Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 101


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕЛӘШ
кешеләр пекарняны ватып инә башланылар. X. Мохтар.
ПЕКАРЬ [рус.] (Р.: пекарь; И.: baker; Т.: fırıncı) и. ҡар. икмәк бешереүсе.
Икмәк бешереү менән шөғөлләнгән эшсе. □ Пекарь. / Пекарский. Пекарь булып эшләу. ■ [Сәлмән ағай:] Зөләйха туташ, танышығыҙ, беҙҙең пекарь Самсон! Т. Йәнәби.
ПЕКТИН [рус. < гр. pefeos] (Р.: пектин; И.: pectin(s); T.: pektin) и.
Бешкән емеш-еләк, йәшелсәнең һуты әсегәндән һуң барлыҡҡа килгән ҡойҡа һымаҡ матдә, полисахарид. □ Пектин. Пектин ҡушыу. Пектин матдәһе. ■ Пектин эсәк һәм ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанда шәкәр миҡдарын кәметә. «Башҡортостан», 25 май 2013.
ПЕЛЕНГ [рус. < гол. pailing] (Р: пеленг; И.: bearing (in navigation); T.: kerteriz) и. махе.
Күҙәтеүсенең меридиан яҫылығы һәм күҙәтеү нөктәһе менән күҙәтеү объекты аша үткән яҫылыҡ араһындағы мөйөш. □ Пеленг. Пеленг билдәләу. Ысын пеленг. Магнит буйынса пеленг. ■ Яңы йунәлеш алған саҡта пеленг яһап осҡан машиналар береһенең артынан береһе теҙелде. А. Мағазов.
ПЕЛЕНГАТОР [рус.] (Р: пеленгатор; И.: bearing finder; position-finder; directionfinder; T.: kerteriz aleti) и.
Радиотулҡындар килгән йүнәлеште аныҡлаусы прибор. □ Пеленгатор. Кеҫә телефоны пеленгаторы. Компьютерға пеленгатор. Тауыш сығанаҡтары пеленгаторы. Цифрлы пеленгатор. ■ Тәуге тапшырыу бер нисә секунд ҡына дауам итте, шуға курә уны эт шикелле еҫкәнеп, эҙләнеп йөрөусе немец пеленгаторы экрандарында «вилка»ға ала алмағандарҙыр. И. Абдуллин. Локатор, пеленгатор постары ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер булырға тейеш. А. Мағазов.
ПЕЛЕНГЫЛАУ (пеленгыла-) (Р: пеленговать; И.: take the bearing; T.: kerteriz almak) ҡ. махе.
Пеленгыһын табып, ниҙеңдер торған урынын билдәләү. □ Пеленговать. // Пеленгация. Тауышты пеленгылау. Радиотулҡын-
дарҙы пеленгылау. Телефон номерын пеленгылау.
ПЕЛЕРИНА [рус. < фр. pelerine] (Р: пелерина; И.: cape; pelerine; T: pelerin) и.
1. Яурынға һалып йөрөй торған ҡыҫҡа ябынса. □ Пелерина. Ебәк пелерина. Пелерина һалып йөрөу.
2. Шундай ябынса рәүешендәге яға. П Пелерина. Пелерина менән пальто. Йәнлек тиреһенән тегелгән пелерина.
ПЕЛИКАН [рус. < лат. pelecanus < гр. pelikan] (Р: пеликан; И.: pelican; T.: pelikan) и. зоол. ҡар. берғаҙан.
Оҙон, ҙур суҡышлы, суҡыш аҫты муҡсалы эре һыу ҡошо; баба ҡошо. □ Пеликан. / Пеликаний (лат. Pelecanus). Пеликан суҡышы. Бөҙрә пеликан. Пеликан йомортҡаһы.
ПЕЛИКАН ҺЫМАҠТАР (Р: пеликановые; И.: the pelican family; T.: pelikangiller) и. зоол.
Европаның көньяғында, Азияның урта һәм көньяҡ өлөшөндә, Африкала һыу буйында йәшәй, күпселектә балыҡ менән туҡлана торған үтә ҙур суҡышлы, аҫҡы яңағы аҫтында ҙур булып һуҙыла торған ҡапсығы булған эре һыу ҡоштары. □ Пеликановые (лат. Pelecanidae). Пеликан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар.
ПЕЛТ (Р: звук внезапно потухшей свечи; И.: plop!; T.: plof!) оҡш.
Шәм һ. б. шундай нәмәнең ҡапыл һүнгәнен белдергән һүҙ. □ Звук внезапно потухшей свечи ит.д. Пелт итеп ҡалыу. Шәм пелт итеп һунде.
ПЕЛӘШ I [рус. плешь](Р:. плешь; И.: bald patch; bald pate; T.: dazlak) и.
Сәсе, йөнө ҡойолған урын. □ Плешь, лысина. Башы пеләш булған. ■ Кайһы бер боронғо һуҙҙәрҙе бөгөнгөләргә алмаштырырға тура килде, — тине ул [хужа], көҙгө кеуек ялтыр пеләшен һыйпап. Б. Рафиҡов. Фәтҡулла һауыға, тик бығаса уйҙым-уйҙым булһа ла тырпайышып торған сәсе, бөртөгө ҡалмай, ҡойолоп төшә, башы пеләшкә әйләнә. Ә. Хәкимов.
ПЕЛӘШ II (Р: плешивый; И.: bald; baldheaded; T.: kel) с.
101