Академический словарь башкирского языка. Том VI. Страница 96


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛЕРКЕЛДӘТЕҮ
Лер-р-р итеу. Һарыҡ-кәзә көтөуе лер-р-р итеп утеп тә китте.
ЛЕРКЕЛДӘТЕҮ (леркелдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. леркелдәү, понуд. от леркелдәү. Өйгә һенлем леркелдәтә баҫып килеп инде.
ЛЕРКЕЛДӘҮ (леркелдә-) (Р.: вздрагивать всем телом; И.: shudder, quiver; T.: silkinmek; sarsılmak) ҡ.
1. Лерк-лерк итеү, лерк-лерк килеү. □ Вздрагивать всем телом. Леркелдәп тора. Леркелдәп ҡуйыу. ■ [Аҡһаҡ буре] юлаусылар ул-был иткәнсе, ауа-тунә леркелдәп, ҡайынлыҡҡа инеп юҡ булды. Ә. Хәкимов.
2. ҡар. лепелдәү 1. Йөрәге леркелдәй. Леркелдәп һуға. ■ Уның [Сажидәнең] елпелдәп атлап йөрөуенә, кершәндәй аҡ, һылыу йөҙөнә ҡарай ҙа, [ирҙең] йөрәге леркелдәп ҡуя. Н. Мусин.
ЛЕРК-ЛЕРК (Р: подражание вздрагиванию всем телом; И.: sound imitation word; T.: tir tir) оҡш.
1. Ҡапыл тотош һелкенгән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание вздрагиванию всем телом. Лерк-лерк баҫып йөрөу.
2. ҡар. леп-леп 1. ■ Уның [Аҙнаевтың] йөҙө таушалған, куҙ аҫтындағы тиреһе ҡапсайған, йөрәге лерк-лерк тибә, тамағы ҡорғаҡһыған. Н. Мусин.
3. ҡар. лурт-лурт. ■ Көр ат һалмаҡ ҡына лерк-лерк юрта. Ф. Иҫәнғолов.
ЛЕРЛӘТЕҮ (лерләт-) ҡ. диал. йөкм. ҡар. лерләү, понуд. от лерләү.
ЛЕРЛӘҮ (лерлә-) (Р: внезапно сорваться с места; И.: give a sudden start; T.: fırlamak) ҡ. диал.
Ҡапыл урындан ҡубыу; ҡуҙғалыу. □ Внезапно сорваться с места. М Ҡара бесәйҙән ҡурҡып, ихатала йөрөгән турғайҙар лерләп осоп киттеләр. Картотека фондынан.
Л ЕРЛӘШЕҮ (лерләш-) ҡ. диал. урт. ҡар. лерләү, взаимн. от лерләү.
ЛЕРТ-ЛЕРТоҡш.ҡар.лурт-лурт. ■ Мин [Кендек] иң арттан лерт-лерт кенә юртып барам. М. Кәрим. Бынау лерт-лерт юртып барған ат кундәм, уға ҡарағанда халыҡ кундәм. М. Ямалетдинов.
ЛЕС с. диал. ҡар. бысый. Лес икмәк.
ЛЕСА [рус.] (Р: леса; И.: scaffolding; Т.: inşaat iskelesi) и.
Төҙөлөш эштәрен башҡарыу өсөн эшләнгән ҡулайлама. □ Леса.
ЛЕСБИЯНЛЫҠ (лесбиянлығы) (Р.: лесбиянство; И.: lesbian relations; T.: lezbiyen-lik) и.
Ике ҡатын-ҡыҙ араһындағы мөхәббәт, енси бәйләнеш. □ Лесбиянство. Лесбиянлыҡ итеу. Лесбиянлыҡ — амораль куренеш.
ЛЕСНИК (леснигы) [рус.| (Р: лесник; И.: forester; T: ormancı) и. ҡар. урмансы.
Урман ҡарауылсыһы. □ Лесник. ■ [Яуымбай] кисә генә бөтә лесниктарҙы, һунарсыларҙы йыйып, урманға уҙегеҙ ҙә мылтыҡ аҫып йөрөмәгеҙ, бутәндәрҙең ҡош-ҡорт атыуына ла юл ҡуймағыҙ, тип йәнә бер киҫәткәйне. Н. Мусин.
ЛЕСНИЧЕСТВО [рус.] (Р: лесничество; И.: forest area; T.: orman bölge şefliği) и. ҡар. урман хужалығы. Алдынғы лесничество. Курше лесничество. Лесничество биләмәләре. Лесничествола эшләу. ■ Бөтә ҡош-ҡорт бала сығарған осор булғанға курә, лесничество биләмәләрендә һунар, хатта урманға мылтыҡ тотоп сығыу тыйылғайны. Н. Мусин.
ЛЕСНИЧИЙ [рус.] (Р: лесничий; И.: forestry officer; forest ranger; T.: ormancı; orman bölge şefi) и. ҡар. урман хужаһы.
Урман хужалығы мөдире. □ Лесничий. Лесничий вазифаһы. Яңы лесничий. Лесничий булып эшләу. ■ Уның [Яуымбайҙың]урманды яратҡан егәрле кеше икәнен белгәнлектән, берҙән-бер көн уны урманда осратып, лесничий лесник булып эшләргә тәҡдим иткәйне. Н. Мусин.
ЛЕСОПИЛКА [рус.] (Р: лесопилка; И.: saw-mill; T.: hızar fabrikası; hızarhane) и.
1. һөйл. Таҡта ярыу заводы; таҡта яра торған урын, бина. □ Лесопилка. Лесопил-каға индем. Лесопилкала эшләу. ■ Ҡаланың саңға-туҙанға батҡан тирмәндәре, әсегән тир еҫе менән тулған заводтары, лесопил-калары, тәрән-тәрән соҡорҙар араһынан ҡалҡҡан кирбес һарайҙары бөгөн уҙенә башҡа бер йәнлелек кисерә. И. Насыри.
96