ПИАНИНО
ция яҙып, берәй кеше ебәрергә аҡыл бирәләр. Ә. Бикчәнтәев. [Геннадий:] Улар [ауыл кешеләре] бит беҙҙе, Магнитогорскиҙағы идаралыҡты, петициялар менән кумеп ташлағайны. Б. Рафиҡов.
ПЕТЛИЦА [рус.] (Р.: петлица; И.: buttonhole; T.: yaka işareti) и.
Хеҙмәт буйынса дәрәжәне айырыу билдәһе итеп өҫкә кейемдең яғаһы осона баҫыла торған ҡаймалы ҡыйыҡ. □ Петлица. Петлица тағыу. Генерал петлицалары. ■ Өҫтәл артында ултырған киц кукрәкле, .. петлицаһына дурт шпал таҡҡан полковник телефондан кем менәндер ашыҡмай ғына һөйләшә. Р. Өмөтбаев. Любомир Зухты, ҡайышын сисеп, петлицаларын йолҡоп, куҙен бәйләп, яңы ғына ҡаҙылған ҡәбер эргәһенә килтереп баҫтырасаҡтар. М. Кәрим.
ПЕТРУШКА [рус.] (Р: петрушка; И.: parsley; T.: maydanoz) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, сит-сите киҫкеләнеп торған япраҡлы, йәшкелт һары сәскәле баҡса үҫемлеге (япрағы менән тамырын ашҡа һалалар). □ Петрушка. / Петрушечный (лат. Petroselinum). Ялбыр петрушка. Петрушка япрағы. Петрушка тамыры. Ашҡа петрушка һалыу.
ПЕТУНИЯ [рус. < фр. petun] (Р: петуния; И.: petunia; T.: petunya) и. бот.
Эт ҡарағаты кеүектәр ғаиләһенә ҡараған, өйкөм эре сәскәле, ҡауырһын япраҡлы декоратив үҫемлек. □ Петуния, петунья (лат. Petunia). Петуния сәскәһе. Петуния уҫтереу. Баҡсаға петуния ултыртыу.
ПЕХОТА [рус.] (Р: пехота; И.: infantry; Т.: piyade) и.
Йәйәүле ғәскәр. □ Пехота. / Пехотный. Дицгеҙ пехотаһы. Пехота дивизияһы. Пехотала хеҙмәт итеу. ■ Дошман, һиҙеп ҡалып, беҙҙец пехотаға ҡаршы туптан, пулемёт-тан ут яуҙыра башланы. 3. Биишева. 300 метр самаһы артҡа ҡалып, пехота ла ҡуҙғалды. Н. Ҡәрипов.
ПЕХОТАСЫ (Р.: пехотинец; И.: infantryman; T.: piyade) и.
Йәйәүле һалдат. □ Пехотинец. Пехота-сылар отряды. Пехотасыларҙы алдан ебәреу.
ПЕЧЕНЕГ (Р.: печенег; И.: Pecheneg; Т.: Peçenekler) и. этн. ҡар. бәшнәк.
IX—XI быуаттарҙа Волга менән Дунай тамағы араһындағы далаларҙы биләгән күсмә төрки халыҡ; бәшнәк. □ Печенег. / Печенежский. Печенегтар тарихы. ■ Урыҫ әҙәбиәтендә печенег исеме аҫтында билдәле булған бөйөк ҡыпсаҡтар улар. Ғ. Хисамов. Рәҡиптец куҙ алдына рус ерҙәренә ябырылған печенегтар һәм уларға кукрәктәрен ҡуйып: «Үлем йәки йәшәу!» — тип кутәрелгән Игорь ғәскәре баҫты. Р. Низамов.
ПЕЧЕНЬЕ [рус.] (Р: печенье; И.: pastry; biscuit; T.: kurabiye) и. кул.
Сөсө ҡамырҙан татлап, төрлөсә ҡырҡҡылап бешерелгән кондитер ашамлығы. □ Печенье. һоло печеньеһы. Печенье менән сәй эсеу. Печенье бешереу. ■ [Шербань] гәзиткә төрөлгән икмәкте йоҡа ҡына итеп телгеләне, башланған консерваны асты, һуған киҫәктәрен, печенье .. теҙҙе. Я. Хамматов. Мөйөштә, ана, электр сәйнуге шыжлай, өҫтәлдә — печенье, кәнфит, хатта бер банка варенье. Б. Рафиҡов.
ПЕШКА [рус.] (Р: пешка; И.: pawn; Т.: piyon) и.
1. Шахмат уйынындағы иң бәләкәй фигура. □ Пешка. Аҡ пешка. Пешка менән йөрөу. Пешканы ашау. ■ Трактористарҙыц майлы кепкаһын ҡырын кейгән йәшерәге пешкаһын шаҡылдатып кусерҙе. Ә. Вәли. Ул [Саша], .. филен пешка бәрә торған урынға ҡуйып, тупаҫ хата яһап алды. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Абруйы булмаған кеше, ҡурсаҡ. □ Пешка. ■ [Ирек Хәлилович:]Яманһа-ров — пешка ғына. Д. Бүләков.
ПИ [рус. < гр.] (Р.: пи; И.: pi; Т.: pi) и. мат.
Түңәрәк оҙонлоғоноң үҙ диаметрына сағыштырмаһы. □ Пи. Пи һаны. Пи формулаһы. Пи — иррациональ һан.
ПИАНИНО [рус. < ит. pianino] (Р: пианино; И.: piano; T: piyano) и. муз.
Ҡылдары өҫтән аҫҡа тартылған ҙур ҡумта рәүешендәге баҫмаҡлы музыка ҡоралы. □ Пианино. Пианиноны көйләу. Пианинола уйнау. ■ Әхмуш пианиноны тағы ла ҡатыраҡ доңғорлата башланы. Б. Бикбай. Кук-
109