ПЕДОЛОГИЯ
[Нәғимә] ситтән тороп уҡып, әллә ҡасан пединститут тамамланы. Б. Бикбай.
ПЕДОЛОГИЯ [рус. < гр. paides ‘балалар^ logos ‘тәғлимәт’] (Р.: педология; И.: pedology; T.: pedoloji) и.
Бала үҫешенең психологик, биологик, социологик концепциялары йыйылмаһы (XIX быуат аҙағында АКШ-та һәм Көнбайыш Европа илдәрендә барлыҡҡа килгән). □ Педология. / Педологический. ■ [Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы] 1934 йылдан алып Башҡортостан педагогика һәм педология ГТИ-ның директор урынбаҫары. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
ПЕДОФИЛ [рус. < гр. pais, paidos ‘бала’ + phileö ‘яратам’] (P.: педофил; И.: pedophile; T.: sübyancı) и.
Балаларға енси теләк менән ынтылыусы кеше. □ Педофил. Педофилды тотоу. Педофилды хөкөмгә тарттырыу. ■ Белгестәрҙең тикшеренеүҙәре сексу аль маньяк -тарҙың, сериялы енәйәтселәрҙең, педо-филдарҙың ысынлап та ауырыу икәнлеген күрһәтә. «Йәшлек», 12 ғинуар 2010.
ПЕДОФИЛИЯ [рус. < pais ‘бала’ + phileö ‘яратам’] (Р: педофилия; И.: pedophily; Т.: pedofil) и. мед.
Енси аҙғынлыҡ; балаларға енси теләк менән ынтылыу. □ Педофилия. Педофилия күренеше.
ПЕДСОВЕТ [рус. педагогический совет} (Р: педсовет; И.: pedagogical council, pedagogical board; T.: öğretmenler toplantısı) и.
Уҡытыусыларҙың мәктәп эшенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә торған йыйылышы; педагогик совет. □ Педсовет. Педсовет ултырышы. Педсовет үткәреү. Педсоветта сығыш яһау. ■ Ғәҙелша малайҙың тәртибен педсоветта тикшерергә, атаһын да саҡыртырға тәҡдим итеп ҡараны, уға бүтәндәр ҙә ҡушылды. Б. Рафиҡов. Бөгөнгө педсоветтан ниндәйҙер ҡәнәғәтләнеү алып, кәйефе күтәрелеп ҡайтырға сыҡты Зифа. Н. Мусин.
ПЕДУЧИЛИЩЕ [рус. педагогическое училище] (Р: педучилище; И.: pedagogical
school, pedagogical college; T.: Pedagoji Lisesi) и.
Башланғыс мәктәп уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әҙерләй торған урта уҡыу йорто; педагогия училищеһы.
□ Педучилище. Педучилищелар өсөн дәреслек. Педучилище ятағы. ■ Дипломлы уҡытыусылар өс бөртөк: ул [Кәбир] үҙе лә педучилище бөткән Мәрхәбә Бәхтиәрова менән башҡорт теле уҡытыусыһы Әминә Кәримова. Н. Мусин.
ПЕЙЗАЖ [рус. < фр. paysage < pays ‘ил’] (Р: пейзаж; И.: view, landscape, scenery; T.: peyzaj) и.
1. Ниндәйҙер ерҙең дөйөм күренеше, тәбиғәт картинаһы; ландшафт. □ Пейзаж. / Пейзажный. Тау пейзажы. Ауыл пейзажы. Диңгеҙ пейзажы.
2. Тәбиғәт күренешен кәүҙәләндергән һүрәт. □ Пейзаж. / Пейзажный. Пейзаж төшөрөү. Пейзаж күргәҙмәһе. ■ Сәлимә апай ҙа үҙ уҡыусыларын, урман Иҙелдең бирге яғында ла булыуға ҡарамаҫтан, гелән генә «пейзаж төшөрәбеҙ» тип, аръяҡҡа алып китер ине. Р. Байымов. [Район мәғариф бүлеге мөдире:] Был пейзажда бала үҙенең киләсәген күрә, шикелле. Яр. Вәлиев.
3. Тәбиғәттең әҙәби әҫәрҙә һүрәтләнеше.
□ Пейзаж. / Пейзажный. Повестағы пейзаж.
ПЕЙЗАЖСЫ (Р: пейзажист; И.: landscape painter, landscape artist; T: peyzajci) и.
Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүсе рәссам.
□ Пейзажист. Башҡорт пейзажсылары. XX быуат пейзажсылары. Пейзажсылар күргәҙмәһе. Танылған пейзажсы. ■ Улар [юғары класс уҡыусылары] араһында ла пейзажсы, портретсы, графикасы, декоратор, плакатсы, карикатурасы кеүек, үҙҙэренә йүнәлеш алыусылар һәм үҙ йүнәлештәрен ҡыҙыу рәүештә яҡлаусылар күп ине. С. Агиш.
ПЕКАРНЯ [рус.] (Р: пекарня; И.: bakery; bake-house; T: fırın) и.
Икмәк бешерә торған бәләкәй предприятие. □ Пекарня. Пекарняла эшләү. Пекарняла икмәк бешереү. ■ Ишек алдында Шайморат ҡарт ултыртҡан алмағастар үҫеп ултыра, яңы пекарняның йәшел ҡыйығы ялтырай. Ә. Бикчәнтәев. Икмәк эләктерә алмаған
100