Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 93


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕМУР
коны. М Ҡорман, ҡалъян (уҡ һауыттары), саҡма (патронташ), тәлтермәс, ҡалаҡбаш, ҡыяҡбаш (уҡ төрҙәре), суҡмар, киҫтән, һәрпәк тибындағы яу ҡоралдары атамалары ла, уларҙың хәҙер музейҙарҙа һаҡланған экспонаттары шикелле, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең архаик ҡатламын, иҫке лексиконын тәшкил итә. Ғ. Хөсәйенов.
3. инф. XX быуаттың 80-се йылдарында киң популярлыҡ яулаған компьютер редакторы. □ Лексикон. Лексикон ярҙамында тикшереу.
ЛЕКСИК СТИЛИСТИКА (Р.: лексическая стилистика; И.: lexical stylistics; T.: üslupbilim) и. лингв.
Тел ғилемендә стилистик ҡатламдар үҙенсәлеген тикшергән бер бүлек. □ Лексическая стилистика. Башҡорт теленең лексик стилистикаһы.
ЛЕКТОР |рус. < лат. lector] (Р.: лектор; И.: lecturer; T: konferansçı; konuşmacı) и.
1. Лекция (1) уҡыған кеше. □ Лектор./ Лекторский. ■ Тәжрибәле лекторҙар етмәгәнлектән, уны [Хәҙисә Барласовнаны / төп хеҙмәтенән өс-дурт көнгә айырып, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ебәрҙеләр. Ә. Хәкимов.
2. Вузда лекция уҡыған уҡытыусы. □ Лектор.
ЛЕКТОРИЙ [рус. < лат. lectorium] (Р: лекторий; И.: centre organizing publie lectures; lecture-hall; lyceum; T: amfi) и.
Халыҡҡа белем таратыу өсөн лекциялар ойоштороу эше менән шөғөлләнгән ойошма һәм шул лекциялар уҡыла торған бина. □ Лекторий. / Лекторийный. Үҙәк лекторий. Лекторий асыу. Лекторий бинаһы.
ЛЕКТОРЛЫҠ (лекторлығы) (Р: лекторство; И.: lectureship; T.: konferansçılık) и.
Лектор эше. □ Лекторство. Лекторлыҡ тәжрибәһе. Лекторлыҡ йылдары.
ЛЕКЦИЯ [рус. < лат. lectio] (Р: лекция; И.: lecture; T.: ders; konuşma) и.
1. Уҡыу йорттарында уҡытыусының студенттарға, уҡыусыларға фәнде телдән һөйләп биреүе йәки ниндәйҙер теманың халыҡ алдында һөйләнеүе. □ Лекция. / Лекционный. Ҡыҙыҡлы лекция. Лекция уҡыу. Лекция менән сығыш яһау. Лекция яҙыу. ■ Рәсми
сәйәсәтте тәнҡитләгән бер-ике яҙыусының «ҡара исемлеккә» эләгеуе, университетта иң һәләтле ғалимдарҙан нисәмәһенең студенттарға лекция уҡыуҙан мәхрум ителеуе йә бутән эшкә кусеуе — барыһы шуның шойҡаны. Ә. Хәкимов.
2. Юғары уҡыу йортондағы дәрес формаһы. □ Лекция. / Лекционный. Лекция аудиторияһы. ■ Өҫтәл, шкаф тартмалары шаҡ-шоҡ асылды, мендәр-юрған туҙҙырып ташланды, Ашрафтың техник китаптары, студент ваҡытындағы лекция дәфтәрҙәре кәштәнән иҙәнгә осто. Ә. Хәкимов.
♦ Лекция уҡыу мыҫҡ. аҡыл өйрәтеү, өгөт-нәсихәт уҡыу. □ Читать нотации, читать мораль. ■ [Гөлбикә — Хәлимәгә:] Етте! Туҡта шул лекция уҡыуыңды! Ялҡытты! Н. Ғәйетбаев. Ауыл мөғәллиме Фәйзи ҙә, ауылдың бер осонан икенсе осона йөрөп, лекциялар уҡып, Сәләхигә ярҙам итте. И. На-сыри.
ЛЕКӘШЕҮ (лекәш-) (Р: прильнуть; И.: cling to; T.: yapışmak) ҡ. диал.
һарығыу, һарылыу, һырышыу, һыйыныу. □ Прильнуть. Ләкәшеп ятыу. Ләкәшеп уҫеу. ■ Сеңгәсәйҙәр йылыға, тәҙрә төптәренә ләкәшеп торалар. «Киске Өфө», № 14, 2011.
ЛЕММА [рус. < гр. lemma] (Р: лемма; И.: lemmata; T.: yardımcı teorem) и. мат.
Башҡа теорияларҙы иҫбатлау өсөн генә кәрәк булған ярҙамсы теорема. □ Лемма. Лемма ҡулланыу. Лемма яҙыу.
ЛЕМУР I [рус. < лат. lemur] (Р: лемур; И.: lemur; half-ape T.: lemursular) и. зоол.
Үҫеше яғынан маймылдар менән түбән һөтимәрҙәр араһында торған маймыл һымаҡ хайуан. □ Лемур (лат. Lemunfor-mes). Лемурҙар ғаиләһе. Лемурҙар төрө. ■ Лемурҙар Африкала, Азияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә йәшәй. Интернет селтәренән.
ЛЕМУР II [рус. < лат. lemur] (Р: лемур; И.: spirit of the dead; T.: Lemur) и. миф.
Боронғо Рим мифологияһында: үлгән кешенең йәне. □ Лемур (в древнеримской мифологии: души умерших).
93