Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 104


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕРЕКИСЬ
(һынылыш). □ Переворот. Сәйәси переворот. Дәуләт перевороты. Переворот яһау. Переворотта ҡатнашыу. ■ Бөйөк уҙгәртеп ҡороуҙар, революциялар, перевороттар, кешелектең азатлыҡҡа сығыу эраһы, электроника — бионика, компьютерҙар, роботтар заманы. Т. Сәғитов.
ПЕРЕКИСЬ [рус.] (Р.: перекись; И.: peroxide; T.: peroksit) и. хим.
Химик элемент әсеүенең иң юғары дәрәжәһе; ҡырҡыу әсемә. □ Перекись. Водород перекисы. Марганец перекисы. Перекись менән дауаланыу.
ПЕРЕКЛАДИНА [рус.] (Р: перекладина; И.: high bars; T.: barfiks) и. спорт.
Ике бағана менән арҡыры тимерҙән торған гимнастика ҡорамалы. □ Перекладина. Гимнастик перекладина. Перекладинала ку-негеуҙәр. Перекладинала ярыштар уткәреу.
ПЕРЕКЛЮЧАТЕЛЬ [рус] (Р: переключатель; И.: switch; T.: mandal) и. ҡар. күсергес.
1. Электр тогының йүнәлешен үҙгәрткес. □ Переключатель. Электр переключателе. Ике баҫмаҡлы переключатель.
2. Күсереп ялғағыс. □ Переключатель. Тиҙлек переключателе. Артҡы переключатель. Алғы переключатель. ■ [Лётчик] старт менән бәйләнеш тотоуҙы уҙенә алыр өсөн, переключателде борҙо. А. Мағазов.
ПЕРЕПИСЬ [рус.] (Р: перепись; И.: census; T.: sayım) и. ҡар. йәниҫәп.
Кемдең йәки нимәнеңдер һанын билдәләү өсөн үткәрелгән тулы иҫәп. □ Перепись. / Переписной. Перепись уткәреу. Перепись ҡағыҙы. Халыҡ переписы. ■ [Зәки Вәлиди:] Төркөстан съездары ҡарарҙарына ярашлы, урындарҙа — ҡалаларҙа һәм ҡышлаҡтарҙа — һәр ерҙә уҙидара органдары төҙөу, өйәҙ, волость һәм әлкәләрҙә земство булдырыу, перепись уткәреу кеуек бурыстар тора. Р. Байымов.
ПЕРИГЕЙ [рус. < гр. peri ‘эргәлә’ + geia ‘ер’] (Р: перигей; И.: perigee; T.: yerberi) и. астр.
Ай йәки Ерҙең яһалма эйәрсене орбитаһының Ергә иң яҡын нөктәһе. □ Перигей. Ай перигейы. Перигей һәм апогей.
ПЕРИГЕЛИЙ [рус. < гр. peri + helios ‘ҡояш’] (Р: перигелий; И.: perihelion; Т.: günberi) и. астр.
Ҡояш тирәләй хәрәкәт иткән күк есеме орбитаһының Ҡояшҡа иң яҡын нөктәһе.
□ Перигелий. Меркурий перигелийы. Ер перигелийы. Перигелий һәм афелий.
ПЕРИМЕТР [рус. < гр. perimetren] (Р: периметр; И.: perimeter; Т.: perimeter) и. мат.
Яҫы геометрик фигура яҡтарының дөйөм оҙонлоғоноң суммаһы. □ Периметр. Купмөйөш периметры. Өсмөйөш периметры. Периметрҙы иҫәпләп сығарыу.
ПЕРИНАТАЛЬ [рус. < лат. pre + natalis] (Р: перинатальный; И.: prenatal; antenatal; T.: doğum öncesi) с. мед.
Йөклөлөктөң 28 аҙнаһынан алып бала тыуғанға тиклемге, тыуыу һәм унан һуңғы 168 сәғәтте үҙ эсенә алған осорға бәйле.
□ Перинатальный. Перинаталь уҙәк. Перинаталь диагностика. Перинаталь осор.
ПЕРИОД I [рус. < гр. periodos ‘урау’] (Р: период; И.: period; T.: periyot) и. спорт.
Шайбалы хоккейҙа һәм пляж футболында матчтың өстән бер өлөшө. □ Период. Беренсе период. Икенсе период башланды. Өсөнсө период тамамланды.
ПЕРИОД II (Р: период; И.: period; Т.: dönem) и.
Ваҡыт аралығы, осор, дәүер, заман.
□ Период.
ПЕРИОД III [рус. < гр. periodos] (Р: период; И.: period; T.: tam cümle) и. гром. ҡар. теҙем.
Баш йәки эйәрсән киҫәктәре тиң булған ябай тарҡау һөйләмдәрҙән, шулай уҡ теҙмә ҡушма, күп эйәрсәнле, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙән төҙөлөп, бер бөтөн уй-фекерҙе аңлатҡан ҡатмарлы ритмик-мелодик һәм синтаксик конструкция; теҙем. □ Период. ■ Мелодик период ике һөйләмгә (киҫәккә) буленә һәм йыр строфаһының ике юлына тап килә. Р. Сөләймәнов.
ПЕРИОД IV (Р: период; И.: period; Т.: periyot) и.
Сикһеҙ кәсерҙәрҙе яҙғанда ҡабатланып килгән цифрҙар төркөмө. □ Период.
104