Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 91


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕКСИК ВАРИАНТ
Ғ. Ибраһимов. Сәйәси сәбәптәр менән Пе-тербургтан һөрөлгән лекарь ошөнда терәк кенә ту гел, башҡорттар араһында танылыу, дәрәжә лә тапҡан. Т. Ғарипова. Саҡ хәл кергәндәй итте ауырыуға. «Ҡара насар ҡанығыҙ кубәйгән», — тип анһатты быны лекарь. Ә. Хәкимов.
ЛЕКЕЛДӘҮ (лекелдә-) (Р.: колотиться; И.: palpitate, pound; T.: gümbür gümbür atmak) ҡ. диал.
Йыш-йыш тибеү (йөрәккә ҡарата). □ Колотиться. Йөрәгелекелдәй. Шәп йугереп килгәнгә йөрәге бик ныҡ лекелдәй.
ЛЕКСЕМА [рус. < гр. lexis\ (Р.: лексема; И.: lexical item; T.: kelime) и. лингв.
Һүҙ һәм уның телмәрҙә ҡулланылған барлыҡ формалары. □ Лексема. Үҙ аллы лексема. Лексемаларҙың уҙенсәлектәрен тик-шереу.
ЛЕКСИК [рус. < гр. lexikos] (Р: лексический; И.: dictionary; T.: sözcükse!) с. лингв.
Һүҙгә мөнәсәбәтле, һүҙгә бәйле. □ Лексический. Лексик берәмек. Диалекттың лексик байлығы. Һуҙҙәрҙең уҙ-ара лексик бәйләнеше. Телдәге лексик төркөмдәр. ■ Ғәли Ибраһимов «Кинйә» романында шул тарихи осорға хас купме лексик ҡатламды ҡаҙып сығарҙы һәм урынлы файҙаланды. Ғ. Хөсәйенов.
ЛЕКСИКА [рус. < гр. lexikos] (Р: лексика; И.: lexics; vocabulary; T.: kelime hâzinesi) и. лингв.
1. Билдәле телдең (диалекттың) һүҙлек байлығы. □ Лексика. / Лексический. Башҡорт теленең лексикаһы. Көньяҡ диалект лексикаһы. Әҙәби лексика. ■ Шул уҡ ваҡытта иҫке ҡулъяҙма текстарҙың тел-стиль уҙенсәлектәрен, лексиканың, һөйләштәрҙең ҡайһы бер уҙенсәлекле яҡтарын мөмкин тиклем һаҡларға тырышылды. Б. Байымов. Уның [Ж. Кейекбаевтың] башҡорт әҙәби теленең фонетикаһы, лексикаһы, грамматикаһы, шулай уҡ башҡорт яҙмаһы һәм әҙәби тел тарихына арналған топ фекерҙәре тәу башлап 1966 йылда донъя кургән коллектив хеҙмәт — педагогия училищелары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегендә лә ғәйәт уҙенсәлекле сағылыш тапты. Р. Шәкүр. Башҡорт әҙәби теленең
лексикаһын байытыу һәм нормаға һалыу йәһәтенән уткән быуаттың 20-се йылдарынан алып башҡорт телсе -ғалимдарының йәнле һөйләу телмәрен — һөйләштәрҙе өйрә-неуе ҙур әһәмиәткә эйә. Ф. Хисамитдинова.
2. Бер автор тарафынан йәки уның бер әҫәрендә ҡулланылған һүҙҙәр йыйылмаһы.
□ Словарный состав какой-л. сферы, ка-кого-л. автора или его произведения. Р. Назаров лексикаһы. ■ Инде беҙҙең ауылдың уҙенсәлекле теле, һөйләу манераһы, бутән бер ерҙә лә осрамаған лексикаһы хаҡында әйтергә ваҡыт. М. Ямалетдинов.
3. Билдәле бер эш әлкәһендә ҡулланылған һүҙҙәр. □ Лексика. Профессиональ лексика. Фәнни лексика. Эш ҡағыҙҙары лексикаһы. Терминологик лексика.
4. Һүҙлек составындағы ҡайһы бер стилистик ҡатлам. □ Лексика. Нейтраль лексика. Шиғри лексика. Вульгар лексика.
ЛЕКСИКАЛАШЫУ (лексикалаш-) (Р: лексикализоваться; И.: lexicialize; T.: kelime-leşmek) ҡ. лингв.
Морфемаларҙың йәки һүҙбәйләнештәрҙең лексик мәғәнәгә эйә булған тотороҡло һүҙгә әйләнеүе. □ Лексикализоваться. // Лексикализаңия. Лексикалашыу куренеше.
ЛЕКСИК АНАФОРА (Р: лексическая анафора; И.: lexical anaphora; T.: aynı kelimenin, birbiri ardına gelen iki cümle başından tekrarlanması) и. лингв.
Һөйләм башында бер иш һүҙҙәр ҡабат-ланыуына нигеҙләнгән һүрәтләү алымы.
□ Лексическая анафора. Лексик анафораның уҙенсәлеген тикшереу.
ЛЕКСИК АРХАИЗМ (Р: лексический архаизм; И.: archaic word; T.: arkaik, eski biçim kelime) и. лингв.
Хәҙерге телдә синонимы булған иҫкергән һүҙ. □ Лексический архаизм. Лексик архаизмдарҙы өйрәнеу.
ЛЕКСИК ВАРИАНТ (Р: лексический вариант; И.: lexical variant; T.: kelime varyantı) и. лингв.
Бер үк мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙең икенсе бер варианты. □ Лексический вариант. Лексик вариантын табыу.
91