Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 107


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕРФОРАТОР
Фәнни, фәнни-популяр әҙәбиәттә биографик мәҡәлә. □ Персоналия. Яҙыусы персо-налияһы. Ғалим персоналияһы. Персоналия биреу.
ПЕРСОНАЛЬ (Р.: персональный; И.: personnel; staff; T.: şahsi) с.
Билдәле бер кешегә бәйле; шәхси. □ Персональный. Персональ код. Персональ эш ҡушыу. Персональ эш хаҡы. Персональ саҡырыу. Персональ кургәҙмә.
ПЕРСОНА НОН ГРАТА [рус. < лат. persona non grata] (P.: персона нон грата; И.: persona non grata; Т.: persona non grata) и.
Илдә булыу тыйылған сит ил дипломаты.
□ Персона нон грата. Персона нон грата тип иғлан итеу.
ПЕРСПЕКТИВ (Р: перспективный; И.: envisaging future development; T.: perspektifçe) c.
Киләсәге булған. □ Перспективный. Перспектив проект. Перспектив эш. ■ Кон тәртибендә ике мәсьәлә: ойоштороу эшенән һуң уҡ колхоздың сәсеулектәрен киңәйтеу буйынса перспектив пландарҙы ҡарауға кусәсәктәр. Д. Бүләков. Элекке һыҙмаларҙа Ҡарсыға ятҡылығы иң перспектив итеп кур-һәтелгән. Ғ. Хисамов.
ПЕРСПЕКТИВА [рус. < фр. perspective < лат. perspicere] (Р: перспектива; И.: perspective; T.: perspektif) и.
1. Күҙгә күренгән алыҫлыҡ. □ Перспектива. Диңгеҙ перспективаһы. Пейзаждың перспективаһы. Перспективалағы ялан.
2. Киләсәкке план, буласаҡ мөмкинлек.
□ Перспектива. Үҫеш перспективалары. Эш перспективаһы. ■ [Искәндәров:] Эйе, халыҡты иртәгәге көн, перспектива менән мауыҡтырырға, арттан эйәртергә кәрәк! Б. Рафиҡов. [Гурйән Ханович:] Перспектива асыҡ, реаль, конкуренцияһыҙ. Т. Сәғитов.
ПЕРСПЕКТИВАЛЫ (Р: перспективный; И.: forward-looking; T.: perspektifçe) с. ҡар. өмөтлө.
Перспективаһы, киләсәккә мөмкинлеге ҙур булған. □ Перспективный. Перспективалы эшсе. Перспективалы план. ■ Шакирова, йәш булһа ла, — перспективалы хеҙмәткәр.
Ғ. Аллаяров. Әлемғоловтың һайлаған юлы — ышаныслы, перспективалы юл. Р. Низамов.
ПЕРСПЕКТИВАҺЫҘ (Р: бесперспективный; И.: futureless; unpromising; T.: umut vermeyen) с. ҡар. өмөтһөҙ.
Киләсәккә мөмкинлеге, перспективаһы булмаған. □ Бесперспективный. Перспективаһыҙ хыялдар. Перспективаһыҙ булыу. ■ Хрущёв ваҡытында перспективаһыҙ ауылдарҙы бергә ҡушып, эре ауылдар яһау сәйәсәте башланды. «Киске Өфө», 20 июнь
2009.
ПЕРТУРБАЦИЯ [рус. < лат. perturbatio] (Р: пертурбация; И.: perturbation; T.: sarsım) и.
1. Кинәт үҙгәреш, киҫкен боролош (сыуалыш, буталыш). □ Пертурбация. Тарихи пертурбация. Телдәге пертурбациялар. Тормоштағы пертурбациялар.
2. астр. Планетаның үҙ юлынан тайпылыу ы. □ Пертурбация. Планета пертурба-цияһы.
ПЕРФЕКТ [рус. < лат. perfectum] (Р: перфект; И.: perfect; T.: perfekt) и. лингв.
Хәҙерге заман менән бәйле булып, үткән заманда башҡарылған эш-хәрәкәтте белдергән ҡылым формаһы. □ Перфект. Перфект ҡулланыу. Синтетик перфект. Инглиз телендәге перфект.
ПЕРФОКАРТА [рус. < лат. perforo + charta] (P: перфокарта; И.: punched card; T: delikli kart) u.
Тишектәр менән кодлаштырып бирелгән, мәғлүмәттәре булған билдәле бер тәртиптәге стандарт формалағы карта; перфорацион карта. □ Перфокарта. Перфокарталар беренсе тапҡыр 1808 йылда ҡулланыла башлай. Туҡыусылыҡта ҡулланылған перфокарталар. 1970—1980 йылдарҙа компьютер технологияларында ҡулланылған перфокарталар.
ПЕРФОРАТОР [рус. < лат. perforo] (Р: перфоратор; И.: hammer drill; T.: delme makinesi) и.
1. Tay тоҡомдарын быраулау приборы. □ Перфоратор. Перфоратор менән тишеу. Перфоратор менән эшләу.
107