Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 102


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕЛӘШЛӘНЕҮ
Сәсе ҡойолған, ялтас. □ Плешивый, лысый. Пеләш баш. ■ Теге [Асҡаров], ҡапыл шиңеп, пеләш тубәһен ыуа-ыуа, өҫтәл артына барып ултырҙы. Ә. Хәкимов. Пеләш тубәһен елдә елләтер өсөн, Нурислам фуражкаһын һалып ҡулына тотто. М. Кәрим.
ПЕЛӘШЛӘНЕҮ (пеләшлән ) (Р.: плешиветь; И.: get bald; T.: kelleşmek) ҡ.
Сәс ҡойолоп, пеләшкә әйләнеү. □ Плешиветь, лысеть. Башы пеләшләнгән. Пеләшләнеп бөтөу. Пеләшләнеп ҡалыу. Пеләшләнгән урын.
■ Әсфәндиәр .. маңлай аҫтынан йәшереп кенә Әтилде куҙәтте, һаҡалы һирәкләнгән, килбәтһеҙ ҙур башы ла пеләшләнә башлаған, куҙҙәре өтөп ала кеуек. Б. Рафиҡов.
ПЕМЗА [рус. < ингл. pumice < лэл.ритех] (Р.: пемза; И.: pumice; T.: ponza) и. ҡар. күбекташ.
Төрлө нәмәне шымартыу, фильтрлау, еңел бетон блоктары етештереү кеүек эштәрҙә ҡулланылған тишекле-тишекле бик еңел вулканик тау тоҡомо. □ Пемза. / Пемзовый. Пемза менән таҙартыу. Пемза онтағы.
■ [Ғилман:] Бында, малайҙар, диңгеҙ буйы таштарының коллекцияһы. Бына кварц, слюда, пемза. 3. Биишева.
ПЕНАЛ [рус. < нем. Pennal < лат. penna ‘ҡаурый’] (Р.: пенал; И.: pencil case, pencil box; T.: kalemlik) и.
1. Ҡәләм, ручка һ. б. яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн булған оҙонса һауыт, футляр. □ Пенал. Мәктәп пеналы. Ағас пенал. Ҡәләмдәрҙе пеналға һалыу.
2. Тар һәм оҙон шкаф. □ Пенал. Пенал һатып алыу. Пенал ултыртыу.
ПЕНАЛЬТИ [рус. < ингл. penalty ‘яҙа’] (Р: пенальти; И.: penalty; T: penaltı) и. спорт.
Футбол, хоккей ярыштарында тупты йәки шайбаны 11 метрҙан ҡаршы яҡ ҡапҡаға штрафлы бәреү. □ Пенальти, штрафной. Пенальти билдәләу. Пенальти тибеу. Пенальти индереу. ■ «Өфө» бәхәсле пенальти арҡаһында «Нальчик»тан еңелде. «Башҡортостан», 14 июль 2012.
ПЕННИ [рус. < ингл. penny] и.
1. ҡар. пенс. Биш пенни. Ун пенни тора.
2. Фин маркаһының йөҙҙән беренә тиң ваҡ аҡса. □ Пенни.
ПЕНОПЛАСТ (пенопласы) [рус ] (Р: пе нопласт; И.: styrofoam; T: plastik köpüğü) и.
Күбек һымаҡ көпшәк пластмасса. □ Пенопласт. / Пенопластовый, пенопластный. Пенопласт яһау. Пенопласт цехы. Пенопласт ҡап. ■ Төҙөлөштә, торлаҡ-коммуналь әлкәлә киң ҡулланылған полимерға, пластик, пенопласт, лак-буяуҙарға ихтыяж арта. «Башҡортостан», 18 май 2012.
ПЕНС [рус. < ингл. pence] (Р: пенс; И.: pence; Т: pens) и.
Англияла ваҡ аҡса. □ Пенс. Ике пенс. Биш пенс биреу.
ПЕНСИОНЕР [рус. < фр. pensionnaire < лат.] (Р: пенсионер; И.: pensioner; Т: emekli) и.
Пенсия алған кеше. □ Пенсионер. / Пенсионерский. Пенсионерҙар йәмғиәте. ■ Ғайса иртә менән йорт уполномоченныйы — пенсионер ҡартты алып инде. Н. Мусин. Пенсионер ағайҙар теҙелешеп килгән комбайндарға һоҡланышып ҡарап торҙо. Р. Низамов.
ПЕНСИЯ [рус. < лат. pensio ‘түләү’] (Р: пенсия; И.: pension; T: emeklilik) и.
Ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса, бер әлкәлә күп йыл хеҙмәт иткән өсөн, ҡараусыһыҙ ҡалған көндә кешеләргә аҡсалата бирелгән даими дәүләт ярҙамы. □ Пенсия. / Пенсионный. Пенсияға сығыу. Пенсия алыу. Ҡартлыҡ пенсияһы. Пенсия фонды. Инвалидлыҡ пенсияһы. Ҡараусыһыҙ ҡалғанлыҡ пенсияһы. ■ Анна Михайловна, былтыр ғына уҡытыусылыҡ эшенән туҡтап, пенсияға сыҡты. Н. Мусин. Вәлиханов — ике йылын нисек тә тултырып, пенсияға китергә йөрөгән ҡарт. Р. Солтангәрәев.
ПЕНСНЕ [рус. < фр. pince-nez < pincer ‘ҡыҫыу’ + пег ‘танау’] (Р: пенсне; И.: pince-nez; T.: kelebek gözlük) и.
Танау биленән ҡыҫтырып ҡуя торған күҙлек. □ Пенсне. Пенсне кейеу. Пенсне һатып алыу. ■ [Яшинскийҙың] өҫтөндә биллекле ҡара кун тужурка, башында йәшел эшләпә, куҙендә алтын ситле пенсне. 3. Биишева. Алтын сылбырлы пенсне кейгән, таманса ғына буйлы, йәш йөҙлө кеше председателлек итә. Ә. Бикчәнтәев. Иртәгеһенә
102