Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 92


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕКСИК ДИАЛЕКТИЗМ
ЛЕКСИК ДИАЛЕКТИЗМ (Р.: лексический диалектизм; И.: lexical dialectism; T.: leksik diyalektizm) и. лингв.
Әҙәби телдәге һүҙҙәр менән сағыштырғанда, бөтөнләй икенсе төрлө сығанаҡлы һүҙҙәр. □ Лексический диалектизм. Лексик диалектизмдарҙы тикшереу.
ЛЕКСИК КАЛЬКА (Р: лексическая калька; И.: lexical caique; T.: taklit) и. лингв.
Сит тел ҡалыбы буйынса яһалған һүҙ. □ Лексическая калька. Лексик калькалар тураһында ғилми мәҡәлә яҙыу.
ЛЕКСИКОГРАФ [рус. < гр. leksikos + graphö ‘яҙам’] (Р: лексикограф; И.: lexicographer; T.: sözlükçü) и. лингв, ҡар. һүҙлексе.
Лексикография өлкәһендәге белгес; һүҙлексе. □ Лексикограф. Лексикографтарҙың бурысы. К һәр белгесте телдең төрлө яғы ҡыҙыҡһындыра: лексикографты — ку-берәк мәғәнә айышы, этимологияһы, тарихсыны — тарихи төшөнсә яҡтары, этнографҡа — ыҙан-йолаға ҡағылышлы моменттары, яҙыусыға иһә эмоциональ ҡеуәһе һиммәтле. Ғ. Хөсәйенов.
ЛЕКСИКОГРАФИК (Р: лексикографический; И.: lexicographic; T.: sözlükçülük) с. лингв.
Лексикографияға мөнәсәбәтле, лексикографияға бәйле. □ Лексикографический. Лексикографик хеҙмәттәр.
ЛЕКСИКОГРАФИЯ [рус. < гр. lexikos + graphö] (Р.: лексикография; И.: lexicography; T.: sözlükçülük) и. лингв.
1. Һүҙлектәр төҙөү эше. □ Лексикография. Лексикография менән шөғөлләнеу.
2. Тел ғилеменең һүҙлек төҙөү һәм уны өйрәнеү эше менән шөғөлләнгән бер бүлеге. □ Лексикография./Лексикографический. Лексикография — тел ғилеменең ҡатмарлы тармағы. Лексикографиялағы традициялар. ■ Институтта сирек быуатҡа яҡын ғилми хеҙмәткәр булып эшләу осоронда Таһир Байышевтың ғилми эҙләнеу һәм тикшеренеуҙәре төп ике йунәлештә дауам итә: башҡорт тел белеменең лексикография һәм диалектология тармаҡтары. Р. Шәкүр.
3. Һүҙлектәр төркөмө, һүҙлектәр тупланмаһы. □ Лексикография.
ЛЕКСИКОЛОГ Iрус.] (Р: лексиколог; И.: lexicologist; T.: sözcükbilimci) и. лингв.
Лексикология өлкәһендәге белгес. □ Лексиколог. Куренекле лексиколог. Лексиколог шөғөлө. ■ Жәлил Кейекбаев «Туғандар һәм таныштар» романында уҙенең лексиколог һәм стилист икәнлеген ысын мәғәнәһендә раҫлай. Ғ. Хөсәйенов.
ЛЕКСИКОЛОГИК (Р: лексикологический; И.: lexicological; T.: sözcükbilimsel) с. лингв.
Лексикологияға мөнәсәбәтле, лексикологияға бәйле. □ Лексикологический. Лексикологик тикшеренеуҙәр. Лексикологик хеҙмәт.
ЛЕКСИКОЛОГИЯ [рус. < гр. lexikon + logos\ (Р.: лексикология; И.: lexicology; Т: sözcükbilim) и. лингв.
Тел ғилеменең лексиканы өйрәнә торған бүлеге. □ Лексикология./Лексикологический. Башҡорт лексикологияһы. Лексикология буйынса дәреслек. Лексикология проблемалары. Лексикология фәне. Лексикология булеге. ■ М.А.Ҡулаевтыңкулъяҙмахәлендә ҡалған ҙур куләмле хеҙмәттәре араһында .. башҡорт теленең .. лексикологияһы буйынса тупланған ҡиммәтле материалдары һәм куҙәтеуҙәренең фәнни һәм ғәмәли әһәмиәте бик ҙур. Р. Шәкүр. М. Кәрим әгәр бик кәрәк ерендә берҙән-бер һирәк һуҙҙе урынлы ҡуллана икән, ул ҡаҙаҡланған кеуек дөйөм лексикологиябыҙға ла инә, зиһенебеҙҙә лә онотолмаҫҡа урынлашып ҡала. Ғ. Хөсәйенов.
ЛЕКСИК ОМОНИМ (Р: лексический омоним; И.: lexical homonym; T: eşsesli kelime) и. лингв.
Төрлө сығанаҡтан яһалып, ялғау ҡушылмайынса ла бер нисә мәғәнә аңлатҡан һүҙ.
□ Лексический омоним. Лексик омонимдарҙы анализлау.
ЛЕКСИКОН [рус. < гр. lexikon] (Р: лексикон; И.: lexicon; T: kelime hâzinesi) и. лингв.
1. иҫк. Һүҙлек, һүҙҙәр тупланмаһы.
□ Лексикон. П. И. Рычков төҙөгән лексикон.
2. Айырым бер кеше йәки төркөм телендәге һүҙҙәр. □ Лексикон. Яҙыусы лекси-
92