ЛЕНД-ЛИЗ
ЛЕНД-ЛИЗ [рус. < ингл. land-lease} (Р.: ленд-лиз; И.: land-lease; T.: Lend-Lease) и. тар.
Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡытында Америка Ҡушма Штаттарының союздаш илдәргә бурысҡа йәки арендаға ҡорал, стратегик сеймал, аҙыҡ-түлек һ. б. биреү системаһы. □ Ленд-лиз. Ленд-лиз булеу ҡаралды.
ЛЕНДЛОРД [рус. < ингл. landlord} (Р: лендлорд; И.: land-lord; T.: arazi sahibi) и.
Англияла ерен фермерҙарға арендаға биреүсе эре ер биләүсе; алпауыт. □ Лендлорд. Лендлордтарға рента туләу.
ЛЕНИНИЗМ [рус.] (Р: ленинизм; И.: Leninism; T.: Lenincilik, Leninizm) и. фәлс.
Империализм һәм пролетар революциялар шарттарында марксизмды артабан үҫтереүҙе күҙаллаған В. И. Ленин тәғлимәте. □ Ленинизм. Ленинизм тәғлимәте. Ленинизм дәуере. Ленинизм маяғы. ■ Октябрь революцияһынан һуң халыҡ теленә яңы атамалар килде: Совет власы, ленинизм, большевик, .. комсомол, Граждандар һуғышы геройы, профсоюз, райком, райсовет, .. мәҙәниәт революцияһы һ. б. К. Әхмәтйәнов.
ЛЕНИНСА (Р: по-ленински; И.: in the Leninist way; T.: Leninci)^. фәлс.
Ленин тәғлимәтенә ярашлы итеп. □ По-ленински. Ленинса уҡыу. Ленинса эшләу. Ле-нинса йәшәу.
ЛЕНИНСЫ (Р: ленинец; И.: Leninist; Leninite; T.: Leninci) и. иҫк.
Ленинизм юлынан барыусы. □ Ленинең. Ленинсы булыу. Ленинсылар йыйылышы.
ЛЕНИНСЫЛ (Р: ленинский; И.: Leninist; Т.: Leninci) с. иҫк.
Ленинизмға мөнәсәбәтле, ленинизм принциптарына нигеҙләнгән. □ Ленинский. Ленинсыл сәйәсәт. Ленинсыл ҡараш.
ЛЕНТА [рус. < нем. Linte} и. ҡар. таҫма 1,
2. Лента тағыу. Лента тегеу. ■ Александр-ҙың козырёкһыҙ фуражкаһының лентаһын һәм Нинаның бөҙрәләрен һелкетеп йомшаҡ ел иҫеп китте. А. Карнай. Билал тиҙ генә мылтыҡтарҙың магазин коробкаларына патрон тултыртты, пулемётҡа яңы лента ҡуйҙырҙы. А. Таһиров. Беҙ Сидоренко менән икәу бер пулемёт эргәһендә ятабыҙ. Лен
талар әҙер. Б. Дим. Станоклы пулемётта-рын, патрон ленталарын кутәреп йугергән һалдаттарҙы Ғөбәйҙуллин бер туҡтауһыҙ ҡабаландырҙы: «Алға! Алға! Артҡа ҡалмаҫҡа!» Я. Хамматов.
ЛЕОПАРД [рус. < лат. leopardus} (Р: леопард; И.: leopard; T.: leopar) и. зоол.
Бесәйҙәр ғаиләһенә ингән, ҡара сыбар төҫтәге эре йыртҡыс хайуан; ҡаплан. □ Леонард. / Леопардовый (лат. Panthera par-dus). ■ Африканың иң көслө һәм ҡурҡыныс кейек-януарҙары иҫәбендә фил, арыҫлан, леопард. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЛЕП I (Р: подражание быстрому лёгкому движению; И.: whiff; T: kımıl kımıl) оҡш.
Ҡапыл ғына еңелсә хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание быстрому лёгкому движению. ■ Дары ыҫы тугел, хуш еҫ аңҡый, кубәләктәр оса леп тәлеп. Ш. Бикҡол.
ЛЕП II р. ҡар. лыпын. ■ Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һаҡлап йөрөткән турәһенең леп ятҡанын куреп ҡалғас та, тоғро һаҡсының башынан төрлө уйҙар йугереп уткәйне. К. Мәргән.
ЛЕПЕК (лепеге) и. диал. ҡар. ләпәк II. Лепек ябырылды.
ЛЕПЕЛДӘТЕҮ (лепелдәт) ҡ. йөкм. ҡар. лепелдәү, понуд. от лепелдәү. Йөрәген лепелдәтеу. Лепелдәтеп ҡанат ҡағыу.
ЛЕПЕЛДӘҮ (лепелдә-) (Р: трепетать; И.: quiver; T: çarpmak, atmak) ҡ.
1. Йыш-йыш тибеү, өлпөлдәү (йөрәккә ҡарата). □ Трепетать, трепещать, биться (о сердце). Йөрәк лепелдәй. Лепелдәп тибеу. ■ Любомирҙың куңеле бер талпынды ла лепелдәп һунгәндәй итте. М. Кәрим.
2. Тиҙ-тиҙ генә хәрәкәт итеү (кубәләккә ҡарата). □ Трепыхаться (о бабочке). Лепелдәп осҡан кубәләктәрҙе куҙәтеу.
ЛЕПЕР-ЛЕПЕР (Р: подражание лёгкому движению, трепету; И.: imitation of quivering; T: kımıl kımıl) оҡш.
1. Ағас япраҡтары, ҡайһы бер үҫемлектәр, елгә һелкенеп, бер-береһенә ҡағылғанда барлыҡҡа килгән тауышты белдерә. □ Подражание лёгкому движению, трепету. Лепер-лепер итеу. Елдән япраҡтар лепер-лепер килә. ■ [Хәйерниса] ой ҡаршыһындағы
94