Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 106


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕРМЯК
үҫеш. ■ Илебеҙ киңлектәрендәге өҙлөкһөҙ (перманент) инҡилап дауам итә. М. Ҡот-лоғәлләмов.
ПЕРМЯК (пермягы) (Р.: пермяк; И.: Permian; Т.: Permian) и. этн.
Коми-пермяктың иҫкергән атамаһы.
□ Пермяк. Пермяктар тарихы. Пермяк теле. Пермяктарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре.
ПЕРО [рус.] (Р: перо; И.: quill; pen; pinion; T.: telek) и.
Ярым бөгөлөп, нәҙек осо теленеп, ҡараға һ. б. манып яҙа торған тимер пластинка, һыҙғыс. □ Перо. Ҡорос перо. һыҙма пероһы. Яҙыу пероһы. ■ [Мануевич] ручканың пероһын ат ҡойроғонан эшләнгән түңәрәк щеткаға һөртөп алды ла, һөңгө һымаҡ, Фәтихов-Фёдоровка һуҙҙы. И. Абдуллин. Хаҡбирҙин тиҙ генә яуап ҡайтарманы, .. пероһын ҡыштырлатып, яҙыуын белде. Н. Мусин.
ПЕРПЕНДИКУЛЯР [рус. < лат. рег-pendicularis\ (Р: перпендикуляр; И.: perpendicular; T.: dikme) и. мат.
Икенсе бер һыҙыҡ йәки яҫылыҡ менән тура мөйөш яһап киҫешкән тура һыҙыҡ.
□ Перпендикуляр. / Перпендикулярный. Перпендикуляр үткәреү. Перпендикуляр һыҙыҡ һыҙыу. Перпендикуляр киҫелеш. Перпендикуляр яҫылыҡтар.
ПЕРРОН [рус. < фр. perron] (Р: перрон; И.: platform; T.: peron) и.
1. Поезға ултырыу һәм төшөү өсөн йәтешләп, ҡалҡыу итеп яһалған майҙан.
□ Перрон. / Перронный. Перронда поезд көтөү. Перронға сығып, вокзалға үтеү. ■ Ҡапыл, ямғыр шауын баҫып, буш перронда ҡеүәтле тауыш яңғыраны. М. Кәрим. Генерал Ҡалинский, былай ҙа май шәм кеүек кәүҙәһен казактар һөңгөһөндәй турайтып, бөтә перронды яңғыратып рапорт бирҙе. Р. Өмөтбаев.
2. Бинаға терәлеп торған ҡыйыҡлы таш терраса. □ Перрон. / Перронный. Перронда тороу. Перронда ултырыу.
3. Тәпәш асыҡ бортлы йөк вагоны.
□ Перрон. / Перронный. Перронға тейәү. Перронды бушатыу.
ПЕРСИК (персигы) [рус. < лат. pesca] (Р: персик; И.: peach; T: şeftali) и. бот. ҡар. шафталы.
Гөлйемеш сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған муйыл япраҡлы көньяҡ емеш ағасы һәм шул ағастың һарғылт ҡыҙыл төҫтәге, йөнтәҫ ҡабыҡлы, эре тосло итләс емеше; шафталы. □ Персик. / Персиковый (лат. Prunus persica). Персик сәскәһе. Персик ҡайнатмаһы. Персик төшө.
ПЕРСОНА [рус. < лат. persona] (Р: персона; И.: person; T: zat) и.
Кеше, шәхес. □ Персона. Алты персонаға тәғәйен комплект.
ПЕРСОНА ГРАТА [рус. < лат. persona grata] (P: персона грата; И.: persona grata; T: persona grata) и.
Илгә инеү рөхсәт ителгән сит ил дипломаты. □ Персона грата.
ПЕРСОНАЖ [рус. < фр. personage < лат. persona] (Р: персонаж; И.: character; Т: karakter) и.
Художестволы, драма әҫәрендә ҡатнашҡан кеше. □ Персонаж. Ыңғай персонаж. Ҡомик персонаж. Ҡире персонаждарҙы уйнау. ■ Гәҙел трубканы һалды ла көлөмһөрәп ҡуйҙы: тағы бер персонаж өҫтәлә! Т. Сәғитов.
ПЕРСОНАЛ [рус. < лзх. persona] (Р: персонал; И.: staff; T: personel) и.
Рәсми ойошманың бөтә хеҙмәткәрҙәр төркөмө йәки шул төркөмдөң берәй сифат буйынса дөйөмләшкән өлөшө. □ Персонал. Мәктәп персоналы. Ашхана персоналы. Дауахана персоналы. ■ Яңыса йыһазландырылған был дауалау учреждениеһының медицина персоналы яралылар көтә башланы. И. Ғиззәтуллин. Ҡаҙнабаевты бында һәр кем белә: клиниканың персоналы, ауырыуҙар, хатта уларҙың туған-тыумасаһы ла. Д. Бүләков. Интизар, ҡыйыуҙарға ғына хас сая, ләкин хәүефле тәүәккәллек менән медсанбат персоналына ярҙам итешеп, ауыр яралыларҙы күсерешә башлай. Ш. Бикҡол.
ПЕРСОНАЛИЯ [рус. < лат. persona] (Р: персоналия; И.: personalia; T.: şahsa ait bilgiler) и.
106