ПЕРЕВОРОТ
камераға оҙон буйлы, сал сәсле, күҙенә пенсне кейгән ҡарт менән следователь килеп инде. X. Мохтар.
ПЕНТАГРАММА [рус. < гр. pente ‘биш’ + gramma ‘һыҙыҡ’] (Р.: пентаграмма; И.: pentalpha; pentangle; Т.: pentagram) и. мат.
Яҡтары киҫешеү нөктәһенә тиклем һуҙылып, ҡырҙарында тигеҙ яҡлы өсмөйөш барлыҡҡа килтергән дөрөҫ бишмөйөш. □ Пентаграмма. Пентаграмманы һыҙыу.
ПЕНТАТОНИКА [рус. < rp.pewte + tonos} (Р.: пентатоника; И.: pentatonism; pentatonic scale; T: pentatonik skala) и. муз.
Октава сигендә биш музыкаль тауыштан торған тауыш системаһы. □ Пентатоника. Пентатониканыц төп үҙенсәлеге. Башҡорт көйҙәре пентатоникаға ҡоролған.
ПЕНТИУМ [рус. < ингл. Pentium} (Р: пентиум; И.: Pentium; Т.: Pentium) и. инф.
«Интел» фирмаһы сығарған шәхси компьютерҙар өсөн микропроцессорҙар ғаиләһе. □ Пентиум. Пентиум 5. Беренсе быуын Пентиум. Пентиум ҡуйыу.
ПЕНТХАУС [рус. < ингл. penthouse} (Р: пентхаус; И.: penthouse; T.: penthaus) и.
Йорттоң һуңғы ҡатында йә ҡыйығында (түбәһендә) урынлашҡан торлаҡ. □ Пентхаус. Пентхауста йәшәү. Пентхаус һатып алыу.
ПЕНЬЮАР [рус. < фр. peignoir} (Р: пеньюар; И.: peignoir; T.: penyuar) и.
1. Еңел туҡыманан тегелгән ҡатын-ҡыҙ халаты. □ Пеньюар. Ебәк пеньюар. Ҡыҙыл пеньюар. Пеньюар кейеү.
2. Бөҙрәханала клиенттың кейеме өҫтөнә ябыла торған япма. □ Пеньюар. Пеньюар ябыу. Пеньюарҙы йыуыу.
ПЕНЯ [рус. < лат. poena ‘яҙа’] (Р: пеня; И.: penalty, fine, penalty fee, default interest; T.: gecikme parası) и.
Тейешле йөкләмәне ваҡытында үтәмәгән өсөн алына торған штраф. □ Пеня. Пеня түләтеү. Пеня һалыу. Пеня артыу.
ПЕПЕЛЬНИЦА [рус.] (Р: пепельница; И.: ash-tray; T.: küllük) и. һөйл.
Тәмәке төпсөгө һауыты. □ Пепельница. Пепельницаны түгеү. Пепельницаны таҙар
тыу. ■ Ул [Анна Ивановна], .. өҫтәл уртаһында торған пепельницаны алдына тартып килтереп, записканы яндырҙы ла шырпы ҡабы менән уныц көлөн иҙгеләне. X. Мохтар. Диван өҫтөнә пепельница ташланған, тәҙрә төбөндә йыуылмаған һауыт-һаба. Ә. Бик-чәнтәев.
ПЕПСИН [рус. < гр. pepsis} (Р: пепсин; И.: pepsin; T: pepsin) и.
Аҙыҡтағы аҡһымдарҙы тарҡатыусы ашҡаҙан һуты. □ Пепсин. Пепсин дарыуы. Пепсин эсеү.
ПЕРГАМЕНТ [рус. < гр. pergamenos < Pergamos} (Р: пергамент; И.: parchment; Т: parşömen) и.
1. Ҡағыҙ һымаҡ итеп эшләнгән йоҡа аҡ күн (борон яҙыу өсөн ҡулланылған). □ Пергамент. / Пергаментный. Пергаментҡа яҙыу. Пергамент ҡағыҙ.
2. Шул күнгә яҙылған боронғо ҡулъяҙма. □ Пергамент. / Пергаментный. Пергамент табыу. Шумер пергаменты.
3. Май, һыу үткәрмәй торған йылтыр ҡағыҙ. □ Пергамент. / Пергаментный. Пергаментҡа төрөү. ■ [Әлфиә:] Дөрөҫ, уларға [батареяларға] һыу үтерлек түгел, пергаментҡа төрөлөп, резина тоҡҡа һалынған, ә шулай ҙа тикшереү зыян итмәҫ. И. Абдуллин. [Ғәйнислам] муҡса эсенән пергамент ҡағыҙға урап төргән кескәй генә нәмә килтереп сығарҙы. В. Исхаҡов.
ПЕРГОЛА [рус. < ит. pergola} (Р: перго-ла; И.: pergola; T: kameriye) и.
Беседка, галерея, япма рәүешендә эшләнеп, үрмәле үҫемлектәр менән сырмалған еңел ҡоролма. □ Пергола. Парктағы перго-ла. Перголала ял итеү. Ағас пергола.
ПЕРЕВОД [рус.] (Р: перевод; И.: transfer; transference; T: transfer) и.
Почта йә банк аша ебәрелгән аҡса. □ Перевод. Почта переводы. Перевод менән ебәреү. Перевод алыу.
ПЕРЕВОРОТ [рус.] (Р: переворот; И.: revolution; overturn; T: devrim) и. иҫк. ҡар. түңкәрелеш.
Ғәмәлдәге ижтимағи-сәйәси системаның нигеҙҙән үҙгәртелеше; ҡырҡа боролош
103