ПЕРМАНЕНТ
ПЕРИОД V (Р.: период; И.: period; Т.: periyot) и. муз.
Тамамланған музыкаль мәғәнәне белдереүсе композицион структура. □ Период.
ПЕРИОДИК (Р.: периодический; И.: periodical; T.: dönemsel) с.
1. Билдәле бер ваҡыт һайын була торған, ҡабатлана торған. □ Периодический. Периодик сир. Периодик яуым-төшөм.
2. Билдәле бер ваҡыт һайын матбуғатта сыға торған. □ Периодический. Периодик йыйынтыҡ. Периодик баҫмаға яҙылыу. Периодик матбуғат (газета, журналдар). ■ 1880 йылдан «Уфимский календарь», «Памятная книжка Уфимской губернии» ише периодик белешмә баҫмалар даими нәшер ителә. Ғ. Хөсәйенов.
ПЕРИПЕТИЯ [рус. < гр.peripetia] (Р: перипетия; И.: peripeteia; peripetia; vicissitude; T: ani değişiklik) u.
Киҫкен боролош, ҡырҡа үҙгәреш (берәйһенең тормошонда, яҙмышында йәки берәй хәл-ваҡиғала). □ Перипетия. Тормош пери-петиялары. Сериалдағы перипетиялар.
ПЕРИСКОП (перискобы) [рус. < гр. periskopeö ‘ҡаранамын’] (Р: перископ; И.: periscope; T.: periskop) и. махс.
Йәшенгән урындан, танкынан, һыу аҫты кәмәһенән һәм башҡа урындан тирә-яҡты күҙәтә торған оптик прибор. □ Перископ. / Перископный, перископический. Танк перискобы. Һыу аҫты кәмәһенең перискобы. Перископ аша күҙәтеү. Перископ көҙгөһө.
ПЕРИТОНИТ [рус. < гр. peritonaion] (Р: перитонит; И.: peritonitis; T: peritonit) и. мед.
Ҡорһаҡ эсен һәм ундағы ағзаларҙы ҡаплаусы ҡатлы шекәрәнең шешеүе. □ Перитонит. Эренле перитонит. Сикле перитонит. Киҫкен перитонит. ■ [Роза:] Тәйнияр Тәйнуллович, халыҡ артисткаһы Зиада Дим-ская перитониттан үлә. Д. Бүләков.
ПЕРИФЕРИЯ [рус. < гр. periphereia] (Р: периферия; И.: periphery; T.: taşra) и.
1. Ситтәге төбәк (район, әлкә), ундағы ойошмалар, учреждениелар. □ Периферия. / Периферийный. Периферияла йәшәү. Перифериянан күсеү. Периферия мәктәптәре. Перифериялағы театрҙар.
2. Нимәнеңдер үҙәктән ситтә ятҡан өлөштәре. □ Периферия. / Периферический. Первы системаһының периферия өлөшө. ■ Бындай ғәҙәттең [тәмәке тартыуҙың] үпкә «периферияһы»ның — альвеолаларҙың һәм бәләкәй бронхыларҙың яман шешенә килтереүе мөмкин. «Йәшлек», 30 май 2009.
3. инф. Тышҡы ҡоролмалар йыйылмаһы.
□ Периферия.
ПЕРИФРАЗ [рус. < гр. periphrasis] (Р: перифраз; И.: circumlocution; T.: istiare) и. әҙ.
Берәй һүҙҙең йәки әйтемдең мәғәнәһен киңәйтеп, һүҙбәйләнеш менән аңлатыу.
□ Перифраз, перифраза. / Перифрастический. Перифраз менән әйтеү. Перифраз менән һөйләү. Перифраз әйтем.
ПЕРИФРАЗЛАУ (перифразла-) (Р: перифразировать; И.: periphrase; use a periphrasis; T.: eğretileme) ҡ. әҙ.
Перифраз менән әйтеү. □ Перифразировать. // Перифразировка. Перифразлап әйткәндә.
ПЕРИФРАСТИК (Р: перифрастический; И.: circumlocutory; T: dolambaçlı söz türünden) с. әҙ.
Перифразға ҡоролған, перифраз булған.
□ Перифрастический. Перифрастик тәржемә. Перифрастик конструкция. Перифрастик форма.
ПЕРЛАМУТР [рус. < нем. Perlmutter] (Р: перламутр; И.: nacre; T: sedef) и. ҡар. мәрүәт I.
Ҡабырсаҡтың эске йылтыр ҡатламы (төрлө биҙәү әйберҙәре, һиҙәп һ. б. яһау өсөн ҡулланыла). □ Перламутр./Перламутровый. Перламутр төймәләр.
ПЕРМАНЕНТ I [рус. < фр. permanente] (Р: перманент; И.: permanent wave; perm; T.: permanant) и.
Электр һ. б. саралар ярҙамында яһалып, бер нисә айға түҙгән бөҙрә. П Перманент. / Перманентный. Перманент яһау. һелтеле перманент.
ПЕРМАНЕНТ II [рус. перманентный < лат. регтапео] (Р.: перманентный; И.: permanent; T.: devamlı) с.
Туҡтауһыҙ дауам иткән; дауамлы. □ Перманентный. Перманент инҡилап. Перманент
105