Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 108


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПЕРӘНИК
2. Тишектәр тишеү приборы (ҡағыҙға, кино таҫмаһына һ. б.). □ Перфоратор. Перфоратор ҡулланыу.
3. Вата торған сүкеш һәм дрелдең эшләү принциптарын берләштергән инструмент. □ Перфоратор. Перфоратор менән эшләу.
ПЕРӘНИК (перәниге) [рус. пряник] (Р.: пряник; И.: honey cake; cake; T: kurabiye) и. кул.
Тәм һалып, бал-шәкәр ҡушып, әүмәләп бешерелгән кондитер ашамлығы. □ Пряник. / Пряничный. Перәник ашау. Перәник бешереу. Перәник һатып алыу. Арыш перәниге. ■ Илдар бер-ике перәникте ҡапҡыланы ла әсәһенә ҡарап йылмайҙы. Р. Байбулатов. Әнуәр, тоҡсайын сисеп, перәниктәр алды. Ғ. Лоҡманов.
ПЕСЕТА [рус. < исп. peseta] (Р: песета; И.: peseta; T: İspanyol pesetası) и.
Испанияның аҡса берәмеге. □ Песета. Бер песета. Песета менән туләу.
ПЕСО [рус. < исп. peso] (Р: песо; И.: peso; Т: peso) и.
Латин Америкаһының ҡайһы бер дәүләттәренең аҡса берәмеге. □ Песо. Биш песо. Ун биш песо тора. Долларҙы песоға алмаштырыу.
ПЕССИМИЗМ [рус. < нем. Pessimismus < лат. pessimus] (Р: пессимизм; И.: pessimism; T: kötümserlik) и.
Өмөтһөҙлөк, рухи төшөнкөлөк, матур киләсәккә ышанмау, һәр нәмәлә насарлыҡты күреүгә нигеҙләнгән ҡараш; киреһе — оптимизм. □ Пессимизм. Пессимизмға бирелеу. Пессимизмдан ҡотолоу юлдары. ■ [Яшин-ский:] Пессимизм, символизм йоғонтолары ярылып ята бында [әҫәрҙә]. 3. Биишева. [Турә:] Молодец, егеттәр, пессимизмға бирелмәйһегеҙ икән! Й. Солтанов.
ПЕССИМИСТ (пессимисы) [рус. < фр. pessimiste] (Р: пессимист; И.: pessimist; Т: kötümser, karamsar) и.
Пессимизмға бирелеүсән кеше. □ Пессимист. Пессимист булыу. ■ Берәуҙәр, һуғыш, куп тигәндә, көҙгә тиклем һуҙылыр, тиҙәр, икенселәре — бер йыл бирәләр, утә пессимистар ҙа, һуғыш, куп тигәндә, ике йылда бөтөр, тиҙәр ине. Ә. Бикчәнтәев. [Вос
трецов:] Главнефть начальнигыныц шулай пессимист булыуы, Туймазыла ҙур нефть табыласағына ышанмауы беҙҙе бик борсой һәм укендерә. Я. Хамматов.
ПЕССИМИСТИК (Р: пессимистический; И.: pessimistic; T: kötümser) с.
Пессимизм менән һуғарылған; өмөтһөҙ. □ Пессимистический, пессимистичный. Пессимистик уйҙар. Пессимистик ҡарашта булыу. Пессимистик романтизм.
ПЕСТИЦИД [рус. < лат. pestis + caedo] (Р: пестицид; И.: sort of agricultural poison; T.: böcek zehiri) и. хим.
Ҡый үләндәренә (гербицидтар), зыян килтереүсе ҡоротҡостарға (инсектицидтар), культуралы үҫемлектәр ауырыуҙарына (фунгицидтар) ҡаршы көрәшеү өсөн ҡулланылған ағыулы химикат. □ Пестицид. Суп уләндәренә ҡаршы пестицидтар. Пестицид ҡулланыу. ■ Пестицидтарҙы уҫемлектәр һәм малдарҙы сирҙәренән арындырыу, ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәшеу өсөн ҡулланалар. «Йәшлек», 14 декабрь 2010.
ПЕТАРДА [рус. < фр. petard] (Р: петарда; И.: firecracker; T.: patlangaç) и.
1. Поезды кисекмәҫтән туҡтатыу кәрәклеге тураһында сигнал бирә торған яйланма; шартлатҡыс. □ Петарда. Петарда ебәреу. Петарда ярҙамында туҡтатыу.
2. Ҡеүәте ҙур булмаған шартлағыс пиротехника. □ Петарда. Петарда шартлатыу. Петарда һатып алыу. ■ Яцы йыл алдынан сауҙа нөктәләрендәге фейерверк, петарда һәм бенгаль уттарын өлкәндәр ҙә, уҫмерҙәр ҙә һатып ала. «Башҡортостан», 31 декабрь 2011.
ПЕТИТ [рус. < фр. petit ‘бәләкәй’] (Р: петит; И.: brevier; T.: sekiz puntoluk harf) и. типогр.
8 пункт размерындағы шрифтың атамаһы (ваҡ шрифтыц бер төрө). □ Петит. Петит менән баҫыу.
ПЕТИЦИЯ [рус. < лат. petitio] (Р: петиция; И.: petition; T.: dilekçe) и.
Юғары хөкүмәт органдарына күмәкләп яҙған үтенес хаты. □ Петиция. Петиция яҙыу. Петиция менән хөкумәткә мөрәжәғәт итеу. Петиция ебәреу. I Ҡарттар, батшаға пети
108