Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 95


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕР-Р-Р
лепер-лепер итеп ултырған уҫаҡ ағасынан йыраҡ тугел ҡыуаҡлыҡ янында ике шәуләне шәйләне. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2010. Япраҡтар кирелделәр, көндән-көн баҙыҡландылар; шаян елгә лепер-лепер бәрелешеп, иҫерткес сер һөйләнеләр донъяға. Й. Солтанов.
2. ҡар. леп-леп 2. Йөрәклепер-лепер килә.
ЛЕПЕР-ЛЕПЕР ИТЕҮ (лепер-лепер ит-) ҡ. ҡар. леперләү.
ЛЕПЕРЛӘТЕҮ (леперләт-) ҡ. йөкм. ҡар. леперләү, понуд. от леперләү. Леперләтеп һелкетеу. Леперләтеп ҡағыу.
ЛЕПЕРЛӘҮ (леперлә-) (Р.: шелестеть; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
1. Елдә һелкенеү (япраҡҡа ҡарата).
□ Шелестеть, трепетать. Елдә япраҡтар леперләй.
2. диал. ҡар. лепелдәү 1. ■ Өндәшмәй генә барһаң, алҡын ағыш әллә ниндәй уйҙарға тарыта, төбө куренмәгән кукшел урындарҙа куҙҙәр алаҡандай, йөрәк леперләй. С. Шәрипов.
ЛЕПЕРЛӘШЕҮ (леперләш-) ҡ. урт. ҡар. леперләү, взаимн. от леперләү.
ЛЕПКЕ и. анат. диал. ҡар. лепкә. Лепке сәсе.
ЛЕПКӘ (Р.: родничок; И.: springlet; Т.: bıngıldak) и. анат.
1. Йәш баланың түбә ҡапҡасындағы ҡатып өлгөрмәгән ере. □ Родничок. Баш һөйәге лепкәһе. Алғы лепкә. ■ Япраҡтарҙа -бәпәй еҫе, ут-йәшелдән — йәшәу төҫө, лепкә кеуек йоҡа ғына, ҡайҙан ала йәшәу көсөн? Г. Ситдиҡова.
2. анат. диал. Баштың өҫкө өлөшө; түбә.
□ Темя, макушка (головы). / Теменной, макушечный. Лепкә сәсе. Лепкә һөйәге.
ЛЕП-ЛЕП I (Р: тук-тук; И.: rat-tat; T: küt küt!) оҡш.
1. Йөрәктең йыш-йыш тибеүен белдергән һүҙ. □ Подражание звуку частого и напряжённого сердцебиения: тук-тук. Йөрәгем леп-леп тибә башланы. ■ Туптар шартла-ган, самолёттар геуләгән, пулялар һыҙғырған был төнгө донъяла юғалып ҡалмай, леп-леп кенә типкән ике ғашиҡ йөрәк ҡабаттан бер булды. М. Кәрим. Менәуәрәнең ҡулы
ҡалтырай, ниҙер һиҙеп йөрәге леп-леп тибә, былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла нығыраҡ ағарған. Н. Мусин.
2. Ҡапыл-ҡапыл елп иткән, саҡ һиҙелерлек хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому движению, трепету. Леп-леп оса кубәләктәр. Леп-леп килеу. Леп-леп елберләй.
ЛЕП-ЛЕП II (Р: цып-цып; И.: chuck; Т: bili bili) саҡ.
Тауыҡты саҡырыу һүҙе. □ Звательное слово, употребляемое при зове куриц: цып-цып. Эбей леп-леп тип тауыҡтарын саҡыра.
ЛЕП-ЛЕП ИТЕҮ (леп-леп ит-) ҡ. ҡар. лепелдәү 1, 2. ■ Уның [Голйоҙөмдөң] йөрәге леп-леп итеп йыш һуға. Ял итеп өлгөрмәгән тәне ҡыҙып янып бара. Һ. Дәүләтшина. Салих мулланың сығып ҡасҡан саҡтарында, Ниғмәтйән ҡарт баҙына инеп, атып йөрөгәндә, йөрәге кукрәк ҡапҡасын бәреп сығырҙай булып леп-леп итеп типте. И. Насыри. Леп-леп итеп осҡан кубәләктең ҡанат осҡайҙары туңәрәк. Халыҡ йырынан.
ЛЕПТА [рус. < гр. lepton] (Р: лепта; И.: Greek coin; mite; Т: lepta) и.
Боронғо Греция тәңкәһе. □ Лепта. Лепта һанау. Лепта менән туләу.
ЛЕПШЕК с. ҡар. епшек. Лепшек ҡар. Лепшек ҡар яуған ваҡытта өйҙә ултырыуың яҡшыраҡ.
ЛЕПШЕЛДӘҮ (лепшелдә-) ҡ. ҡар. епшекләнеү. Лепшелдәп ята. Лепшелдәгән ҡар. Аяҡ аҫты лепшелдәгән.
ЛЕПӘКӘЙ I и. диал. ҡар. ләпәк II. ■ Белеуегеҙсә, емеш-еләк таҙа булған ваҡытта уларға бер генә лепәкәй ҙә яҡын килмәй. «Киске Өфө», 19 июнь 2010.
ЛЕПӘКӘЙ II и. анат. диал. ҡар. лепкә 1. Лепәкәй һөйәге.
ЛЕР-Р-Р (Р: подражание шуму, возникающему при внезапном движении множества людей, стада овец; И.: onomatopoeic wohd; T: fırıl fırıl) оҡш.
Һарыҡ-кәзә йәки күмәк халыҡ ҡапыл урындан ҡупҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, возникающему при внезапном движении множества людей, стада овец. Лер-р-р итеп ҡуҙғалыу.
95