолоп ҡалған икән, улы уны алып ҡарап торҙо ла, бөтә асыуын таяҡтан кургәндәй, бер башынан тотоп, кәртә мөйөшөнә олаҡтырҙы, һ. Дәүләтшина. Ер һелкенгәндәй булған, ярандар ҙа, батша ла, олаҡтырған батыр ҙа он-талҡанға ҡалған, ти. «Урал батыр».
3. Ҡайҙалыр ситкә ебәреү, ситкә ҡасырыу.
□ Сбывать с рук. Игенде ситкә олаҡтырыу. ■ [Сергей:] Утыҙ биш һумға олаҡтырғайным [утынды], ун һумы ғына миңә, ҡалғаны — уның [бисәнең] кеҫәһенә. Н. Мусин. [Ныязғол — Айбулатҡа:] Минең өс йөҙ бот игенде ҡайҙа олаҡтырып ҡайттың? Һ. Дәүләтшина.
665