Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 90


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕЙКОЗ
Төрлө сәбәптәрҙән тәндең теге йәки был ерендә меланин тигән пигменттың кәмеүе йәки уның булмауынан аҡ таптарҙың барлыҡҡа килеүе. □ Лейкодерма. Лейкодерма сире.
ЛЕЙКОЗ [рус. < гр. leukos] (Р.: лейкоз; И.: leukemia; T.: lösemi) и. мед.
Ҡан күҙәнәктәрен барлыҡҡа килтереүсе туҡыманы — ҡыҙыл кимек матдәһен, лимфатик төйөрҙәрҙе һ. б. ағзаларҙы зарарлаусы сир. □ Лейкоз. Лимфоидлейкоз. Хроникми-елоид лейкоз.
ЛЕЙКОМА [рус. < гр. leucoma] (Р.: лейкома; И.: leucoma; T.: lökoma) и. мед.
Күҙгә аҡ төшөү ауырыуы. □ Лейкома. Лейкоманан килешә торған дарыу. Лейкома-ны дауалау.
ЛЕЙКОПЛАСТЫРЬ [рус. < нем. Leuko-plast] (Р: лейкопластырь; И.: adhesive plaster; T.: yara bandı) и. мед.
Бәй һалыу, яраны микробтарҙан һаҡлау өсөн ҡулланылған йәбешкәк материал. □ Лейкопластырь. Яраға лейкопластырь йәбештереү.
ЛЕЙКОЦИТ [рус. < гр. leukos + kytos] (Р: лейкоцит; И.: leucocyte; T.: akyuvarlar) и. физиол.
Кеше һәм хайуан ҡан ындағы аҡ тәнсәләр. □ Лейкоцит. Ҡандың лейкоциты күтәрелгән. Лейкоцит күҙәнәге. Лейкоцит бөртөксәләре. И Ҡанда лейкоцит күҙәнәктәренең артыуы лейкоцитозға килтерә. Интернет селтәренән.
ЛЕЙКОЦИТОЗ [рус. < гр. leukos + kytos] (Р: лейкоцитоз; И.: leukocytosis; T.: lökositoz) и. мед.
Ҡанда лейкоциттарҙың норманан күберәк булыуы. □ Лейкоцитоз. Абсолют лейкоцитоз. Патологик лейкоцитоз. Инфекция лейкоцитозы.
ЛЕЙТЕНАНТ [рус. < фр. lieutenant] (Р: лейтенант; И.: (ensign) lieutenant; T.: teğmen) и. хәрби.
1. Армияла, флотта кесе офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Лейтенант. / Лейтенантский. Лейтенант булып хеҙмәт итеү. Лейтенант дәрәжәһе. Лейтенант погоны. ■ Егерме йәшлек лейтенант Йәнтимер Байназаровтың иртә
таңда башҡарасаҡ хәтәр эше, шәфҡәтһеҙ вазифаһы алдынан бәйнә-бәйнә һанарлыҡ ниндәй юғалтыуҙары бар икән? М. Кәрим.
2. тар. Францияла XV быуатта командир урынына йөрөгән офицер. □ Лейтенант. Лейтенант формаһы.
ЛЕЙТМОТИВ Iрус. < нем. Leitmotiv] (Р: лейтмотив; И.: leitmotif; Т.: leitmotif) и.
1. муз. Музыкаль әҫәрҙә баштан аҙағына тиклем ҡабатланып килгән төп мотив. □ Лейтмотив. Музыкаль лейтмотив. Арияның лейтмотивы.
2. күсм. әҙ. Бер нисә тапҡыр ҡабатланған һәм һыҙыҡ өҫтөнә алынған төп фекер, үҙәк мотив. □ Лейтмотив. Ҡитаптың лейтмотивы. Әҫәрҙең лейтмотивы. ■ Сеңләүҙә ҡыҙҙың үҙ яҙмышына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүе лейтмотив булғанлыҡтан, .. ата-әсәнән үтенеү, күҙ йәше менән ялбарыу тойғоларын биреүгә буйһонған. Ә. Харисов. һүҙмә-һүҙ ҡабатланмаһа ла, бөтә әҫәр буйынса ҡыҙыл еп булып һуҙылып барған төп фекер, үҙәк мотив лейтмотив тип атала. К. Әхмәтйәнов. Әммә Салауат хаҡындағы бәйеттәрҙең барыһында ла, героик эпостарҙағыса, героизм һәм оптимизм лейтмотив булып үтә. Б. Байымов.
ЛЕК (Р: лек; И.: lek; Т.: lek) и.
Албанияның аҡса берәмеге. □ Лек (денежная единица Албании). Лекты һумға алмаштырыу.
ЛЕКАЛО [рус.] (Р: лекало; И.: template; T.: münhani cetvel) и.
1. Кәкре һыҙыҡтар яһау өсөн махсус ҡулайлама. □ Лекало (фигурная линейка).
2. Кейем-Һалым теккәндә ҡулланылған махсус өлгө, ҡалып. □ Лекало (специальный образец, используемый при шитье одежды, шаблон). Лекало ҡулланыу.
ЛЕКАЛЬЩИК (лекальщигы) [рус.] (Р: лекальщик; И.: draftsman; T.: tasarımcı) и.
Лекало (2) яһаусы. □ Лекальщик. Лекальщик булып эшләү.
ЛЕКАРЬ [рус.] (Р: лекарь; И.: doctor; healer; T.: hekim) и. тар.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙәге табиптың исеме. □ Лекарь. Лекарь дауалай. Лекарь булыу. ■ Уның [Ирназарҙың] ыңғы-рашыуынан ҡурҡып, лекарь килеп етте.
90